Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Көйһөҙ “йыртҡыстар”
Көйһөҙ “йыртҡыстар”Кеше энергияһын һурыусы вампирҙар тураһында, моғайын, ишеткәнегеҙ барҙыр. Улар хаҡында имеш-мимеш байтаҡ. Кем һуң ул башҡаларҙың көс-ҡеүәте иҫәбенә йәшәүселәр? Ошондай сифатҡа эйә булыусыларҙы нисек белергә һәм “ҡармаҡтарына” эләкмәҫкә?
Энергетик вампир — үҙ энергияһының алмашыныуы боҙолоуы сәбәпле, эргә-тирәһендәгеләрҙең йәшәү көсө менән аңлы йәки аңһыҙ рәүештә “туҡланыусы” кеше. Ҡағиҙә булараҡ, энергетикаға бәйле хәл йәшәүҙән төңөлөү, үпкәләү, көнсөллөк, асыу һаҡлау, ҡурҡыу, ҡәнәғәтһеҙлек ерлегендә тыуа. Ошондай ауыр тойғо һәм кисерештәр даими күҙәтелә икән, энергетик каналдарҙа “тығын”дар барлыҡҡа килә. Һөҙөмтәлә нервы системаһы һәр саҡ көсөргәнештә була. Бындай халәт йоҡонан һәм ялдан мәхрүм итә. Эске ағзалар эшмәкәрлегендә үҙгәрештәр күҙәтелеүе лә шуға бәйле. Кеше ҡуҙғыусанға, мыжыҡҡа әйләнә, иламһырап бара йәки, киреһенсә, уҫаллаша, асыуы көсәйә. Шул уҡ ваҡытта ауыр сирле булһа йәки өлкәнәйә лә төшһә, бындай хәле тәрәнәйә. Һөҙөмтәлә вампирға көс талап ителә башлай һәм ул энергияны тирә-яҡтағыларҙан “һура”. Йәш, көслө һәм әүҙем тормош алып барыусылар менән аралашҡанда, уларҙы донорға әүерелдереп, һаулығын “эсә”.
Энергетик вампирҙар “ҡулланған” алымдарҙы өс төргә бүлергә мөмкин.

1. Бер тулҡынға ғына көйләү
Вампирға энергияғыҙҙың тулҡынына көйләнеү кәрәк. Уны табыу радиоалғыс тотҡосон әйләндереүгә оҡшаш. Вампир яҙмышына зарланыр. Мәҫәлән, уның һәр ваҡыт бөтә нәмәһе лә насар, ә тормошо — мәңгелек драма. Шулай итеп, ул йәлләтергә, кисерештәрен тараттырырға тырыша. Бер һүҙ менән әйткәндә, кешене үҙе менән бер төрлө итергә теләй. Быға өлгәшелә икән, биополеғыҙ күҙ асып йомғансы вампирҙыҡы менән ҡушыла һәм энергия һурыу башлана. Һайлап алған ҡорбаны күҙ алдында “һүнә”.

Һаҡланыу алымы
Ундай кеше менән мөмкин тиклем һирәгерәк бәйләнешкә инергә тырышығыҙ. Әгәр алыҫлаша алмайһығыҙ икән, ситләшеү ысулын файҙаланығыҙ. Мәҫәлән, тормошона зарлана башлау менән үҙ уйығыҙға сумығыҙ. Әңгәмәсегеҙҙең иламһырап, үҙен йәлләтеп һөйләгән хәл-ваҡиғаларҙы ҡолағығыҙға ла элмәгеҙ, һөйләшеүҙе дауам иттермәҫкә тырышығыҙ йәки уны бөтөнләй бүлдереп, ыңғай, күңелле темаларға күсегеҙ. Иң мөһиме — вампирға элекке хәбәренә ҡайтанан туҡталырға ирек бирмәгеҙ. Ул сағында үҙенә иғтибар талап иттерергә тырышыуҙың файҙаһыҙ булыуын аңлап, аралашыуҙы өҙөр.

2. Хис-тойғо энергияһы
Энергетик “һөлөктәрҙең” икенсе ысулы — ҡорбанында хис-тойғо урғылыуын тыуҙырыу. Шатлығыбыҙҙы күрһәтеп, һөйөнөү белдереп йәки асыуыбыҙҙы сығарып тирә-яҡҡа әллә күпме күләмдә энергия ташлайбыҙ. Ә вампир уны шунда уҡ йота. Шуға күрә хис-тойғоно мөмкин тиклем йышыраҡ урғылттырырға тырышасаҡ. Мәҫәлән, әрләш-талаш тыуҙыра, юҡ ҡына нәмәгә лә бәйләнә, күңелеңә тоҙ һала һәм хатта кәмһетә. Ҡапма-ҡаршылыҡлы осраҡтар ҙа осрай, әммә вампир уяулыҡты “йоҡлатырға” ынтыласаҡ. Ул асыҡтан-асыҡ алдай һәм ҡорбанын маҡтай, ышаныс тыуҙыра. Һеҙ “асылаһығыҙ” һәм биополены һаҡлау түбәнәйә. Ә уға шул ғына кәрәк тә инде.

Һаҡланыу алымы
Энергияғыҙҙы һурырға ирек бирмәйем тиһәгеҙ, бәхәскә инмәгеҙ һәм ғауғалашыуға юл ҡуймағыҙ. Вампир әйткеләшеүгә ылыҡтырырға теләү менән йылмайығыҙ һәм өндәшмәгеҙ. Әгәр күҙ алдығыҙҙа алдашалар йәки маҡтайҙар икән, быны ла тыныс һәм һис тә ҡарышмай ҡабул итегеҙ. Иң ябай һаҡланыу ысулы былай: ике ҡулдың бармаҡтарын ҡушып “йоҙаҡ” яһарға ла аяҡты аяҡҡа һалырға.

3. Физик бәйләнеш

Вампирҙың көсөгөҙҙө физик бәйләнеш ярҙамында ла алыуы ихтимал. Ундай кешеләр һәр ваҡыт саманан тыш иғтибар талап итә. Һыйпау-һылауҙы, ҡулдарынан тотоуҙы, массаж яһауҙы теләй. Һис тә булмаһа, карауаты эргәһендә мөмкин тиклем яҡыныраҡ ултырыуҙы хуп күрә. Хис-тойғоғоҙҙо һаҡлай белгән хәлдә лә вампир менән тән тейешкәндә көсөгөҙҙө юғалтаһығыҙ.

Һаҡланыу алымы
Әгәр ул кеше һеҙҙең өсөн ҡәҙерле һәм тәрбиә күрһәтеү кәрәк икән, беләгегеҙгә ҡыҙыл йөндән бау бәйләгеҙ. Бындай алым энергияғыҙ күсеүҙе тотҡарлаясаҡ. Ауырыу эргәһенә ҡуйылған гөлдәр ҙә ярҙам итер, сөнки улар уны йәшәүгә көс менән туҡландырып торасаҡ.
Эдуард ВИТЮК,
парапсихолог.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 091

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 644

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 510

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518