Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Нимә ашайһың, беләһеңме?
Кеше һаулығына бик күп факторҙар – экология, стресс, генетика — йоғонто яһай. Әммә иң ныҡ тәьҫир иткән ғәмәл – туҡланыу рәүеше. Аҙыҡ организмыбыҙҙың биологик системаһына үтеп инеп, беҙҙең көс-ҡеүәт балансын тулыландыра, шуның өсөн дә нимә ашауыбыҙ бик мөһим.
Аҙыҡтың тәьҫире ыңғай ҙа, кире лә булыуы ихтимал. Бер ниндәй файҙаһы булмаған, йәғни балласт ризыҡтар ҙа бар. Витаминдарға, микроэлементтарға бай, ашҡаҙан эшмәкәрлеген яйға һалған, файҙалы матдәләрҙе үҙләштерергә ярҙам иткән ризыҡтар ҙа етерлек.


Татлы, ыҫланған, үтә тоҙло аҙыҡ-түлек менән артыҡ мауығыу яман шешкә булыш­лыҡ итеүе ихтимал. Шулай итеп, һәр кеше өсөн төп ҡағиҙә – тоҙло, майлы, ыҫланған ризыҡтарҙы, шәкәрҙе сикләү. Шашлыҡ, чипсы, торт, ҡурылған картуф менән үҙегеҙҙе мөмкин тиклем һирәгерәк һыйлағыҙ, улар көндәлек ризыҡҡа әйләнмәһен. Колбаса менән дә шул уҡ хәл.
Иң мөһиме — ризыҡ иҫкермәгән һәм тәбиғи булырға тейеш, тигән кәңәш бирә табиптар, күберәк йәшелсә ашарға, сама менән ит, балыҡ ҡулла­нырға тәҡдим итә улар. Яңы әҙер­ләнгән ризыҡ витаминдарға һәм башҡа файҙалы элементтарға бай була, улар кеше организмы күҙәнәк­тәрен туҡланды­рыуға булышлыҡ итә. Икенсе шарт – етеш­тереү үҙенсәлектәре менән таныш булған, йәғни үҙегеҙ белгән аҙыҡҡа өҫтөнлөк бирегеҙ. Ҡаптың бөтөнлөгөн тикшерергә, ярлыҡтағы яҙыуҙы уҡып, ризыҡтың составы, яраҡлылыҡ ваҡыты менән танышырға иренмәгеҙ, уның дөрөҫ һаҡланыуы менән дә ҡыҙыҡһынығыҙ.
Бөгөнгө йәшәйешебеҙҙе фаст-фудһыҙ күҙ алдына килтереүе лә ауыр. Был ризыҡтар тиҙ әҙерләнә, тәмле, хуш еҫле, тышҡы күре­не­ше менән дә ылыҡтырғыс. Шул уҡ ваҡытта фаст-фуд – ул буш калориялар. Тиҙ туҡланыу селтәрҙәрендә тәҡдим ителгән был ризыҡтар майлы, юғары калориялы, ә витаминдар һәм минералдар уларҙа юҡ кимәлендә. Фаст-фуд бигерәк тә балалар өсөн зыянлы. Уларҙы даими ҡулланыусылар организм үҫеше өсөн кәрәкле матдәләрҙе алып еткермәй. Ғәҙәттә, майлы ризыҡтарға татлы газлы эсемлектәрҙе ҡушып бирәләр, һуңғылары ашты һеңдереүгә тотҡар­лыҡ яһай. Төрлө ароматизаторҙар ҡулланыу сәбәпле, тәмле булып тойолғас, уларҙы ашаған һайын ашағы, эскән һайын эске килә. Һөҙөмтәлә – һимереү, диабет, йөрәк-ҡан тамырҙары, бауыр, ашҡаҙан сирҙәре һәм башҡалар барлыҡҡа килә.
Эсемлектәр тураһында һүҙ алып барғанда, туҡланыуҙың иң мөһим факторы булып һыу һанала. Рәсәй халҡы һыуҙы аҙ эсә. Бында тәбиғәт шарттары ла йоғонто яһайҙыр, моға­йын. Әммә, белгестәр билдәләүенсә, сәләмәт кеше көнөнә 1,5-2 литр һыу эсергә тейеш.
Республиканың нефть химияһы сәнәғәте үҫешкән Өфө, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡала­лары халҡы өсөн һуттар айырыуса файҙалы, уларҙағы пектин матдәләр организмдан төрлө ауыр металл тоҙҙарын сығарыуға булышлыҡ итә. Бының өсөн көн һайын кәм тигәндә 300 грамм һут эсергә кәңәш бирә белгестәр. Емеш-еләкте үҙегеҙ һығып һут яһау мөмкинлеге булмаһа, концентраттар ҡушылмағанын һатып алығыҙ. Шулай уҡ йәй компоттар әҙерләгеҙ, емештәрҙән яһалған морстар, кеҫәлдәр ҙә файҙалы.
Кемгәлер был ябай ғына хәҡиҡәт иҫкергән булып тойолор, әммә уның хаҡында иҫкә төшөрөп үтеү артыҡ булмаҫ. Насар ғәҙәттәр­ҙән – тәмәке тартыуҙан, алкоголь ҡулланыу­ҙан баш тартығыҙ. Спиртлы эсемлектәр йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына сәбәпсе була, бауыр һәм ашҡаҙан эшмәкәрлеген боҙа, мейе күҙәнәктәрен емерә. Никотин тын юлы системаһына һәм ҡан әйләнешенә зарарлы йоғонто яһай, үпкә, ҡыҙыл үңәс, бөйөр һәм башҡа ағзаларҙа яман шеш барлыҡҡа килтереүе ихтимал.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518