Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Ир ҡанаты ат була90 йәште ҡыуалаған Хөснөтдин ағай әле лә ат дағалай Эй, ғәжәп тә инде был донъя! Күңелдә бөтөрөлгән уйҙарҙың иге-сиге юҡ. Донъяға ауаз һалып, уның яҡтылығын күрмәй ҡалғандар аҙмы ни?! Ә бына серек бәрәңге ашап, ярым-яланғас үҫкәндәрҙең бөгөн дә иҫән-имендәре бар. Улар — беҙҙең өсөн тере тарих, матур өлгө, барыр юлдарыбыҙҙы яҡтыртыр маяҡ.
Күңелемдең аҡ пәрҙәһен һаҡ ҡына асам да, унда бик тә әсе яҙмышлы, сабыр холоҡло кешене — ауылдашым Хөснөтдин ағай Ғосамовты күрәм. Уның ғәзиз бала саҡтары хаҡында һалмаҡ ҡына итеп һөйләгәндәрен тыңлағанда сәстәр үрә тора, ирекһеҙҙән күҙ йәштәре төйнәлә, тормош иптәше Камиләнең, хатта үҙенең дә күңеле йомшарып китә...
Булһа була икән шундай сыҙам, тормошто ныҡ яратҡан кешеләр! Күҙ алдына килтерегеҙ: өс йәштә — атай, дүрт йәштә ғәзиз әсәй менән бөтөнләйгә хушлаша. Әсәһе аслыҡтан интегеп, бәләкәй малайы Фәрүәзетдингә күкрәк һөтөнөң һуңғы тамсыһын имеҙеп ятҡанда, гүр эйәһе булған. Кескәй генә Хөснөтдин ҡустыһын күршеләренә саҡ-саҡ күтәреп алып инә. “Атайым, әсәкәйем” тип өндәшер, наҙланыр, бер телем икмәк һорап ҡулын һуҙыр яҡын кешеләре, шулай уҡ туғандары ла ҡалмай.
Етемлек елдәре Хөснөтдиндең елегенә тамам үтә. Торорға урыны булмай. Баштараҡ ул ауыл кешеләренең мунсаһында, көндәр йылыта башлағас, бесән аҙбарында ҡунып йөрөй. Шулай, йәйге бер көндә малай ат йөрөгән иркен яланға барып сыға. Уларҙың һалмаҡ ҡына үлән утлағанын ситтән күҙәтеп тора. Шунда һаҡ ҡына аҡ ат эргәһенә килеп: “Малҡай, малҡай”, — тип өндәшә. Тегеһе башын сайҡап ҡуя. Малай, бөтә ҡыйыулығын йыйып, аттың ялына әкрен генә тейә, уның биттәрен һыйпай. Бәлки, был минуттарҙа атҡа ултырып сабып ҡарағыһы ла килгәндер. Ә кисен шул мәхлүктәргә эйәреп ҡайта. Ат ҡараусының киткәнен ҡарап тора ла Хөснөтдин аҙбар башына менеп “ҡунаҡлай”. Йылҡы бесән ашай, етем бала бәрәңге кимерә. Ул иртәгәһенә лә малдар эргәһендә бөтөрөлә. Малайҙың хәлен аңлап, ат ҡараусылар уны бригада йортона урынлаштыра. Иң мөһиме: бында йылы, ҡыуыҡлы лампаһы ла бар. Атай-әсәй наҙынан мәхрүм Хөснөтдин ана шулай аслы-туҡлы тигәндәй үҫә. Тура килгәндә мейестә бәрәңге, һуған тәгәрәтеп ашай. Ҡайһы сағында алабута икмәге лә эләгеп ҡуя. Йылы мейес башында йоҡлай. Ат ҡараусылар ҙа ваҡыты-ваҡыты менән миһырбанлыҡ күрһәтә. Һуңыраҡ Мөхлисулла бай малайҙы үҙенә эшкә ала. Бәләкәй Хөснөтдин уның йортоноң ишек алдында таратылған ашлыҡҡа килгән ҡоштарҙы сепрәк бәйләгән таяҡ менән ҡыуып тора. Бай уны ашата, эсерә, төн ҡунырға ла урын таба. Барыһы ла бар һымаҡ, тик теге аттар малайҙың башынан сыҡмай.
1940 йылда 14 йәшлек Хөснөтдин ат ҡараусы булып урынлаша. Был эштә ҡул көсө күп кәрәк. Быуындары ла нығынып бөтмәгән малай бирешергә уйламай, киреһенсә, сәмләнеп эшләй. 1943 йылда улар фронтҡа — генерал Шайморатов дивизияһына — 40 айғыр оҙата. Малҡайҙарын ауылды сығып киткәнсе оҙатып баралар. Аттар ҙа арттарына боролоп-боролоп ҡарай. Шул саҡта 17 йәшлек Хөснөтдиндең моңһоу күҙҙәре йәшләнеп ҡуя. Кем белә, һаубуллашҡанда, бәлки, аттарҙың да күҙенән йәш тәгәрәгәндер.
Йыраҡтарҙан ағарып, ай, күренә
Ирәмәлкәй тауҙың аҡ ташы.
Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй
Ир-егеткәй менән ат башы...
Хөснөтдингә төрлө йылдарҙа һуғыш инвалиды Хәйҙәр Сабитов, уның улы Мансур Сабитов, Хәлил Ваһапов, Азат Йәрмиев һәм башҡалар менән эшләргә тура килә. Нимә тиһәң дә, иртәнге сәғәт 5-тә килергә, аттарҙың урын-ерен таҙартырға, ашатырға, эсерергә кәрәк. Улай ғынамы һуң әле, аттың ялын тарарға, ҡойроҡтарын, өҫтәрен таҙартырға, боҙлауыҡ осоронда уны дағаларға ла тура килә. Ә инде бейә ҡолонлағас, уға башҡаса тәрбиә кәрәк.
Хөснөтдин Ғосамов ҡара таңдан киске ҡараңғыға тиклем 57 йыл дауамында 120 – 130 баш ат ҡараған. Әйтеүе генә рәхәт. Буран, йәшенле, ҡойма ямғырлы, боҙлауыҡ көн тип эшен ҡалдырмаған, сөнки уны аттары-ҡанаттары көтөп торған. Бригадалағы саптарҙарын һабантуйға әҙерләү ҙә уларға йөкмәтелә. Майка, Еврей, Огонек ҡушаматлыларын ул бөгөн дә маҡтап иҫкә ала. 1963 йыл һабантуйында Хөснөтдин Ҡара айғырҙа беренсе урынды яулай. Әлбиттә, ябай ат ҡараусының хеҙмәте иғтибарһыҙ ҡалмай: уға премия рәүешендә заманында ике йәш тай, ҡул сәғәте, күлдәк һәм башҡа бүләк тапшырғандар.
Ниһайәт, Хөснөтдин Сәхәбетдин улы 1997 йылда, 110 баш атты бригадирға тапшырып, 71 йәшендә лайыҡлы ялға китә. Бер нисә йылдан заманында миллионер булған “Победа” колхозы ла бөтә. Йылдар буйы хеҙмәт хаҡы алмаған ҡайһы бер йылғыр механизаторҙарға, шоферҙарға, бригадирҙарға, ферма мөдирҙәренә, бигерәк тә начальниктарға трактор, йөк машинаһы, йылҡы, һыйыр, сусҡа, хужалыҡтың башҡа мөлкәтен өләшәләр. Ә алты тиҫтә йыл самаһы ат ҡараусы булып эшләгән, үтә әсе яҙмышлы Хөснөтдин ағайға бер нәмә лә юҡ. Был күңелгә лә, бер ниндәй тәртәгә лә һыя торған хәл түгел. Түләнмәгән хеҙмәт хаҡы урынына ат бирһәләрсе, исмаһам!
Ә шулай ҙа Хөснөтдин ағайҙың тормош арбаһы алға табан тәгәрәй. Уны ил ағаһы 90 йәшлек Камилә инәй Шиһапова менән бер тигеҙ тарта. Ҡатыны — һуғыш ветераны, заманында өс йыл “тимер ат”ты эйәрләгән — “НАТИ” тракторында ауылдашы Менәүәрә Сәлмәнова менән эшләгән, урманда ағас киҫеп сынығыу алған. Оло тормош тәжрибәһе туплаған Хөснөтдин олатай менән Камилә инәй ҙә үткәндәргә үпкәләмәй. Улар икеһенә бергә 21 мең һумдан ашыу пенсия алып, Хөкүмәтебеҙгә рәхмәт әйтеп, Бишбүләк районының Ҡыңғыр-Мәнәүез ауылында мул тормошта йәшәй. Өс бүлмәле йортта эсәр һыуы, тәбиғи газы бар. Йәшерәктәр икмәкте магазиндан һатып алһа, өлкән йәштәге Камилә инәй әле лә үҙе күпертеп ҡалас кеүек икмәк бешерә. Ишек алдында тиҫтәләгән тауыҡ сүпләнә. Хөснөтдин ағай ике башмаҡты, атын үҙе ҡарай. Бесәнен дә быға тиклем үҙҙәре әҙерләгән. Йәштәргә биргеһеҙ улар.
Әнүәр СӨЛӘЙМӘНОВ.
Бишбүләк районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Дөрөҫ йәшәгеҙ

Дөрөҫ йәшәгеҙ 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Заман ҙур тиҙлек менән алға елгәндә, йылдарға йылдар өҫтәлгән һайын тормоштоң мәғәнәһе, дөрөҫ...

Тотош уҡырға 1 499

Ғалимдар һөйөндөрмәне

Ғалимдар һөйөндөрмәне 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Сит ил ғалимдары, атап әйткәндә, АҠШ, Испания һәм Норвегия тикшеренеүселәре рәсәйҙәрҙе тиҙ...

Тотош уҡырға 1 170

Прививкаһыҙ мәктәпкә лә, баҡсаға ла индермәйәсәктәр

Прививкаһыҙ мәктәпкә лә, баҡсаға ла индермәйәсәктәр 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Күптән түгел Италияла яңы закон ғәмәлгә инде. Ата-әсәләр балаларын киң таралған йоғошло сирҙәрҙән...

Тотош уҡырға 1 251

“Сихут” сире һайлап тормай...

“Сихут” сире һайлап тормай... 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Бер нәмәнән дә ҡурҡмаған таяҡса хаҡында....

Тотош уҡырға 1 253

“Ир менән ҡатын проблемаһы”н  еңеп сығырға мөмкин
"Сибай ҙа, уның халҡы ла оҡшаны"

"Сибай ҙа, уның халҡы ла оҡшаны" 22.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Тап шундай йылы һүҙҙәр, яҡты уйҙар менән ҡайтырға сыҡты Өфө табиптары. Бөгөн Сибайҙа сирлеләрҙе...

Тотош уҡырға 1 046

Заман менән бергә атлайҙар

Заман менән бергә атлайҙар 22.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

“Йөрәк һүҙе”, “Йөрәктән сыҡҡан йөрәккә етә”, “Бала – йөрәк ите”, “Миһырбанлыҡ – йөрәктән”... Кеше...

Тотош уҡырға 1 203

Яман шешкә ҡаршы "ҡоралланып"

Яман шешкә ҡаршы "ҡоралланып" 21.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Бөгөнгө “Сәләмәтлек сәғәте”ндә онкологик сирлеләрҙе дарыу препараттары менән тәьмин итеү мәсьәләһе...

Тотош уҡырға 1 049

Сирҙәрҙе башланғыс стадияһында уҡ асыҡлаясаҡ

Сирҙәрҙе башланғыс стадияһында уҡ асыҡлаясаҡ 16.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Учалы үҙәк дауаханаһында өлкәндәр өсөн УЗИ кабинетын йыһазландырыу эштәре бара....

Тотош уҡырға 1 039

Ҡәлғәгеҙ хәүефһеҙме?

Ҡәлғәгеҙ хәүефһеҙме? 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Таҙалыҡ – сәләмәтлек нигеҙе, тигән ҡанатлы һүҙҙәр хәҙерге заманда ла көнүҙәклеген юғалтмай....

Тотош уҡырға 1 374

Үҙеңдән дә оло табип юҡ

Үҙеңдән дә оло табип юҡ 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Һаулыҡтың һаҡлауға мохтаж икәнлеген хәтерҙә тотайыҡ....

Тотош уҡырға 1 414

Уйҙырмаларҙан ҡотолайыҡ

Уйҙырмаларҙан ҡотолайыҡ 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә лә төрлө уйҙырмалар етерлек. Шуларҙың бер нисәһенә күҙ һалайыҡ....

Тотош уҡырға 1 158