Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡулдарының шифаһы ҡот бирә
Ҡулдарының шифаһы ҡот бирә Билдәле массаж яһау оҫтаһы Эдуард Сәмиғуллиндың һәм ул етәкселек иткән “ЕвропЭд” телмәр патологияһы һәм нейрореабилитация үҙәгенең даны күптән инде Рәсәйҙең бик күп төбәктәренә, Англия, Германия, Франция, Испания, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Украина, Ҡырғыҙстан, Төркиә һәм башҡа сит илдәргә таралған.
Ғөмүмән, бында көн һайын тиҫтәләрсә кеше мөрәжәғәт итә. Заманса йыһазландырылған бүлмә­ләрҙә ауырыуҙарҙы, Эдуард Рәшит улынан тыш, ҙур тәжрибәгә эйә юғары квалификациялы невролог, ортопед, логопед-дефектолог, психолог, педиатр, офтальмолог, эрготерапевт һәм башҡа белгестәр ҡабул итә. Уларҙың шифалы ҡулдары ярҙамында меңләгән кеше аяҡҡа баҫа. Был хаҡта “ЕвропЭд” исеменә килгән йөҙләгән хат һөйләй.
– Күңелдәре изге, ҡулдары шифалы, – тип маҡтап телгә ала уларҙы пациенттары. – Һәр балаға иғтибарлы, түҙемле булғандары өсөн ҙур рәхмәт. Ваҡыттары тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, һәр кемде яҡты йөҙ менән ҡаршылап, дауалайҙар.
Утыҙ йыл ғүмерен медицинаға бағышлаған Эдуард Сәмиғуллин, Өфөнөң 1-се медицина колледжын һәм Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлағас, Америкала Халыҡ-ара медицина институтында белем ала. Унда йәшәгәндә фалиж һуҡҡан йә башҡа диагноз ҡуйылған йөҙҙәрсә баланы массаж ярҙамында аяҡҡа баҫтыра. Өфөгә йәшәргә ҡайтҡас, массаж яһау буйынса үҙенең дауалау методикаһын булдыра, лицензия алып, клиникаһын аса.
Бына һигеҙ йыл инде “ЕвропЭд” медицина үҙәгенә етәкселек итә. Бында сабыйҙарға беренсе айҙар­ҙан уҡ махсус методика һәм юғары технология буйынса неврологик һәм нейро-ортопедик массаж яһала. Әлеге клиникала Томатис, микрополяризация, биоакустик коррекция, альфа-ритм, эрготерапия ысулдары киң ҡулланыла. Бында шулай уҡ физиотерапия, психик коррекция кабинеттары уңышлы эшләй, УЗИ хеҙмәте күрһәтелә. Башҡортостанда бары тик “ЕвропЭд”та балалар һәм өлкәндәр өсөн ысын тиренән Германия техноло­гияһы буйынса ортопедик олтораҡ­тар эшләнә.
Тағы шуны ла билдәләп үтке килә: Өфөлә бында ғына ике урынға иҫәпләнгән заманса барокамера, йәғни яһалма рәүештә юғары йә иһә түбән барометрик баҫым бар­лыҡ­ҡа килтереп була торған геомет­рик камера (кислород менән дауалау) эшләй. Балалар һәм өлкән­дәрҙең сәләмәтлеген нығытыуҙа, тын юлдары ауырыуҙарын һауыҡты­рыуҙа уның әһәмиәте ҙур. Микрополяризация ысулы менән дауала­нырға теләгәндәргә ташлама ҡа­ралған.
Процедураларҙың мәктәптә уҡыуҙа өлгәшмәгән балаларға ярҙамы бигерәк тә ҙур: хәтерҙе яҡшырта, бала тиҙ уҡый һәм яҙа башлай, уҡырға теләге арта, күреү һәләте яҡшыра, тотлоғоуы бөтә. Ғөмүмән, организмдың физиологик функциялары тергеҙелә.
Әлеге медицина үҙәгендә дауалау курсы – ун көн, хаҡы сағыш­тырмаса арзан, килешеү буйынса.
– Маҡсатыбыҙ – ауырыуҙарға ярҙам ҡулы һуҙыу, һауыҡтырыу. Пациенттарыбыҙҙың үҙ ҡулдары менән ҡалаҡ тотоп ашай, үҙ аяҡтары менән атлап йөрөй башлауын күреүҙән дә ҙурыраҡ шатлыҡ юҡ беҙҙең өсөн, – тине хушлашҡанда һәр хеҙмәткәр, һәр пациент менән уртаҡ тел табып эш иткән, ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған Эдуард Рәшит улы.


Автор: Р. ӘХӘТОВА.
Район: Өфө ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Дөрөҫ йәшәгеҙ

Дөрөҫ йәшәгеҙ 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Заман ҙур тиҙлек менән алға елгәндә, йылдарға йылдар өҫтәлгән һайын тормоштоң мәғәнәһе, дөрөҫ...

Тотош уҡырға 1 499

Ғалимдар һөйөндөрмәне

Ғалимдар һөйөндөрмәне 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Сит ил ғалимдары, атап әйткәндә, АҠШ, Испания һәм Норвегия тикшеренеүселәре рәсәйҙәрҙе тиҙ...

Тотош уҡырға 1 170

Прививкаһыҙ мәктәпкә лә, баҡсаға ла индермәйәсәктәр

Прививкаһыҙ мәктәпкә лә, баҡсаға ла индермәйәсәктәр 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Күптән түгел Италияла яңы закон ғәмәлгә инде. Ата-әсәләр балаларын киң таралған йоғошло сирҙәрҙән...

Тотош уҡырға 1 251

“Сихут” сире һайлап тормай...

“Сихут” сире һайлап тормай... 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Бер нәмәнән дә ҡурҡмаған таяҡса хаҡында....

Тотош уҡырға 1 253

“Ир менән ҡатын проблемаһы”н  еңеп сығырға мөмкин
"Сибай ҙа, уның халҡы ла оҡшаны"

"Сибай ҙа, уның халҡы ла оҡшаны" 22.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Тап шундай йылы һүҙҙәр, яҡты уйҙар менән ҡайтырға сыҡты Өфө табиптары. Бөгөн Сибайҙа сирлеләрҙе...

Тотош уҡырға 1 047

Заман менән бергә атлайҙар

Заман менән бергә атлайҙар 22.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

“Йөрәк һүҙе”, “Йөрәктән сыҡҡан йөрәккә етә”, “Бала – йөрәк ите”, “Миһырбанлыҡ – йөрәктән”... Кеше...

Тотош уҡырға 1 203

Яман шешкә ҡаршы "ҡоралланып"

Яман шешкә ҡаршы "ҡоралланып" 21.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Бөгөнгө “Сәләмәтлек сәғәте”ндә онкологик сирлеләрҙе дарыу препараттары менән тәьмин итеү мәсьәләһе...

Тотош уҡырға 1 049

Сирҙәрҙе башланғыс стадияһында уҡ асыҡлаясаҡ

Сирҙәрҙе башланғыс стадияһында уҡ асыҡлаясаҡ 16.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Учалы үҙәк дауаханаһында өлкәндәр өсөн УЗИ кабинетын йыһазландырыу эштәре бара....

Тотош уҡырға 1 039

Ҡәлғәгеҙ хәүефһеҙме?

Ҡәлғәгеҙ хәүефһеҙме? 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Таҙалыҡ – сәләмәтлек нигеҙе, тигән ҡанатлы һүҙҙәр хәҙерге заманда ла көнүҙәклеген юғалтмай....

Тотош уҡырға 1 374

Үҙеңдән дә оло табип юҡ

Үҙеңдән дә оло табип юҡ 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Һаулыҡтың һаҡлауға мохтаж икәнлеген хәтерҙә тотайыҡ....

Тотош уҡырға 1 414

Уйҙырмаларҙан ҡотолайыҡ

Уйҙырмаларҙан ҡотолайыҡ 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә лә төрлө уйҙырмалар етерлек. Шуларҙың бер нисәһенә күҙ һалайыҡ....

Тотош уҡырға 1 158