Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йән паклығы – тән таҙалығынан
Әҙәм балаһы өсөн йәненең дә, тәненең дә таҙалығы мөһим. Динебеҙ ҙә шулай ҡуша. “Ғилемдең ике төрө бар: динде белеү һәм тәнде өйрәнеү”, – тигән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Икеһе лә һәр яҡлап әҙәм балаһының сәләмәтлеген һаҡлауға йүнәлтелгән. Тәненең үҙенсәлектәрен белгән кеше, һис шикһеҙ, һаулығына, туҡланыуға ҙур иғтибар бүләсәк.

Пәйғәмбәребеҙ, әҙәм балаларының йән сафлығын, күңел таҙалығын хәстәрләү менән бер рәттән, тән паклығына ла ҙур иғтибар йүнәлткән. Төрлө аҙыҡ-түлектең, тәмләт­кестәрҙең ҡиммәте хаҡында йыш һөйләгән ул. Мәҫәлән, ашар алдынан аҙ ғына тоҙ тәмләү кәрәклеге хаҡындағы кәңә­ше­нә туҡталып китәйек. Орга­низм­дағы метаболизм процестарын аңлау был һүҙҙәрҙең дөрөҫ­лө­гөнә инандыра. Тәмләткес ике химик элементтан – нат­рийҙан һәм хлорҙан – тора. Уларҙың тәүгеһенән организм ашҡаҙанда аҙыҡты һәйбәт эш­кәр­теү өсөн кәрәкле тоҙ кис­ло­таһын булдыра. Ошо рә­үешле тәмләткесте туҡланғанға тиклем аҙ ғына ҡулланыу уға мохтажлыҡты яйға һала. Ә тоҙға артыҡ иғтибарҙың кире эҙемтәһе хлорҙың түгел, ә натрийҙың күләме күтәрелеүгә бәйле.

Ғөмүмән, заманында Мө­хәм­мәт ғәләйһис-сәләм әйткән һүҙҙәр хәҙер заман меди­ци­наһы тарафынан да раҫ­лана бара. Пәйғәмбә­ребеҙҙең ҡай­һы бер ризыҡҡа ҡарата фекер­ҙәренә күҙ һалып үтәйек.

Бал
“Бал ҡортоноң эсенән сыҡ­ҡан төрлө төҫтәге эсемлек бар, һинең дауаң – шунда” тигән һүҙҙәр бар “Ҡөрьән Кәрим”дә. Мөхәммәт ғәләй­һис-сәләмдең хәҙистәрендә лә был ризыҡ хаҡында байтаҡ әйтелә. Мә­ҫәлән, “Фәрештәләр Аллаһ Тәғәләнән бал ҡулла­нылған йортто яҡлауын, бәрәкәт кил­те­реүен һорай, – тигән Пәй­ғәмбәребеҙ. – Әгәр ҙә ки әҙәм балаһы был ризыҡты ашай икән, ашҡа­ҙанына меңләгән дарыу инә һәм миллионлаған сир сығып китә. Баҡыйлыҡҡа күскәндең эсендә бал бар икән, уға ут теймәҫ, йәғни тамуҡта янмаҫ”.
Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм­дең шундай ғәҙәте булған: ас ҡарынлай бал һалынған һыу эскән. Был алым ашҡаҙанды нығытыу, аппетитты күтәреү, тыныслыҡ өсөн һәйбәт.

Ит

“Әгәр кемдер ҡырҡ көн буйы итһеҙ йәшәһә, хәлдән тайыр, шул уҡ ваҡытта бәғзе берәү ошондай уҡ ваҡытта иттән айырылмаһа, йөрәге ҡырыҫ­ланыр”, – тигән Пәйғәм­бә­ре­беҙ. Тимәк, был ризыҡты тейешле күләмдә ҡулланыу мөһим.
Иң яҡшы ит – ҡуйҙыҡы. Айы­рыуса бер йәшлек иркәк бәрәстеке һәйбәт. Пәйғәм­бә­ребеҙ һарыҡты күпләп аҫрарға әйҙәгән. “Бер ҡуй – фатиха, ике ҡуй – ике фатиха, ә өсәү – байлыҡ”, – тигән ул. Шулай уҡ итте тәрилкәгә һалып түгел, ә ҡулда тотоп ҡырҡырға ҡушҡан. Ул саҡта ризыҡ тәмлерәк була.

Һөт

“Һөт эсе­геҙ, – тигән Пәйғәм­бәре­беҙ. – Ул йө­рәк­тәге ҡы­ҙыу­­лыҡты ба­ҫыр. Өҫтә­үенә арҡаға көс би­рә, мейене туҡ­ландыра, күреү һәләтен һаҡ­лай, хәтерһеҙ­лектән арындыра”. Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙе лә һөт яратҡан, был эсемлеккә тиң юҡлығын әйткән.

Яҫмыҡ

Был ри­зыҡты өҫтә­мә аҙыҡ ке­үек ҡулла­нырға кәңәш ителә. Ни өсөн ти­гән­дә, уны күп ашау аш­ҡа­ҙан өсөн зарарлы. Мө­хәммәт ғәләйһис-сәләмдең хә­ҙистәрендә әйтел­гәнсә, яҫмыҡтан әҙәм бала­һының йөрәге – мәрхәмәт, күҙҙәре йәш менән тула, ризыҡ артыҡ ғорурлыҡтан да арындыра. 

Киптерелгән финик

“Финикһыҙ өй – аҙыҡһыҙ өй”, – тигән Мөхәммәт ғә­ләй­һис-сәләм. Уны үҙе лә үҫ­тергән. Ба­ҙам­лы финик төрлө насар йоғонто, тәь­ҫир көсөн бө­төрә. Пәйғәмбәребеҙ әйт­кән­сә, был емеш һыу кеүек: ике­һендә лә – сафлыҡ, таҙалыҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Дөрөҫ йәшәгеҙ

Дөрөҫ йәшәгеҙ 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Заман ҙур тиҙлек менән алға елгәндә, йылдарға йылдар өҫтәлгән һайын тормоштоң мәғәнәһе, дөрөҫ...

Тотош уҡырға 1 499

Ғалимдар һөйөндөрмәне

Ғалимдар һөйөндөрмәне 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Сит ил ғалимдары, атап әйткәндә, АҠШ, Испания һәм Норвегия тикшеренеүселәре рәсәйҙәрҙе тиҙ...

Тотош уҡырға 1 170

Прививкаһыҙ мәктәпкә лә, баҡсаға ла индермәйәсәктәр

Прививкаһыҙ мәктәпкә лә, баҡсаға ла индермәйәсәктәр 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Күптән түгел Италияла яңы закон ғәмәлгә инде. Ата-әсәләр балаларын киң таралған йоғошло сирҙәрҙән...

Тотош уҡырға 1 251

“Сихут” сире һайлап тормай...

“Сихут” сире һайлап тормай... 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Бер нәмәнән дә ҡурҡмаған таяҡса хаҡында....

Тотош уҡырға 1 253

“Ир менән ҡатын проблемаһы”н  еңеп сығырға мөмкин
"Сибай ҙа, уның халҡы ла оҡшаны"

"Сибай ҙа, уның халҡы ла оҡшаны" 22.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Тап шундай йылы һүҙҙәр, яҡты уйҙар менән ҡайтырға сыҡты Өфө табиптары. Бөгөн Сибайҙа сирлеләрҙе...

Тотош уҡырға 1 047

Заман менән бергә атлайҙар

Заман менән бергә атлайҙар 22.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

“Йөрәк һүҙе”, “Йөрәктән сыҡҡан йөрәккә етә”, “Бала – йөрәк ите”, “Миһырбанлыҡ – йөрәктән”... Кеше...

Тотош уҡырға 1 203

Яман шешкә ҡаршы "ҡоралланып"

Яман шешкә ҡаршы "ҡоралланып" 21.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Бөгөнгө “Сәләмәтлек сәғәте”ндә онкологик сирлеләрҙе дарыу препараттары менән тәьмин итеү мәсьәләһе...

Тотош уҡырға 1 049

Сирҙәрҙе башланғыс стадияһында уҡ асыҡлаясаҡ

Сирҙәрҙе башланғыс стадияһында уҡ асыҡлаясаҡ 16.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Учалы үҙәк дауаханаһында өлкәндәр өсөн УЗИ кабинетын йыһазландырыу эштәре бара....

Тотош уҡырға 1 039

Ҡәлғәгеҙ хәүефһеҙме?

Ҡәлғәгеҙ хәүефһеҙме? 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Таҙалыҡ – сәләмәтлек нигеҙе, тигән ҡанатлы һүҙҙәр хәҙерге заманда ла көнүҙәклеген юғалтмай....

Тотош уҡырға 1 375

Үҙеңдән дә оло табип юҡ

Үҙеңдән дә оло табип юҡ 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Һаулыҡтың һаҡлауға мохтаж икәнлеген хәтерҙә тотайыҡ....

Тотош уҡырға 1 414

Уйҙырмаларҙан ҡотолайыҡ

Уйҙырмаларҙан ҡотолайыҡ 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә лә төрлө уйҙырмалар етерлек. Шуларҙың бер нисәһенә күҙ һалайыҡ....

Тотош уҡырға 1 158