Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бауырҙы һоло таҙарта
Бауырҙы һоло таҙартаҠан биреүсенең хикәйәте
Юғары уҡыу йортонда уҡыған саҡта, сараһыҙҙан (өйләнгәйнем, ике йәшлек сабыйыбыҙ үҫә), ҡан бирергә барҙым. Аҙ булһа ла аҡсаһын түләйҙәр бит. Ә минең йәш саҡ, әрме хеҙмәтенән ҡайтҡанға 2 йыл ғына, көс-ғәйрәт ташып тора. Тик шуныһы уңайһыҙ: 450 грамм ҡан тапшырғандан һуң бер ай ҡайтанан бирергә ярамай. Ә аҡса етмәй, йышыраҡ та бирергә булыр ине.
Ике-өс тапҡыр биргәндән һуң рәтенә төшөнә башланым. Баҡтиһәң, айына икене биреү мөмкинлеге бар. Терапевт тикшереүен сираттағы үткәндә даими килергә теләүемде белдерҙем. Табип тулыһынса тикшерелергә һәм махсус әҙерлек үтергә ҡушты. Һау-сәләмәт, уға һабан тағып, ер һөрөргә була, тигәнерәк йөкмәткеле белешмә килтергәс, ҡалаҡ һөйәге тирәһенә укол эшләп ҡайтарҙылар. Унан беләккә тағы берҙе ҡаҙанылар. Быныһы айына бер тапҡыр бирелә икән. Шундайҙы өсәү алырға кәрәк.
Өс айҙан һуң ҡанды тикшерҙеләр ҙә, титрҙарың яҡшы, ҡотлайбыҙ, ҡанды даими биреүсе булдың, тип ике аҙна һайын саҡырта башланылар. Студент кешегә, вәт, хөрриәт! Айына ике тапҡыр донор пунктына юлланам, башта сәй эсерәләр, унан ҡәҙерләп-хөрмәтләп ҡаныңды алалар, һуңынан төшкө аш менән һыйлайҙар. Уның эргәһенә ярты стакан ҡыҙыл шарап та бирәләр. Теләгәндәр эсә, теләмәгәндәрҙеке ике юл менән юҡҡа сыға: йә һалып тороусыға ҡала, йә шуны ғына көтөп торған "оҫта" донорҙар тамағына юллана. Икенсе осраҡты аңлатып китергә кәрәк. Ҡан биреүселәр араһында ул ваҡытта күпселекте йә эсеп эшкә бармағандар, йә "төшөрөргә яратыусылар" тәшкил итә ине. Башы сатнаған байтаҡ "донор" иртәнән пункт эргәһенә килеп баҫа. Ғәҙәттә, оҙаҡ йылдар шулай эштән ҡотолоп өйрәнгәс, уларҙың бында дуҫтары, таныштары ла байтаҡ. Терапевты үтә алһа, үҙе лә ҡан бирә, үтә алмаһа, шул тирәлә тапана, сыҡҡан берәүҙән: "Һин эсәһеңме?" – тип һорап тора. Кемдер өндәшмәй, икенсе берәү "эйе" ти, өсөнсөләре "юҡ" тип яуап бирә. Тегеләргә тап һуңғылары кәрәк тә инде, шунда уҡ: "Ә мөмкинме һинең шарабыңды мин эсәм?" – ти һалалар. Үҙеңә кәрәкмәгәс, бирәһең. Төшкә табан ундайҙар 4-5 кеше йыйылып китә. Баштары "төҙәлгән" ағайҙарҙың кәйефе яҡшыра, шунан улар урамға сыға ла ҡан биреп сыҡҡан һәр кемде "аулай" башлай. Маҡсаттары – ҡан өсөн түләнгән аҡса иҫәбенә һыйланыу. Нисек кенә көлкөлө күренмәһен, төркөмдөң "шөғөлө" һәр саҡ уңышлы тамамлана торғайны. Мин иһә баштараҡ: "Юҡ, мине ғаиләм көтә", – тип ҡотолор булдым. Аҙаҡтан танып, ундай һорау менән мөрәжәғәт итмәй башланылар, 100 грамм шарапты ғына бирә торғайным. Әйткәндәй, был төркөм төрлө психологик алымдар ҡулланды, кемде – яҡшы мөғәмәлә менән, бәғзеләрҙе ҡурҡытып, үҙ рәттәренә ҡушып алып китерҙәр ине. Башлап йөрөүсе ике-өс эскесене табиптар ҙа танып бөткән, бүлмәнән ҡыуып та торалар, милиция ла саҡырталар, тик йышылған төркөм көн һайын иҫереп таралышыуын дауам итә.
920 грамм ҡаныңды махсус ҡорамал аша үткәрәләр, плазмаһын һығып алалар, ҡалған ҡуйырыҡты тейешле шыйыҡса менән болғатып, система ярҙамында кире ебәрәләр. Плазмаға аҡса түләп, ике көнгә ял биреүсе белешмә тотоп ҡайтып китәһең.
Айырым мөнәсәбәттәр, организмыңдың даими күҙәтеү аҫтында булыуы, ғаилә көшөлөгөнә ярайһы уҡ аҡса инеп тороуы, һине даими донор тип таныуҙары оҡшап китте. Дәрестәрҙе ҡалдырған көндәрҙе шул белешмә менән ябып ҡотола торған булдым, сөнки ҡатыным да уҡый ине, баланы алмашлап ҡарарға кәрәк бит.
Шулай йылдар үтте, инде күптән эшләп йөрөһәк тә, даими ҡан биреүҙән туҡтағы килмәне. Хәҙер инде "Рәсәйҙең почетлы доноры" тигән исем ҡыҙыҡтыра ине. Әммә сираттағы ҡан бирергә барыуымда тикшереүҙе үтә алманым: бауырың бысранған, шуны таҙартҡас килерһең, тип оҙаттылар. Әгәр таҙарта алмаһаң, донорлыҡтан баш тартырға тура килер, тип тә киҫәттеләр. Ә уны нисек таҙартырға? Был һорауыма табип "Но-шпа" дарыуы, "Овесол" эсергә тәҡдим итте. Шулай эшләнем, тик бер айҙан һуң барыуға хәл үҙгәрмәгәйне... Иҫкә төшкән һайын йәнде өйкәп торған бәләнең сиселеше көтмәгәндә килде. Пенсионер ағай менән һөйләшеп ултырғанда, ул минең халыҡ ысулын белмәүемә бот сабып аптыраны. Ул өйрәткәнсә, иң тәү баҙарҙан һоло һатып алдым. Ике сөңкә һолоно йыуып, өс литрлыҡ быяла һауытҡа һалаһың. Өҫтөнә ҡайнатып һыуытылған, әммә йылымса һыу ҡояһың, өс-дүрт сәй ҡалағы шәкәр төшөрөп болғайһың да ярты тәүлек (12 сәғәт) бүлмәлә тотаһың. Мәҫәлән, иртән эшләнгән болғатманы кис йоҡларға ятыр алдынан эсергә ярай. Ҡалғанын һыуытҡыста һаҡларға кәрәк. Әсей башлаған кеүек тәм биргән шыйыҡсаны бер ай иртәле-кисле 100 – 150 грамм эсергә.
Бөтһә, шул уҡ һоло өҫтөнә тағы йылытылған һыу менән шәкәр һалып, шыйыҡса яңынан эшләнә. Уны дүрт тапҡырғаса ҡулланырға була. Һыуҙа оҙаҡ торған һоло, үҙенән-үҙе онға тарҡалып, бутҡаға әйләнә. Ундағы микроэлементтар, ҡанға күсеп, бауырҙағы бөтә булған бысраҡты тәбиғи таҙарта. "Овесол"ың ары торһон!
Инде мине хаҡлы ялға ебәрергә әҙерләнеп бөткән терапевтың аптырауының сиге юҡ ине. Серемде һорашып бер булды. Хәҙер бөтәһенә лә шуны тәҡдим итә. Сәләмәт булығыҙ!
Ильяс.
Өфө ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Дөрөҫ йәшәгеҙ

Дөрөҫ йәшәгеҙ 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Заман ҙур тиҙлек менән алға елгәндә, йылдарға йылдар өҫтәлгән һайын тормоштоң мәғәнәһе, дөрөҫ...

Тотош уҡырға 1 498

Ғалимдар һөйөндөрмәне

Ғалимдар һөйөндөрмәне 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Сит ил ғалимдары, атап әйткәндә, АҠШ, Испания һәм Норвегия тикшеренеүселәре рәсәйҙәрҙе тиҙ...

Тотош уҡырға 1 170

Прививкаһыҙ мәктәпкә лә, баҡсаға ла индермәйәсәктәр

Прививкаһыҙ мәктәпкә лә, баҡсаға ла индермәйәсәктәр 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Күптән түгел Италияла яңы закон ғәмәлгә инде. Ата-әсәләр балаларын киң таралған йоғошло сирҙәрҙән...

Тотош уҡырға 1 250

“Сихут” сире һайлап тормай...

“Сихут” сире һайлап тормай... 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Бер нәмәнән дә ҡурҡмаған таяҡса хаҡында....

Тотош уҡырға 1 253

“Ир менән ҡатын проблемаһы”н  еңеп сығырға мөмкин
"Сибай ҙа, уның халҡы ла оҡшаны"

"Сибай ҙа, уның халҡы ла оҡшаны" 22.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Тап шундай йылы һүҙҙәр, яҡты уйҙар менән ҡайтырға сыҡты Өфө табиптары. Бөгөн Сибайҙа сирлеләрҙе...

Тотош уҡырға 1 046

Заман менән бергә атлайҙар

Заман менән бергә атлайҙар 22.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

“Йөрәк һүҙе”, “Йөрәктән сыҡҡан йөрәккә етә”, “Бала – йөрәк ите”, “Миһырбанлыҡ – йөрәктән”... Кеше...

Тотош уҡырға 1 203

Яман шешкә ҡаршы "ҡоралланып"

Яман шешкә ҡаршы "ҡоралланып" 21.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Бөгөнгө “Сәләмәтлек сәғәте”ндә онкологик сирлеләрҙе дарыу препараттары менән тәьмин итеү мәсьәләһе...

Тотош уҡырға 1 049

Сирҙәрҙе башланғыс стадияһында уҡ асыҡлаясаҡ

Сирҙәрҙе башланғыс стадияһында уҡ асыҡлаясаҡ 16.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Учалы үҙәк дауаханаһында өлкәндәр өсөн УЗИ кабинетын йыһазландырыу эштәре бара....

Тотош уҡырға 1 039

Ҡәлғәгеҙ хәүефһеҙме?

Ҡәлғәгеҙ хәүефһеҙме? 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Таҙалыҡ – сәләмәтлек нигеҙе, тигән ҡанатлы һүҙҙәр хәҙерге заманда ла көнүҙәклеген юғалтмай....

Тотош уҡырға 1 374

Үҙеңдән дә оло табип юҡ

Үҙеңдән дә оло табип юҡ 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Һаулыҡтың һаҡлауға мохтаж икәнлеген хәтерҙә тотайыҡ....

Тотош уҡырға 1 414

Уйҙырмаларҙан ҡотолайыҡ

Уйҙырмаларҙан ҡотолайыҡ 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә лә төрлө уйҙырмалар етерлек. Шуларҙың бер нисәһенә күҙ һалайыҡ....

Тотош уҡырға 1 157