Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Төтөн араһында
Төтөн араһындаБер көн туҡталышта трамвай көтөп торам. Эргәмдәге эскәмйәгә мәктәп балалары килеп ултырҙы. Оҙаҡ та үтмәй шуға иғтибар итәм: былар мәж килеп ниҙер төтәтә башланы. Әле береһе, әле икенсеһе “Әйҙә инде, миңә бир” тип тауыш ҡуптара. “Әллә тәмәке тарталар инде” тип аптырап күҙ һалам.
Юҡ, ҡулдарында ниндәйҙер башҡа әйбер...

Ҡыҙыҡһынғас, “вайпер” тигән нәмә икәне асыҡланды. Vapor – инглиз һүҙе, “пар”ҙы аңлата икән, йәғни электрон сигарет. Ләкин пар сығарыу менән шөғөлләнгәстәр, үҙҙәрен “тәмәкесе” тип түгел, ә “вайперҙар” тип атайҙар. “Мәктәптә хатта уның менән трюктар эшләйбеҙ”, – тип әйтеп һалды береһе. Аптыраулы ҡараш ташлағас, аңлатып та бирҙеләр: ауыҙҙан сығарғанда парҙы төрлө формаға индерәләр икән. Бында иһә кем нимәгә әүәҫ тигәндәй, ә түңәрәктәр эшләү – һөнәрҙең башы ғына. Асыҡланыуынса, бындай “вайпер”ҙың тәмләткеслеһе лә була. Был – заман шауҡымы, имеш.
Вайпинг күптән түгел Хонь Лик тигән ҡытай кешеһенең электрон тәмәке уйлап сығарғанынан башланып киткән. Атаһы тәмәке тартыуҙан үлгән. Үҙе лә әүҙем тәмәкесе булған, ләкин яҡынының үлеме уға ныҡ тәьҫир итә, һәм ул тәмәке ағыуына нөктә ҡуйырға уйлай. Электрон сигарет быға альтернатива тип табыла. Унда никотин да, башҡа ағыулы матдәләр ҙә юҡ, имеш. Шулай уҡ әйләнәләге кешеләргә лә зыян килтермәй, тип белдерәләр. Шунлыҡтанмы, бөгөн ул киң таралған. Берәүҙәр өсөн ул хатта үҙҙәренең ҡараштарын еткереү алымына әйләнгән. Ошо йәһәттән вайперҙар электрон тәмәкеләрен төрлөсә биҙәй. Йәнәһе, был уларҙың үҙенсәлеген билдәләй, ҡылыҡ­тарына тоғролоғон белдерә.
Тик нисек кенә зыянһыҙ тимәһендәр, уны мәктәп балалары ҡулында күргәс, хафаға ҡалдым... Бизнесҡа әүерелгәс, уны бит кемдәр генә сығара башламаҫ. Ана, хатта аптекалағы дарыуҙарҙың да ялғаны табылып тора бит! Вайперға ҡушылған матдәләрҙең химик ҡатнашмаларҙан яһалыуын да иҫтән сығармаҫҡа кәрәк. Ни генә тиһәң дә, ундағы зарарлы элементтарҙың күпме булыуын контролдә тотоуы ауыр йәки бөтөнләй мөмкин түгел.
Ҡайһы бер һорауҙарыма яуап табыр өсөн магазиндар буйлап йүнәләм. Һатыусылар, билдәле, тауарын маҡтай, һәр ҡайһыһын зыянһыҙ тип белдерергә тырыша. Бары махсус магазиндарҙа һаҡ булырға кәрәклеген киҫәтәләр. “Ҡайҙа сығарылған?” тигән һорауға ла билдәле компанияларҙы һанап китәләр. Андрей тигән егет был йәһәттән ихлас булып сыҡты. Тын юлы ауырыуҙарының барлыҡҡа килеү ихтималлығын йәшермәне, Америкала вайперҙы тәмәкегә тиңләүҙәрен, ҡайһы бер урындарҙа тартырға тыйыуҙарын әйтте. Һуңынан: “Беҙҙә генә уларға ҡарата мөнәсәбәт билдәһеҙ”, – тип өҫтәне.
Махсус магазиндарҙағы хаҡтарҙан иҫ китте. Иң арзан электрон тәмәке өс мең һум булып сыҡты, артабан хаҡтар “күккә оса”. Ә тәү ҡарамаҡҡа шул уҡ вайпер ябай баҙарҙа йөҙ һумдан башлана. Унда “Ҡайҙа сығарылған?” тигән һорауға ла “Әй, ҡайҙандыр килтерҙеләр инде” тигән яуап алаһың.
Артабан эҙләнәм. Ошо өлкәләге һуңғы тикшеренеүҙәрҙе ҡарайым. Баҡһаң, электрон тәмәке сығарған парҙар ауыҙ ҡыуышлығындағы 85 процент микрофлораны юҡ итә икән. Был йәһәттән төрлө ауырыуҙарҙың барлыҡҡа килеүе, теш ҡаҙнаһына бәйле проблемаларҙың тыуыуы ихтимал. Парҙың үҙендә иһә никотин, кремний диоксиды һәм төрлө металдар табылған. Ә концентрацияһы етеште­реүсенән тора. Шунда ла электрон тәмәкенең үҙенсәлектәре өйрәнеп бөтөлмәгән.
Зыян күреүселәр ҙә бихисап табылған, ләкин күп осраҡта был электрон тәмәкенең ҡулда, ҡайһы саҡта хатта ауыҙҙа шартлауына бәйле. Һөҙөмтәләрҙең ниндәйе лә ҡыуаныслы түгел.
Һуңғы арала ҡануниәттә тәмәке тартыуға ҡағылышлы төрлө тәҡдимдәр ҡарала башланы. Йә хаҡтары күтәрелеүе ишетелә, йә уны бөтөнләй тыйырға йыйыналар. Тик уға алмашы ла табылды. Ә зыянлымы, юҡмы икәне һаман булһа төтөн эсендә билдәһеҙ ҡала килә. Хатта балаларға ла һатылғас инде, был бәлә оҙаҡҡа һуҙылмаҫмы икән?..




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 097

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 450

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 987

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 895

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 650

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 242

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 462

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 437

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 516

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 339

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523