Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Их, дуҫтарым, һеҙгә әйтәм...
Их, дуҫтарым, һеҙгә әйтәм... Күп кенә башҡа даими баҫмаларҙағы кеүек, гәзитебеҙҙә заман афәтенә әйләнгән эскелек һәм наркомания темаһына мәҡәләләр баҫылып сығып тора. Алкоголизм һәм наркомания сиренән ыҙа сиккән, әммә әлегәсә һәләк булып өлгөрмәгән яҡташтарыбыҙҙың ҡасандыр дөрөҫ юлға баҫыуҙарына өмөт итеп, илебеҙҙә киң таралған кире күренешкә битараф булмаған авторҙарыбыҙ ошо афәттән һәр төрлө ҡотолоу юлдарын күрһәтергә тырыша. Арабыҙҙа иң таралғаны эскелек булғанғалыр, һүҙҙе ана шул хаҡта йөрөтә күпселек.
Эскелектең ниндәй аяныслы һөҙөмтәләргә килтереүен раҫлаған миҫалдар бихисап, ташҡа ла баҫылып тора.
Әммә бына ошо фәһемле, өгөт-нә­сихәтле мәҡәләләрҙе тетрәнә-тетрәнә уҡып сыҡҡас, ни өсөндөр һәммәбеҙ ҙә улар башҡа берәүҙәр өсөн яҙылған тип ҡабул итәбеҙ. Ә улар беҙҙең яҡын дуҫтарыбыҙға, туғандарыбыҙға, хатта, ҡайһы бер осраҡта, үҙебеҙгә лә ҡағы­лышлы. Үкенескә ҡаршы, күпселек ва­ҡытта алкоголизм тип аталған мәкерле сирҙең үҙебеҙҙең яҡын-тирәлә генә йөрөгәнен белмәйбеҙ. Ә иң үкенеслеһе – ошо яман ауырыуҙың тоҙағына барып эләккәнебеҙҙе һиҙмәйбеҙ, белмәйбеҙ, дөрөҫөрәге, белмәмешкә һалышабыҙ, танымайбыҙ. Был хәл бик аяныслы. Табип һәм ҡәләм тибрә­теүсе булараҡ, алкоголизм тигән сир­ҙең нимә икәнлеген ябай кеше аңлар­лыҡ итеп һүрәтләргә ниәтем.
“Мин – алкоголик” йә иһә “Алкоголизм менән сирләйем, фәләнсә стадияла, миңә дауаланырға кәрәк”, – тип һүҙ йөрөткән берәй эскесене күр­гәнегеҙ бармы? Эйе, хатта хроник алкоголизмдың иң һуңғы стадияһында булған сирлеләр ҙә улай тип әйтмәй! Әгәр ҙә мәгәр, кем дә кем үҙенең ошо ауырыу менән сирләүен таныу бәхе­тенә өлгәшә икән, ул кеше һауығырға ынтыласаҡ һәм киләсәктә һис шикһеҙ был сирҙән ҡотоласаҡ, ти торғайны Һамар медицина академияһында беҙҙе уҡытҡан профессор.
Медицинала алкоголизмды өс ста­дияға бүләләр. Иң тәүге, йәғни беренсе стадияһына килеп ингәнен кеше үҙе лә һиҙмәй, сөнки алкоголизмдың баш­ланғыс стадияһы күпселек осраҡта көн­күреш эскелектәре, бәғзеләр әйт­меш­ләй, “мәҙәни” эсеү формаһында үтә. Хәмер эсеү менән бәйле һәр төрлө байрамдар, кисәләр, ҡунаҡ-маҙар йә иһә былай ғына “осрашыу хөрмәтенә бер “ярты” бушатыуҙар һәм башҡалар – төп этәргес. Тәү осорҙарҙа ошоноң һы­маҡ мәжлестәрҙә эселгән хәмерҙән һуң барлыҡҡа килгән күтәренке кәйеф, фекер йөрөтөү еңеллеге тойғоһо, кеше араһында “оҫта итеп” һөйләй алыу, йыр­лау һәм бейеү һәләтенең “көсә­йе­үе” кешене тап бына шундай мәж­лес­тәргә һаман йышыраҡ әйҙәй. Организмында һиҙелмәй генә биохимик үҙгә­рештәр барған бындай кеше тора-ба­ра, ошо коллектив рәүештә үткә­релгән кисәләрҙән тыш, хәмер эсеүгә башҡа сәбәптәр һәм юлдар эҙләй башлай.
Эҙләгән – таба, тигәндәй, сәбәптәр, үкенескә, эт тубығынан! Тыуған көнө, ҡатынының (иренең), балаларының, ата-әсәһенең, ағай-энеләренең, дуҫ-иштәренең яҡты донъяға килгән көн­дәре лә хәмерһеҙ үтмәй. Ундай кеше күптәрҙең тыуған көндәрен хәтерләп ҡалыусан. Яңы фатир, машина, кейем алған таныштарына, яҡындарына һәр саҡ “Йыуырға кәрәк...” тип шаяртырға ярата ул... Ошо сараларҙың һәр бере­һендә лә “төшөрөп” йөрөгән кешенең организмы әкренләп кенә (ә ҡайһы берҙәрҙең бик тиҙ, бер нисә ай эсендә) алкоголь эсемлегенә өйрәнә бара. Был процесс бер нисә йылға һуҙылыуы ла мөмкин. Йәне-тәне шайтан һыуына “күнегә” барған кеше тора-бара шундай һәр датаны спиртлы эсемлекһеҙ күҙ алдына килтерә алмай башлай.
Шул уҡ ваҡытта организмда алко­голизмдың иң тәүге стадияһына хас булған “толерантлыҡ” тип аталған симптом барлыҡҡа килә (толерантлыҡ күнегеү тигәнде аңлата). Ябай тел менән әйткәндә, элегерәк кеше ике-өс рюмканан иҫерһә, хәҙер уны иҫертер өсөн яңғыҙына бер “ярты”, хатта унан да күберәк кәрәк, шунһыҙ “алмай”. Күптәр тап ошо стадияла үҙҙәренең хәмергә “бирешмәүсәнлеген” организ­мы­ның “ныҡлығынан” тип уйлай һәм йыш байрамдарҙы артабан дауам итә.
Артабан, шешәләш тә эҙләп тормай, яңғыҙы ғына булһа ла ултырып “төшө­рөп” алырға әүәҫләнеп китә бәғзеләр. Әммә был стадияла әле, айырыуса баштараҡ, кеше “баш төҙәтеү”гә мохтаж түгел. Шунлыҡтан, башҡалар “пох­мелдән” сирләгән саҡта, “мин күпме эсһәм дә, бер ҡасан да ауырымайым” тип маҡтаныусан була ул. Сөнки “алкоголь абстиненцияһы” тип аталған синдром ауырыуҙың икенсе стадия­һына сыҡҡас ныҡлап беленә башлай. Шулай итеп, әҙәм балаһы теләһә лә, теләмәһә лә, үҙе лә һиҙмәҫтән, был мәкерле ауырыуҙың ошо стадияһына килеп тә инә.
Абстиненция – кисә иҫергәнсе эсеп, бөгөн иртән уянған кешенең үтә лә ныҡ кәйефе төшкән хәле. Ул ғына ла түгел, иҫерек ваҡытта бер ниндәй ҙә артыҡ эш боҙмаған хәлдә лә, иртәгә­һенә үҙеңде нимәләлер бик ныҡ ғәйепле итеп тойоу. Кешене шундай ыҙа сиктергән ошо тойғо иртәнсәк тороу менән “100 грамм” эсеп алыуға этәрә лә инде. Ошо дозанан кешенең хәле бер аҙ “яҡшыра” төшә. Тәүге стадияның аҙаҡтарында беленә баш­лаған һәм икенсе стадияға бөтөнләйгә хас булған бындай хәлде “похмель синдромы” тип тә әйтәләр.
Шулай уҡ беренсе стадияла баш­ланған толерантлыҡ артабан да үҫә бара. Хәҙер инде кешегә иҫерер өсөн тағы ла күберәк доза кәрәк, хатта бер литрға тиклем (нормаль кеше өсөн бер литр – үлемесле доза!). Меҫкен кеше ана шулайтып һаман үҙенсә “нығына” бара. Ошо стадияла уның эшкә һәләте түбәнәйә, тиҙ арыусан булып китә. Элек ҡасандыр итәғәтле, әҙәпле булған кешенең холоҡ-фиғеле үҙгәрә. Алдаҡсылыҡ, тупаҫлыҡ, эгоизм һымаҡ элегерәк булмаған сифаттары барлыҡҡа килә башлай.
Баштараҡ, ҡатыны алдында үҙен аҡлар өсөн, “начальнигым” йә иһә икенсе бер “ҙур кеше” менән эстем, тип алдаусан. Үҙ-үҙеңә ҡарата тәнҡит тойғоһо һүнә барып, бөтөнләйгә тиерлек юҡҡа сығып, шәхес деградацияһы әкренләп башланыу ҙа хас ауырыуҙың был стадияһына. Көн дә эсеп, унан (хатта эш ваҡыттарында ла) баш йүнә­теп, үҙ эшен тулыһынса үтәй алмаған бындай кешенең ҡасандыр яратҡан һөнәренән яҙыуы, әлбиттә, ғәжәп түгел. Һәр көн кис өйөнә иҫерек ҡайтҡан ир ҡатыны алдында, “начальство менән талаштым, шуға йәнем көйөп эстем”, тип аҡлана. Ә инде иртәгәһенә эшкә “пахмурҙан”, йә иһә “баш төҙәтеп”, эсеп килә икән, “өйҙә ҡатыныма көйөп эстем” тигән һымағыраҡ яуаптар таба һәр саҡ.
Бына шуның өсөн дә инде ауырыу­ҙың ошо стадияһында булған кеше, ғәҙәттә, элекке эшендә эшләмәгән бу­ла, дөрөҫөрәге, “арт һанына тибелеп” ҡыуылған була. Ошо арҡала бик күптәрҙең ғаиләһе лә тарҡала. Берәй ғаилә ағзаһы йә иһә башҡа кемдеңдер уға дауаланырға биргән кәңәше уны асыуландыра ғына. “Һеҙ нимә, мине алкоголик тип беләһегеҙме, кәрәк булһа, үҙем ташлармын әле!” тигән һымағыраҡ яуап бирә ул яҡындарына. Ә үҙе һаман да эсеүен дауам итә. “Пахмырҙан” ныҡ ҡына ауырыған сағында туғандарына, ҡатынына “ошонан иҫән ҡалһам, баш­ҡаса ауыҙыма ла алмаясаҡмын”, тип анттар бирә, әммә бер аҙ хәле яҡшы­рыу менән вәғәҙәһен бөтөнләйгә онота. Бер нисә көн шулай өҙлөкһөҙ эскәндән һуң, ҙур ыҙа менән “похмель хәле”нән сығып, айныҡ ваҡытында туғандары, етәксеһе алдында тырышып-тырмашып үҙен “реабилитация­ларға” тотона. Хатта бер-ике байрам мәжлесендә эсмәй ултырыуы мөмкин. Эшендә лә күпмелер кимәлдә элекке абруйын бер аҙға ҡайтара аласаҡ. “Алтын ҡуллы кеше ул, тик ана шул бер аҙ эсергә ярата”, тиҙәр ҡайһы саҡ ундай кеше тураһын­да. Тик уның аяныслы сирҙең тоҙағына эләккәне үҙенең дә, башҡаларҙың да башына килмәй.
Бындай “яҡты период” оҙаҡҡа бармай. Бер нисә аҙнанан бер-ике айға тиклем һуҙылыуы мөмкин. Инде үҙен бөтөнләйгә яҡшы тоя башлаған был кеше ҡабаттан эскеһе килә башлай. Сәбәп өсөн ниндәйҙер бер ваҡиғаны тап килтереп (илебеҙҙә билдәләрлек сәбәптәр көн һайын тиерлек), йә иһә бер ниндәй сәбәпһеҙ “эс ҡортлап китте әле...” тигән һымағыраҡ кәрәкле шаян һүҙҙәр табып, ҡабаттан элекке дуҫтары янына килә...
Ҡайһы саҡ, “инде эсеүҙе бөтөнләйгә ташланым” тип уйлап, яҡшы ғына эш­ләп йөрөгән мәлендә, был “алтын ҡул­лы” кешегә ниндәйҙер эш өсөн бер ни ҙә уйламай ғына һалып биреүселәр ҙә табыла. Унһыҙ ҙа “күңеле йомшаҡ” кеше быларҙың һүҙен кире ҡағырға “ҡыймай”. Шулай йә иһә башҡа һыл­тауҙар менән, ғөмүмән, нисек кенә булһа ла ахырҙа ул тағы ла организмы талап иткән сираттағы дозаны ала. Ә организм ысынлап та талап итә. Шәхестең тән күҙәнәктәрендәге инде алкоголгә яраҡлашып өлгөргән ҡатмар­лы химик һәм биологик процестарҙың башланыуы “күңел талабы”на әйләнеп, даими рәүештә уның “эсен ҡортлатып” тора ла инде. Шулай итеп, ауырыу үҙенең иң һуңғы – өсөнсө стадияһына күсә.
Алкоголизмдың аҙаҡҡы стадияһына юғарыла әйтеп үтелгән “толерант­лыҡ”тың бөтөүе хас. Хатта, киреһенсә, быға тиклем иҫерер өсөн кешегә бер-ике ярты кәрәк булһа, өсөнсө стадияға ингән кеше илле-йөҙ грамдан да “лаяҡыл” була. Ауырыуҙың был кимә­ленең икенсе бер симптомы: элек бер аҙ эскәс, кәйефе күтәрелеп киткән был кеше хәҙер “баш йүнәтеү” менән иҫерек йоҡоға тала. Кәйефе күтәрелеп тә “өлгөрмәй”. Йоҡонан уянғас та, аңында тик бер генә уй – нисек итеп тағы ла баш төҙәтәһе... Ғаилә, бала-саға, туғандары, эше хаҡында уйҙары уны әллә ҡасан уҡ ташлап киткән. Был стадия өсөн шәхес деградацияһы хас. Һирәк-һаяҡ ҡына була торған айныҡ ваҡыттарында ла һис бер юҡҡа шашынып көлөү йә иһә башҡалар алдында теләһә ниндәй һүҙҙәр менән һүгенеү уның өсөн ғәҙәти булып китә. Ҡасандыр үҙенең ниндәй “алыштыр­ғыһыҙ” юғары квалификациялы һөнәр­мән булыуы менән шапырынырға ярата күптәр. Бәғзеләре ҡасандыр теге йәки был билдәле артист йә яҙыусы менән яҡын дуҫ булыуҙарын, хатта уның ме­нән хәмер эскәнен шаштырып һөйләргә ярата. Һөйләгән берәй ҡыҙыҡлы хәле лә эскелек темаһынан алыҫ китмәй. Нисек итеп сиратһыҙ араҡы алып кит­кәне хаҡында көлә-көлә йә иһә, кире­һенсә, ҡасандыр яңылыш төшөрөп ебәреп ватылған шешәһен иҫләп, йәлләп һөйләүсән. Һөйләшкәндә, һүҙҙе мага­зиндағы араҡының хаҡы йә иһә сифаты тураһында алып барыусан. Хатта ана шул стадияла ла ул үҙенең сирле икәнен танымай. Был турала һүҙ әйткән яҡындарына “мин алкоголик түгел, тик башҡалар һымаҡ самалап ҡына эсә белмәйем” тип яуап бирә. Сираттағы “запой” ваҡыттарында һәр төрлө өй йыһазын хәмергә алышты­рырға ла тартынмай башлай, хатта балала­ры­ның кейемен һатып эсеүе лә бар. Бер “ҡой­ған” урынға тағы һәм тағы килеү­сән. “Үләм, ҡой!” тип үҙен йәлләтеп ялбара ул. Оҙаҡҡа һуҙылған “запой” осорҙары бик аҙға (аҙна-ун көнгә) эсеүҙән туҡтау менән алмашына бара, әммә “яҡты аралыҡтар” һирәгәй­гәндән-һирәгәйә. Тора-бара айҙар буйы, тәнәфесһеҙ эсеү башлана.
Ауырыуҙың икенсе стадияһында уҡ башланған абстинент синдромы, йә иһә һуңғы стадияла күҙәтелгән һәр төрлө галлюцинациялар ваҡытында, күп кенә осраҡта әҙәм балаһы үҙ-үҙенә ҡул һалыусан да була. Бик күптәр бауыр ауырыуынан (цирроз) ыҙа сигеп, һарғайып, йә булмаһа берәй йөрәк өйәнәгенән (алкогольная кардиомиопатия, инфаркт миокарда), мейе инсультынан кинәт кенә яҡты донъя менән хушлаша.
Күп яҡлы булған был сирҙе, әлбиттә, бер генә мәҡәләлә тулыһынса һүрәтләп бөтөү мөмкин түгел. Әммә күп осраҡта башҡаларҙың күҙендә генә күренә торған сүпте үҙеңдә эҙләп ҡарау кәрәк­леген, мөмкинлеген ошо мәҡәләм аша күрһәтә алған булһам, маҡсатыма өлгәштем тип һанар инем.
Афәттән ҡотолоу юлдары бар. Тәүгеһе – дин юлына баҫыу. Ислам динендә иҫерткес эсемлектәр – хәрәм. Эскелек менән дуҫ булған бәндәһенә Аллаһ Тәғәлә был донъяла ғына түгел, ә ахирәттә, йәғни киләһе мәңгелек йортта ла ғазаптарын әҙерләп ҡуйған. Әгәр Аллаға ышанаһың икән, был һине ҡурҡытырға тейеш. Сөнки ҡәбер ғазаптары, унан килә йәһәннәм (тамуҡ) утында яныуҙары был донъя ғазап­тарынан һанһыҙ мәртәбә аяныслыраҡ. Әммә иманға килеүҙе тик эскелекте ташлау ысулдарының береһе генә тип һанарға ярамай!
Әгәр дин юлына баҫырға әлегә әҙер түгелһең икән, ғаиләңде, ата-әсәңде, ғәзиз балаларыңды яратҡан кеше булараҡ, был донъялағы йәшәйешеңде ҡайғыртырға тейешһең. Ваҡытынан алда был донъянан ваз кисеп, яҡын­дарыңды, ғәзиздәреңде ташлап китеү­ҙән ҡурҡырға тейешһең.
Әгәр һин йәш кеше икәнһең, әле татып ҡарамаған йәшәү бәхете, һөйөү һәм һөйөлөү көндәре алда икәнлеген иҫеңдән сығармаҫҡа, был донъяға әҙәм балаһы тик бер мәртәбә генә килеүен күҙ уңында тотоп, исмаһам, үҙең хаҡында ғына булһа ла уйла­нырға, ҡайғыртырға тейешһең.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 096

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 650

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 436

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 515

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 338

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523