Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тырышҡан әмәлен эҙләр…
Ватандаштар” программаһы табиптарҙы йәлеп итә

Авдон участка дауаханаһының хирург бүлмәһенә бөгөн дә тынғы юҡ. Әле береһе, әле икенсеһе үҙенең йомошон тиҙерәк йомошлап, дауа йә кәңәш алып, донъяуи мәшәҡәттәрен башҡарырға ашыға. “Башыңа төшһә, башмаҡсы ла булырһың” тигәндәй, йәш хирургтың “тел һындырырлыҡ” исем-атын да дөрөҫ, тулы итеп әйтергә күнеккән халыҡ. “Фармонкул Орзукулович, һеҙгә мөмкинме? Һөлөк һалырға ваҡытығыҙ булырмы?” – бына йәнә бер пациент табипҡа күренмәксе.

Баҡһаң, хирург профессияһынан тыш, егет тағы әллә күпме һөнәрҙе үҙләштерергә өлгөргән: гирудотерапевт, массаж яһаусы, косметика процедураларын башҡарыу оҫтаһы…

“Һис тә ғәжәп түгел, егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ. Хәҙер табип күп профилле белгес булырға ынтыла, заманы шундай”, – тип әйтеүселәр ҙә табылыр. Улар менән килешергә була. Әммә тажик егетенең 20 йыл буйы Йеменда, аҙаҡ Тажикстанда йәшәгәндән һуң Башҡортостан тигән сит-ят ерҙә үҙ кеше булып китеүе, рус телен үҙләштереп, юғары уҡыу йортона уҡырға инеүе үҙе ныҡышмаллыҡ, тәүәккәллек өлгөһө лә баһа!

Яҙмыш юлдан яҙҙырмаҫ, ти боронғолар. Фармонкулдың әсәһе сығышы менән Илеш районынан. Тажик егете Орзукул менән танышып, 16 йәштә уға тормошҡа сыға. Ғаилә башлығы хәрби кеше булғанлыҡтан, улар Йеменға күсеп китергә мәжбүр була. Бер-бер артлы ете бала донъяға килә. Ғаиләлә татарса һәм тажикса һөйләшәләр, балаларына икмәк-тоҙлоҡ булһа ла рус телен өйрәтергә ваҡыт табалар. Егет Тажикстанда медицина училищеһын тамамлағас, әсәһе менән Башҡортостанға ҡайта. “Теләгем юғары белем алыу ине. Өс йәшлек сағымда уҡ “Мин тик табип булам, һеҙгә көн дә укол яһаясаҡмын” тип маҡтанғанмын. Һуңлабыраҡ булһа ла, 34 йәшемдә, Башҡортостан дәүләт медицина университетын тамамлап, хирург һөнәрен үҙләштерҙем. Иң ауыры рус телен өйрәнеү булды. Дүрт ай әҙерлек курсында уҡығас, студент булып киттем. Тәүге ике йыл еңел бирелмәне”, – тип хәтерләй Фармонкул Мансуров уҡыу йылдарын.

Теләгән – әмәлен, теләмәгән сәбәбен эҙләр. Күпме ер-һыу килеп, әллә күпме ҡаршылыҡты еңеп, үҙенең теләгенә ирешкән егеттең булмышына һоҡланырға ғына ҡала. Инде башлы-күҙле булырға ла, фатир алырға ла, пациенттары араһында хөрмәт ҡаҙанырға ла өлгөргән.
– 15 йыл эсендә Рәсәй гражданлығын алыу теләге менән ҡайҙа ғына, кемгә генә мөрәжәғәт итмәнем, бары В. Жириновскийҙан өмөтләндергес яуап алдым. 2018 йылда Башҡортостанда “Ватандаштар” тигән программаның эшләй башлаясағы, минең ул исемлектә беренсе булып торасағым хаҡында яҙылған хатты уҡығас, күңелгә йылы инде, – тип ул саҡтағы хис-тойғоһо менән уртаҡлаша йәш белгес.

Сит ерҙәрҙә йәшәгән ватандаштарыбыҙҙың республикаға ирекле күсенеүенә булышлыҡ итеүҙе күҙ уңында тотҡан ярҙамсы программа – “Башҡортостан Республикаһында хеҙмәт баҙарын көйләү һәм халыҡтың мәшғүллегенә ярҙам итеү” дәүләт программаһының мөһим бер өлөшө ул.
Медицина хеҙмәткәрҙәрен һәм студенттарҙы даими йәшәү урынына йәлеп итеп, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә хеҙмәт ресурстарын байытыу, кадрҙарҙың сифатын яҡшыртыуҙы маҡсат итеп ҡуйған был сараны сабырлыҡ менән көтөп алғандар байтаҡ. Яңыраҡ алты медицина хеҙмәткәре һәм уларҙың туғыҙ ғаилә ағзаһы “Ватандаштар” программаһында ҡатнашты. Ғәмәлдә ул йыл һайын тыуған төбәгебеҙгә 60 медицина хеҙмәткәрен һәм 120 ғаилә ағзаһын күсереүҙә ярҙам итә аласаҡ. Фармонкул Мансуров та – ошо программала ҡатнашҡан бәхетле ватандаштарыбыҙҙың береһе.
Был маҡсатҡа республика бюджетынан йыл да – 2,5 миллион һум, федераль бюджеттан йәнә ярты миллион һум аҡса бүлеү ҡаралған.

Республикаға күсеп килгән табиптарға төрлө яҡлы ярҙам күрһәтелә. Федераль бюджет иҫәбенә юл хаҡы тулыһынса ҡапланасаҡ, программала ҡатнашыусы һәр кемгә – 20 мең һум, ғаилә ағзаларына 10-ар мең һум аҡса түләнәсәк. Ә ауыл ерендә төпләнергә теләгән медицина хеҙмәткәрҙәре “Ауыл табибы” программаһы мөмкинлектәренән дә файҙалана ала. Бер тапҡыр түләнгән миллион һум аҡса – Башҡортостан ерендә яңы тормош башлаған белгес өсөн, һис һүҙһеҙ, ҙур матди ярҙам.

Республиканың Мәғариф министрлығы тарафынан ватандаштарыбыҙҙың хоҡуҡи, тел һәм мәҙәни белемен күтәреү, сабыйҙарын мәктәпкәсә йәштәге учреждение­ларға урынлаштырыу буйынса ла булышлыҡ күрһә­теләсәк. Һәр хәлдә, республикабыҙҙа төпләнергә теләгән медицина хеҙмәткәрҙәренә бөтә тарафта ла “йәшел ут” ҡабынды: медицина тикшеренеүенә, сит илдә алған дипломды раҫлатыуға, ваҡытлыса йәшәү урынына түләүгә киткән сығымдарҙы Башҡортостан Хөкүмәте үҙ өҫтөнә ала.

Ярты йыл эсендә 20 ватандашыбыҙ, ошо дәүләт программаһында ҡатнашырға теләк белдереп, Башҡортостан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығына мөрәжәғәт итте. Әлегә һигеҙ ғаризаға ыңғай яуап алынған. Фармонкул тап ошо бәхетлеләр исемлегендә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 072

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 872

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 626

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 419

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 511