Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Алтын ҡуллы хирург үҫә
Алтын ҡуллы хирург үҫәБашҡорт дәүләт медицина университетының дауалау факультетында V курста уҡыған Ренат Ғарипов Бөтә Рәсәй хирургия буйынса студент олимпиадаһында төп бүләккә һәм алтын скальпелгә лайыҡ булды. Дөйөм иҫәптә БДМУ командаһы беренсе урынды яуланы.

Олимпиадала 21 команда, шул иҫәптән Германияның Гайдельберг университе­тындағы Мангейм медицина факультеты, Ҡытайҙың Сычуань, Харбин университеттары, И.К. Ахунбаев исемендәге Ҡырғыҙ дәүләт медицина академияһы студенттары, Һиндостан, Тажикстан, Әрмәнстан йәштәре ингән БДМУ-ның интернациональ командаһы ҡатнаш­ты.
Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры, Рәсәй Фәндәр академияһы­ның ағза-корреспонденты Валентин Павлов әйтеүенсә, олимпиадала Башҡорт­остан вузы тарафынан эшләнгән хирургия йүнәлешендәге белгестәрҙе аккредитациялау моделе менән тәүге тапҡыр таныш­тырҙылар. Ике көн дауамында сарала ҡатнашыусылар конкурс талаптарын үтәне: йөрәктәге яраны текте, аорта-коронар шунт ҡуйҙы, нәҙек эсәктән Sрә­үешендәге резервуар яһаны, йөрәк-бауыр реанимацияһы бәйгеһендә ҡатнашты. Йәштәр шулай уҡ LapSim виртуаль тренажерында нефрэктомия үткәреү оҫталы­ғын күрһәтте. Эндовидеохирургия конкурсы сараның кульминацияһы булды. Был ярыш төрөнә әүәлге этаптарҙа иң күп мәрәй йыйған дүрт команда ғына индерелде. Улар биологик моделдәрҙә “перфорация еген” тегеү буйынса операция үткәрҙе һәм холециститэктомия яһау буйынса көс һынашты.
– Әле студенттарҙың ғәмәли эше өсөн ҡануниәттә кәртәләр байтаҡ. Күп кенә төбәктәрҙә уларға пациенттар менән эшләргә рөхсәт ителмәй, университеттарҙа иһә клиник база юҡ. Быларҙың барыһы ла йәштәрҙең хирургия йүнәлешен һайлауына кире йоғонто яһамай ҡалмай, әлбиттә, – тигән фекер белдерҙе жюри рәйесе, Мәскәү дәүләт университетының фундаменталь медицина факультетын­дағы хирургия кафедраһы мөдире, академик Валерий Кубышкин. – Ә бындай олимпиадалар студенттарҙа ошо һөнәргә ҡыҙыҡһыныу уята.
Командаларҙың эшен Рәсәйҙең төп хирургтары, илдәге медицина вуздары профессорҙары баһаланы.
– Бындай ярыштар Ҡытайҙа ла үткәрелә. Әммә талаптарҙа ысынбарлыҡҡа әлегеләй яҡынлыҡты осратҡаным юҡ ине, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Харбин медицина университеты студенты Зенан Чжан.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Дөрөҫ йәшәгеҙ

Дөрөҫ йәшәгеҙ 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Заман ҙур тиҙлек менән алға елгәндә, йылдарға йылдар өҫтәлгән һайын тормоштоң мәғәнәһе, дөрөҫ...

Тотош уҡырға 1 499

Ғалимдар һөйөндөрмәне

Ғалимдар һөйөндөрмәне 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Сит ил ғалимдары, атап әйткәндә, АҠШ, Испания һәм Норвегия тикшеренеүселәре рәсәйҙәрҙе тиҙ...

Тотош уҡырға 1 170

Прививкаһыҙ мәктәпкә лә, баҡсаға ла индермәйәсәктәр

Прививкаһыҙ мәктәпкә лә, баҡсаға ла индермәйәсәктәр 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Күптән түгел Италияла яңы закон ғәмәлгә инде. Ата-әсәләр балаларын киң таралған йоғошло сирҙәрҙән...

Тотош уҡырға 1 251

“Сихут” сире һайлап тормай...

“Сихут” сире һайлап тормай... 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Бер нәмәнән дә ҡурҡмаған таяҡса хаҡында....

Тотош уҡырға 1 253

“Ир менән ҡатын проблемаһы”н  еңеп сығырға мөмкин
"Сибай ҙа, уның халҡы ла оҡшаны"

"Сибай ҙа, уның халҡы ла оҡшаны" 22.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Тап шундай йылы һүҙҙәр, яҡты уйҙар менән ҡайтырға сыҡты Өфө табиптары. Бөгөн Сибайҙа сирлеләрҙе...

Тотош уҡырға 1 047

Заман менән бергә атлайҙар

Заман менән бергә атлайҙар 22.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

“Йөрәк һүҙе”, “Йөрәктән сыҡҡан йөрәккә етә”, “Бала – йөрәк ите”, “Миһырбанлыҡ – йөрәктән”... Кеше...

Тотош уҡырға 1 203

Яман шешкә ҡаршы "ҡоралланып"

Яман шешкә ҡаршы "ҡоралланып" 21.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Бөгөнгө “Сәләмәтлек сәғәте”ндә онкологик сирлеләрҙе дарыу препараттары менән тәьмин итеү мәсьәләһе...

Тотош уҡырға 1 049

Сирҙәрҙе башланғыс стадияһында уҡ асыҡлаясаҡ

Сирҙәрҙе башланғыс стадияһында уҡ асыҡлаясаҡ 16.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Учалы үҙәк дауаханаһында өлкәндәр өсөн УЗИ кабинетын йыһазландырыу эштәре бара....

Тотош уҡырға 1 039

Ҡәлғәгеҙ хәүефһеҙме?

Ҡәлғәгеҙ хәүефһеҙме? 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Таҙалыҡ – сәләмәтлек нигеҙе, тигән ҡанатлы һүҙҙәр хәҙерге заманда ла көнүҙәклеген юғалтмай....

Тотош уҡырға 1 374

Үҙеңдән дә оло табип юҡ

Үҙеңдән дә оло табип юҡ 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Һаулыҡтың һаҡлауға мохтаж икәнлеген хәтерҙә тотайыҡ....

Тотош уҡырға 1 414

Уйҙырмаларҙан ҡотолайыҡ

Уйҙырмаларҙан ҡотолайыҡ 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә лә төрлө уйҙырмалар етерлек. Шуларҙың бер нисәһенә күҙ һалайыҡ....

Тотош уҡырға 1 158