Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Светофор юлда ғына кәрәк түгел
Светофор юлда ғына кәрәк түгелЙәйен “Роспотребнадзор” аҙыҡ-түлекте файҙалылыҡ йәһәтенән светофор төҫтәре менән ирекле маркировкалау проектын тормошҡа ашыра башлаясаҡ.

Шулай итеп, маркировкалағы йәшел, һары, ҡыҙыл төҫтәр буйынса ҡулланыусы аҙыҡ-түлек һатып алғанда аңлы һайлау яһаясаҡ, сәләмәт туҡланыу рационын булдырыу еңелләшәсәк. Үҙ сиратында, был илдә алиментар сирҙәрҙең (организмда теге йәки был матдәләрҙең етешмәүе йә иһә артыҡ булыуы) кәмеүенә килтерәсәк.
“Светофор” проекты буйынса, магазиндарҙа айырым кәштәләр ҡуйыласаҡ, ундағы тауарҙар, составындағы тоҙ, шәкәр, май миҡдарына ҡарап, светофор төҫтәре менән билдәләнәсәк. Әйткәндәй, был үҙенсәлекле проектҡа илебеҙҙең төрлө аҙыҡ-түлек етештергән эре компаниялары һәм сауҙа селтәрҙәре ҡушылырға әҙер.
Халыҡ фекеренә килгәндә, рәсәйҙәрҙең 80 проценты аҙыҡ-түлекте өс төҫ менән маркировкалауға риза.
Составында тоҙ, шәкәр һәм май аҙ булған продукттарҙы – йәшел, ә уртаса һәм юғары булғандарҙы һары һәм ҡыҙыл төҫ менән билдәләү башланғысын “Роспотребнадзор” тәҡдим иткән.
Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, 2017 йылдың аҙағына илебеҙ халҡының 43 проценты ғына был хаҡта хәбәрҙар булған, ә проект үҙенсәлеге менән танышҡандан һуң һорау алыныусыларҙың 14 проценты ҡаршы килгән. Яңылыҡ бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙарҙың һәм пенсионерҙарҙың күңеленә хуш килгән. Ирҙәрҙең иһә күбеһенә барыбер.
Яуап биреүселәрҙең 47 проценты был проекттың кешеләрҙең һаулығына ыңғай йоғонто яһауына ышана, 35 проценты бер нимә лә үҙгәрмәйәсәк тип иҫәпләй. Шул уҡ ваҡытта күптәр ялғандан ҡурҡа: етештереүселәрҙең маркировканы алдап ҡулланыу ихтималлығы хаҡында һорау алыныусыларҙың 76 проценты белдергән.
Әлегә продукттар тураһындағы билдәле мәғлүмәттәрҙән кешеләр, нигеҙҙә, яраҡлылыҡ ваҡытын ғына тикшерә (82 процент шулай тип яуап биргән). Продукт составы менән рәсәйҙәрҙең 45 проценты ҡыҙыҡһына, етештереүсеһе менән – 34 проценты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 052

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 416

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 948

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 854

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 596

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 207

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 431

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 951

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 402

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 486

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 311

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 498