Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Апай, апай, саңғығыҙ ҡайҙа?”
“Апай, апай, саңғығыҙ ҡайҙа?”Бер танышым ҡыҙының уңайһыҙ хәлдә ҡалдырыуы хаҡында һөйләгәйне. “Скандинавия йөрөшө” менән шөғөлләнгән бер ҡатынды күреп ҡалған да бала: “Апай, апай, саңғығыҙ ҡайҙа? Төшөп ҡалғанмы әллә?” – тип һорап ҡуйған. Хәйер, ғәмәлдә ҡыҙ хаҡ – бындай күренештең нигеҙендә, ысынлап та, саңғы спорты ята.


...Иртәнге парк. Кемдер йүгерә, бер төркөм студенттар зачет тапшыра. Ә ҡаршыға килгән ике ханым, таяҡтарға таянып, яйлап ҡына атлай. Уйлай китһәк, йүгеректәр ҙә, һикереүселәр ҙә, атлап ҡына килеүселәр ҙә барыбер спорт менән шөғөлләнә.
– “Скандинавия йөрөшө” ике йыл элек арбаны беҙҙе. Былтыр кис сыҡһаҡ, быйыл паркты иртән ҡыҙырабыҙ, – тип һөйләне шөғөлдәре хаҡында Валентина Грицай менән Людмила Ильюшенко. – Беҙ йәшәгән йорттан ғына алты кеше йөрөй. Ҡалала хатта махсус клуб та бар.
Эйе, һуңғы йылдарҙа саңғы таяғы тотоп йөрөүселәр йышайҙы. Ана, ҡайһы бер төбәк­тәрҙә хатта тотош ауыл менән шөғөлләнәләр икән был спорт төрө менән. Шулай уҡ файҙалы икәнме ни?
– Беҙҙең йәштә бик тә кәрәк шөғөл, – ти, мәҫәлән, әлеге апайҙар. Уларҙың сирҙәрен барлап тормайынса, остеохондроздарынан ҡотолғандарын иҫәпкә алғанда ла, ысынлап та, кәрәк ғәмәл икәнлегенә инанаһың. Ғөмүмән, был спорт төрөн оло йәштәгеләр үҙ итә.
Хәйер, ул башлыса ҡарт көндә осрай торған сирҙәрҙән файҙалы ла. Һәр хәлдә, был – белгестәрҙең фекере: гипертония, йөрәк сирҙәре, ҡан баҫымынан һәм башҡаларҙан дауа. Шул уҡ ваҡытта уның менән шөғөлләнеү өсөн йәш саҡтағылай артыҡ көс, сығым да талап ителмәй бит. Был күренеш хатта йөклө ҡатындарға ла килешә, тиҙәр. Сабып барған аттың башын тотаһы түгел, батам тип хафа­ланырға кәрәкмәй, велосипедтан осоп төшөүҙән ҡурҡыу ҙа талап ителмәй. Ә мускулдарҙы ылыҡтырыу буйынса һанап киткән спорт төрҙәренән хатта күпкә файҙалыраҡ та әле. Мәҫәлән, әлегеләй йөрөүҙә мускулдарҙың 90 проценты эшкә егелә, велосипедта елдергәндә – 42 процент мускул, йөҙгәндә 45 проценты.
Эйе, күпкә файҙалыраҡ, ә бына шул файҙа хаҡында осраҡлы рәүештә генә белеп ҡалғандар икән. Скандинавия илдәрендә йәшәүсе саңғысылар ҡар юҡ ваҡытта көстәре һүрелмәһен өсөн саңғының таяҡтарын тотоп булһа ла йөрөргә ҡарар иткән. Был күренеш башҡаларҙа ла ҡыҙыҡһыныу уятҡан. Табиптар файҙаһы тураһында белгәс, хәҙер ул бөтә донъяға таралды.
Еңел спорт, тик, баҡтиһәң, техниканы дөрөҫ ҡулланмаһаң, файҙа урынына зыян алыуың да ихтимал. Шуға табиптан, һис юғында, ошо спорт төрө менән шөғөлләнгән кешенән кәңәш алыу артыҡ түгел. Йомшаҡ аяҡ кейеме, иркен спорт костюмы һәм, иң мөһиме, буйыңа тура килгән таяҡтар... Барыһын да күҙ уңында тоторға кәрәк.
Таяҡ тигәндән, бөтә хикмәт шул таяҡта ла инде. Әгәр былай ғына атлаһаң, башлыса аяҡ мускулдары, быуындары ғына хәрәкәт итә. Ә таяҡ менән бөтә быуындар ҙа эшкә егелә. Һәр хәлдә, ҡан баҫымын дарыу төймәһе менән баҫмайһың, остеохондрозды бөтөр тип аҡса түләп, массаж яһаусының ишеген шаҡырға кәрәкмәй... Бына шулай мәғәнәле көскә эйә икән ул ябай ғына саңғы таяғы!

Стәрлетамаҡ ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Дөрөҫ йәшәгеҙ

Дөрөҫ йәшәгеҙ 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Заман ҙур тиҙлек менән алға елгәндә, йылдарға йылдар өҫтәлгән һайын тормоштоң мәғәнәһе, дөрөҫ...

Тотош уҡырға 1 499

Ғалимдар һөйөндөрмәне

Ғалимдар һөйөндөрмәне 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Сит ил ғалимдары, атап әйткәндә, АҠШ, Испания һәм Норвегия тикшеренеүселәре рәсәйҙәрҙе тиҙ...

Тотош уҡырға 1 170

Прививкаһыҙ мәктәпкә лә, баҡсаға ла индермәйәсәктәр

Прививкаһыҙ мәктәпкә лә, баҡсаға ла индермәйәсәктәр 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Күптән түгел Италияла яңы закон ғәмәлгә инде. Ата-әсәләр балаларын киң таралған йоғошло сирҙәрҙән...

Тотош уҡырға 1 251

“Сихут” сире һайлап тормай...

“Сихут” сире һайлап тормай... 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Бер нәмәнән дә ҡурҡмаған таяҡса хаҡында....

Тотош уҡырға 1 253

“Ир менән ҡатын проблемаһы”н  еңеп сығырға мөмкин
"Сибай ҙа, уның халҡы ла оҡшаны"

"Сибай ҙа, уның халҡы ла оҡшаны" 22.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Тап шундай йылы һүҙҙәр, яҡты уйҙар менән ҡайтырға сыҡты Өфө табиптары. Бөгөн Сибайҙа сирлеләрҙе...

Тотош уҡырға 1 047

Заман менән бергә атлайҙар

Заман менән бергә атлайҙар 22.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

“Йөрәк һүҙе”, “Йөрәктән сыҡҡан йөрәккә етә”, “Бала – йөрәк ите”, “Миһырбанлыҡ – йөрәктән”... Кеше...

Тотош уҡырға 1 203

Яман шешкә ҡаршы "ҡоралланып"

Яман шешкә ҡаршы "ҡоралланып" 21.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Бөгөнгө “Сәләмәтлек сәғәте”ндә онкологик сирлеләрҙе дарыу препараттары менән тәьмин итеү мәсьәләһе...

Тотош уҡырға 1 049

Сирҙәрҙе башланғыс стадияһында уҡ асыҡлаясаҡ

Сирҙәрҙе башланғыс стадияһында уҡ асыҡлаясаҡ 16.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Учалы үҙәк дауаханаһында өлкәндәр өсөн УЗИ кабинетын йыһазландырыу эштәре бара....

Тотош уҡырға 1 039

Ҡәлғәгеҙ хәүефһеҙме?

Ҡәлғәгеҙ хәүефһеҙме? 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Таҙалыҡ – сәләмәтлек нигеҙе, тигән ҡанатлы һүҙҙәр хәҙерге заманда ла көнүҙәклеген юғалтмай....

Тотош уҡырға 1 374

Үҙеңдән дә оло табип юҡ

Үҙеңдән дә оло табип юҡ 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Һаулыҡтың һаҡлауға мохтаж икәнлеген хәтерҙә тотайыҡ....

Тотош уҡырға 1 414

Уйҙырмаларҙан ҡотолайыҡ

Уйҙырмаларҙан ҡотолайыҡ 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә лә төрлө уйҙырмалар етерлек. Шуларҙың бер нисәһенә күҙ һалайыҡ....

Тотош уҡырға 1 158