Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Алтын ҡағиҙәне онотмайыҡ
Алтын ҡағиҙәне онотмайыҡ“Һуңғы туғыҙ йылда ҡан тамырҙары системаһы ауырыуҙарынан үлем осраҡтары ун процентҡа кәмеһә лә, ул бөгөн дә рәсәйҙәрҙең фани донъя менән хушлашыуының төп сәбәбе булып тора”, — тип сығыш яһаны күптән түгел инсультҡа ҡаршы көрәш конгресында Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцова. Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, илебеҙҙәге үлем осраҡтарының 48 процентында тап ошо ауырыу сәбәпсе.
Ә бит, ысынлап та, уйлап ҡараһаң, һуңғы ваҡытта һап-һау күренгән, ҡәҙимге тормош алып барған кешеләр ҙә ҡапыл ғына ошо сиргә һабыша, яҡты донъя менән хушлаша. Сирҙе нисек танып белергә, нимә ул инсульт, уны иҫкәртеү саралары бармы һәм башҡа һорауҙар менән беҙ Учалы үҙәк дауаханаһының неврология бүлексәһе мөдире, юғары категориялы табип, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы Хазина СӨЛӘЙМӘНОВАҒА мөрәжәғәт иттек.

— Хазина Мостафа ҡыҙы, танышымдың түбәндәге ҡыҙғаныс хәл тураһында әсенеп һөйләгәне күңелде һаман да өйкәп тора. Тәбиғәткә ял итергә сыҡҡан бер ҡатын абынып йығыла. Шулай ҙа “Ашығыс ярҙам” саҡыртырға теләгән иптәштәрен хәленең һәйбәт булғанлы­ғына ышандыра. Йәнәһе, яңы аяҡ кейеменә өйрәнеп китә алмай, ташҡа һөрөнгән. Башҡалар ҡатында ниндәйҙер үҙгәрештәр тойһа ла, ныҡышып тормай... Ә кис дуҫтары уның дауаханаға эләккәнен ишетә. Шул уҡ көндә ҡатын яҡты донъя менән хушлаша. Ял иткәндә уның инсульт кисергәнлеге асыҡлана.
— Эйе, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәр бәләгә тары­ғанын аңламай ҙа ҡала. Һеҙ һөйләгән осраҡта ауырыуҙың яҡындары өс сәғәт эсендә “Ашығыс ярҙам” саҡыртҡан булһа, инсульт эҙемтәһеҙ үтеп киткән булыр ине.
Инсультты билдәләү өсөн түбәндәге күнекмәләрҙе эшләтеп ҡарау зарур. Беренсенән, зыян күреүсенән йылмайыуын һорарға кәрәк. Инсульт булһа, ул бы­ны эшләй алмаясаҡ, ауыҙының бер осо аҫҡа төшкән була. Икенсенән, ябай ғына һөйләм әйттереп ҡарау, мәҫәлән: “Тышта ямғыр яуа”. Һүҙҙәрҙе асыҡ ҡабат­лай алмай икән, тимәк, инсульт осрағы. Өсөнсөнән, ике ҡулын бер юлы күтәреүен һорағыҙ. Инсульт булһа, бер ҡулын күтәрә алмаясаҡ. Әгәр һаналған ошо ғәмәлдәрҙе башҡарыу ауырға төшһә, кисекмәҫ­тән “Ашығыс ярҙам” саҡыртырға кәрәк. Тағы ла телен сығарып күрһәтеүен һорап та һығымта яһарға була. Тел бер яҡҡа ҡыйшайһа һәм дөрөҫ формала булмаһа, был да инсульт билдәһе. Медицина хеҙ­мәт­кәр­ҙәренә ауырыуҙың билдәләрен әйтергә онотмағыҙ! Инсульттың башы айырым билдәләргә эйә түгел. Әммә бер нисә минуттан кәрәкле матдәләр менән тәьмин ителеүҙән туҡтаған мейе күҙәнәктәре үлә башлай. Шуға юғарылағы тесты үткәреү кәрәк тә инде.
Инсульт кисергән кешенең башы әйләнә, хәрәкәт координацияһы юғала, теле көрмәлә, тән өлөштәре ойой, кәүҙәһенең бер яғын фалиж һуғыуы ла ихтимал. Күҙ алдары ҡараңғыланыуы, бер нәмәнең икәү булып йәки тоноҡ күренеүе лә инсульт күренешен раҫлай. Инсульт ваҡытында ҡан төйөрө — тромб — йәки шартлаған тамыр ҡаны мейеләге ҡан әйләнешен боҙа. Кислород һәм глюкозаның етешмәүе мейе күҙәнәктәренең үлеүенә һәм хәрәкәт, телмәр, хәтер функцияларының боҙолоуына килтерә. Мейенең бәләкәй өлөшөнөң зыян күреүенән, ғәҙәттә, аяҡ-ҡулдарҙа хәлһеҙлек тойорға мөмкин. Был өлөш ҙур булған һайын янаған ҡурҡыныс та хәүефлерәк. Инсульт кисергән кешеләрҙең йыш ҡына күп функцияларын тергеҙеп булмай.
— Инсульттың ниндәй төрҙәре була? Улар тураһында аңлатһағыҙ ине.
— Ишемик инсульт — сирҙең бөтә осраҡтарының дүрттән өс өлөшөн биләй. Уға баш мейеһе тамыр­ҙарының атеросклерозы, йоҡо һәм умыртҡа бағана­һы артерияларының стенозы, ҡандың ойошоусан­лыҡ һәләте артыу сәбәпле булырға мөмкин. Шулай уҡ мейегә илткән тамырға тромб йәки ойошҡан ҡан тағылыуы ла ишемия инсультына килтерә.
Ишемик инсультҡа сәбәпсе булған тромбтар атеросклероз төйөрсәһе арҡаһында тарайған артерияларҙа барлыҡҡа килә. Ә был — холестерин ултырмалары. Ҡан төйөрҙәре йөрәктең насар эшләүенән йәки ҡан тымырҙарының шартлауына килтергән йәрәхәт алғандан һуң да хасил булыуы мөмкин. Ҡан баҫымының күтәрелеүе лә мейеләге ваҡ тамырҙарҙың ярылыуына килтерә.
— Уны ниндәй билдәләр буйынса асыҡлап була?
— Баш ауыртыуы, әйләнеүе, хәлһеҙлек, аяҡ-ҡулдарҙың ойоуы, иҫтән яҙыу, йөрәк тапҡырындағы ауыртыуҙар булыуы ихтимал. Кешенең йөҙө ағара, пульсы һирәгәйә, ҡан баҫымы түбәнәйә, йөрәк эшмәкәрлеге һәм тын алышы хәлһеҙләнә. Төн сыҡҡансы аяҡ-ҡулдарҙы өлөшләтә фалиж һуғырға мөмкин. Сирленең башын ныҡ күтәртеп һалырға ярамай. Шунда уҡ йөрәк тибешен һәм тын алыуын көйләргә тырышырға кәрәк. Ауырыу, һис шикһеҙ, дауахана шарттарында ҡаралырға тейеш.
Геморрагик инсульт һирәгерәк осрай. Ул баш мейеһендә ҡан тамыры шартлауы һөҙөмтәһендә килеп сыға. Ғәҙәттә, ҡапыл, көндөҙгө психик йәки физик көсөргәнештән һуң барлыҡҡа килә. Кеше иҫтән яҙып йығыла, хатта кома осрағы теркәлеүе ихтимал. Зыян күреүсенең йөҙө ҡыҙара, маңлайына тир бәреп сыға, муйындағы ҡан тамырҙарында пульс көсәйә. Кеше ғырылдап, көсөргәнешле тын ала. Ҡан баҫымы ныҡ күтәрелә, сирленең ҡоҫоуы ихтимал. Тән температураһы күтәрелә. Күҙ алмалары йыш ҡына йәрәхәтләнгән яҡҡа тәгәрәүсән, ҡан һауған яҡта күҙ ҡараһы ҙурая. Ә ҡан һауған яҡҡа ҡапма-ҡаршы ҡул-аяҡтарҙы фалиж һуға, һөйләшеү һәләте насарая.
Геморрагик инсульт кисереүсенең башын күтәреп һалырға һәм боҙ киҫәге ҡуйырға кәрәк. Был баш һө­йә­ге эсендәге баҫымды бер аҙ кәметә. Ҡан ба­ҫымын төшөргән һәм мейенең шешенеүен кәметкән препараттар ҙа шул уҡ маҡсатта ҡулланыла.
— Кемдер бәләгә тарығанда сирҙең билдәләрен белеп, тейешле тәүге ярҙам күрһәтә алыу бик мөһим, әлбиттә. Шулай ҙа уны алдан иҫкәртеү һәр кем өсөн хәйерлерәк.
— Инсультҡа, шул иҫәптән инфарктҡа илткән ике төп фактор бар. Төҙәтеп булмаған факторҙарға кешенең йәше һәм нәҫеле ҡарай. 40-ты уҙғандан һуң һаулығыңа иғтибар итмәгән осраҡта бындай сирҙәргә дусар булыуың бар. Нәҫелдә ауырыусылар булһа, бигерәк тә. Ә инде төҙәтеп булғанына йәшәү рәүеше һәм башҡалар ҡарай. Әгәр ҙә һәр кем сәләмәт йәшәү рәүеше алып барһа, ҡан тамырҙары сирҙәренән яфаланыусылар ҙа әҙерәк булыр ине. Аҙ хәрәкәт итеү, сәләмәт булмаған, ярымфабрикат ризыҡ, аҙым һайын осраған стрестар организм өсөн хәүефле.
Инсультты иҫкәртеү сәләмәт йәшәү рәүешенә нигеҙләнә. Һәр кеше тәү сиратта ҡан баҫымы, шәкәр, холестерин кимәлен контролдә тоторға тейеш. Йылына бер нисә тапҡыр УЗИ, ЭКГ үтеп, организмдың хәлен белеп тороу яҡшы.
Тән ауырлығын да контролдә тотоу хәйерле. Һимеҙ кешеләрҙең йөрәктәренә көс күберәк төшә, шәкәр ауырыуы хәүефе лә юғары. Физик әүҙемлек матдәләр алмашыныуын тиҙләтә, тимәк, тәнде лә еңеләйтә. Хатта йәйәү йәки велосипедта йөрөү ҙә йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре хәүефен кәметә. Даими күнегеүҙәр миокард инфарктының һәм инсульттың ҡабаттан барлыҡҡа килеү осрағын ҡыҫҡарта. Бил үлсәмен күҙәтеп барыу ҙа ҙур әһәмиәткә эйә. Ирҙәрҙең биле 94 сантиметрҙан артмаҫҡа тейеш, ә ҡатын-ҡыҙҙар өсөн норма — 80 сантиметр.
Тәмәке тартыу, алкоголь кеүек насар ғәҙәттәрҙән ҡан тамырҙары ҡаҡшай, тән ағзалары тейешле кимәлдә кислород менән тәьмин ителмәй башлай. Инсульт хәүефе, мәҫәлән, алкоголь ҡабул иткәндән һуң тәүге сәғәттәрҙә юғарыраҡ.
40 йәште уҙғандарға тәүлегенә бер тапҡыр 50-75 мг аспирин зыян итмәҫ. Әйткәндәй, был дарыу ирҙәргә һәм ҡатындарға төрлөсә тәьҫир итә. Көслө заттар ҡабул иткәндә, ул инфарктты иҫкәртһә, ҡатын-ҡыҙҙан ул инсультты алыҫайта.
Өҫтәлгә ҡуйылған ашамлыҡтарҙы ла иғтибарҙан ситтә ҡалдырырға ярамай. Самаһынан тыш тоҙ, холестеринға бай майлы аҙыҡ-түлек береһенә лә файҙа килтермәҫ. Минераль эсемлектәр ҡан баҫымын күтәрә. Шуға ла ябай һыу эсеү организм өсөн файҙалыраҡ.
Йәнә бер күренешкә иғтибарығыҙҙы йүнәлтәм – һуңғы ваҡытта балаға уҙмау маҡсатында гормональ препараттар ҡулланған йәш ҡатын-ҡыҙҙар араһында инсульт менән ауырыусылар күбәйҙе. Бындай дарыуҙарҙы ҡулланғанда бик һаҡ булырға, тәүҙә табип менән һөйләшергә кәңәш итер инем.
— Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, статистика билдәләүенсә, 100 инсульт осрағының 30-ы үлем, 30-ы инвалидлыҡ менән тамамлана, бары 40 кеше ҡәҙимге тормошҡа ҡайтыу бәхетенә эйә. Учалыла был тәңгәлдә хәлдәр нисек?
— Үҙемдең өс тиҫтәгә яҡын йыл эш тәжрибәмдән сығып, шуны әйтә алам: элегерәк кешеләр сир тураһында аҙыраҡ хәбәрҙар ине, хәҙер күптәр беренсе ярҙам күрһәтеү, сирҙе иҫкәртеү сараларын яҡшы белә. Инсультҡа дусар булыусылар һаны ла кәмей, әммә ауырыуҙың йәшәреүе һиҙелә.
— Гәзит уҡыусыларға ниндәй теләктәрегеҙ бар?
— Һәр кем медицинаның алтын ҡағиҙәһен онотмаһын ине – сирҙе иҫкәртеү уны дауалауға ҡарағанда еңелерәк. Беребеҙгә лә инсульттан һуң тормоштоң нисек икәнен белергә яҙмаһын.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 617

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 414

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 491

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509