Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Дарыу ҡапһаң, белеп ҡап...
Дарыу ҡапһаң, белеп ҡап...Үҙаллы дауаланырға беҙ, ай-һай, яратабыҙ. Ул ғына түгел, күршелә, әхирәттә “ифрат килешкән” дарыуҙы һынап ҡарарға тырышабыҙ, телевизорҙағы рекламаға бер һүҙһеҙ ышанабыҙ... Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быларҙы һис тә тыйып булмай, шуға күрә проблеманы хәл итеүҙең бер юлы – кешеләрҙе үҙ белдеге менән дөрөҫ дауаланырға өйрәтергә ҡала. Әлеге көндә Иҫкәртеү медицинаһының милли тикшеренеү үҙәге белгестәре ошо йәһәттән төплө концепция әҙерләй. Артабан ҡабул ителәсәк белем биреү программаһы иһә табиптарға ла, пациенттарға ла, дарыу­хана хеҙмәткәрҙәренә лә адресланасаҡ.

Уныһы хаҡ: күп осраҡта етди булмаған сырхауҙарҙан үҙаллы, рецептһыҙ бирелгән дарыуҙар менән арыуланырға мөмкин. Икенсе яҡтан, хроник сирҙәр яфалағанда – атап әйткәндә, гипертония, мәҫәлән, пациент табип яҙғандарҙы теүәл үтәүҙән тыш, хәленә ҡарап, препараттар ҡабул итеүҙе үҙе яйлай белергә тейеш. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы был хаҡтағы концепцияны бынан 20 йыл элек үк ҡабул иткән. Германияла, мәҫәлән, баш өйәнәгенән яфаланғандарҙың табипҡа бармайынса үҙаллы дөрөҫ һайланған анальгетиктарҙы ҡабул итеүенең ҡаҙнаға бер миллиард евроны экономияларға ярҙам иткәнен иҫәпләп сығарғандар.
Әммә беҙ Рәсәйҙә йәшәйбеҙ. Илдә бик күп хәүефле препараттарҙы, табип билдәләмәһә лә, иркен рәүештә дарыухананан һатып алып була. Күп илдәрҙә уларҙы табип рөхсәтенән тыш һатмайҙар. Шуға күрә беҙҙәге үҙаллы дауаланыу ҙа Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы тәҡдим иткән концепциянан ҡырҡа айырыла. Шул уҡ антибиотиктарҙы ғына алайыҡ: температура күтәрелеп, киҫкен вируслы инфекция башландымы, бәғзеләр антибиотик ҡабырға ашыға, табипһыҙ ғына “дауаланырға” тотона. Әйткәндәй, күптән түгел, ошоно иҫәпкә алып, бындай дарыуҙарҙы рецептһыҙ һатыуҙан тыйҙылар, был өлкәлә тәртип булдырырға вәғәҙә иттеләр.
Беҙҙең халыҡ “шул препарат күршемә ифрат килешкән” тигән принциптан сығып дауаланырға әүәҫ, тип әйткәйнек. Ул ғына түгел, ҡайһы берәүҙәр табип билдәләгән схеманы ла үҙаллы үҙгәртергә, билдәләнгән дарыуҙы икенсеһе менән алмаштырырға, ҡабул итеү ваҡытын оноторға, ғөмүмән, дауаланыуҙы ташлап ҡуйырға мөмкин.
Белгестәр билдәләүенсә, кешеләр ҡасан ҡурҡмайынса таблетка йоторға ярағанлыҡты, ә ҡасан табипҡа ашығырға кәрәк икәнлеген аныҡ белергә тейеш. Шулай уҡ рекламаға мөнәсәбәтте үҙгәртеү ҙә фарыз. Күптәрҙең телевизор экранынан йәки башҡа матбуғат саралары аша рекламаланған тауарҙарға хәҡиҡәт сығанағы тип ҡарай. Дарыухана белгестәренең яуаплылығын арттырыу ҙа кәрәк: әгәр граждан рецептһыҙ, табип йүнәлтмәһенән тыш теге йәки был дарыуҙарҙы талап итә икән, ул препараттың үҙенсәлеген төшөндөрөргә һәм табипҡа мөрәжәғәт итергә өндәргә тейеш.
Статистика мәғлүмәттәре буйынса, гипертониянан яфаланғандарҙың 42 проценты табипһыҙ ғына дарыу эсеп ҡан баҫымын үҙаллы түбәнәйтә, ә даими рәүештә көн һайын эсергә тейешле препараттарҙы, ғәҙәттә, ҡабул итмәйҙәр. Бындай хәл бик хәүефле һәм ошоға бәйле, ҡайһы бер медицина учреждениеларында ойошторолған пациент мәктәптәрендә коррекциялы терапия үҙенсәлектәрен аңлаталар, үҙаллы дауаланыуҙың сирҙең билдәләренән ҡотолоу, билдәләнгән терапияны үтәү генә түгел, ә сәләмәт тормош рәүеше алып барыу икәнен дә төшөндөрәләр.
Ысынлап та, берәй еребеҙ ауыртһа, ғәҙәттә, беҙ тура дарыуханаға йүнәләбеҙ. Был хәлде кеше үҙ һаулығын һәм сирен яҡшы белгән осраҡта ғына аҡларға була. Ә ҡайһы саҡта еңел генә сир билдәләре артында етди һәм ҡатмарлы ауырыу йәшеренеүе лә ихтимал. Шуға күрә үҙаллы дауаланыу ярҙам итмәне икән, мотлаҡ табипҡа барырға кәрәк.

Концепция

Үҙаллы дауаланыуҙың төп принциптары
1. Дөрөҫ дауаланам, тимәк, дуҫтарҙың йә туғандарҙың кәңәштәренә таянмайым, ә табип ҡушҡанды үтәйем.
2. Дарыу һатып алғанда фармацевт менән кәңәшләшәм.
3. Дарыу эсер алдынан иғтибар менән инструкцияһын уҡыйым, тейешле миҡдарын эсәм һәм ҡабул итеү графигын күҙәтәм.
4. Табипҡа барып тикшерелеүҙе, иҫкәртеү сараларын планлаштырам.
5. Сәләмәт тормош алып барам, етди сирҙәрҙән һаҡланам.
6. Грамоталы дауаланам, тимәк, һаулығым өсөн үҙемә тулы яуаплылыҡ алам.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 072

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 872

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 626

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 419

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 511