Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Зыянлы” файҙалылар
“Зыянлы” файҙалылар Майонез һимертә, ҡәһүә йөрәккә насар тәьҫир итә, туңдырма теште боҙа, тигән иҫкәртеүҙәрҙе йыш ишетәбеҙ. Ошондай “ярамай” исемлегенә индерелгән аҙыҡ-түлек ысынлап та тотошлай зарарлымы икән, тикшереп ҡарайыҡ.


Попкорн


Баҡтиһәң, был елдәй еңел тәмлекәс кинотеатрҙар, блокбастерҙар заманында ғына түгел, утты таш ярҙамында алған – бынан 80 мең йылдар самаһы элек уйлап сығарылған. Попкорндың файҙаһы иһә, беренсенән, аш һеңдереү ағзаларының эшмәкәрлеген яҡшыртҡан күҙәнәклеккә бай, икенсенән, ҡандағы шәкәр кимәлен кәметә. Кукуруздағы полифенолдар тире торошона ыңғай тәьҫир итә, йәшәртә, организмды төрлө ауырыуҙарҙан һаҡлай. Калориялылығы йәһәтенән дә попкорндан ҡурҡырға ярамай. Етмәһә, “һауалы” кукурузды аҙ ғына ашаһаң да, байтаҡ туйғандай булаһың. Шулай ҙа попкорндың иң файҙалыһы – өҫтәмәләрһеҙ, майһыҙ әҙерләнгәне. Бер семтем тоҙ һибеп ашау ҙа зарар килтермәҫ.

“Зыянлы” файҙалыларМайонез
Әлбиттә, һүҙ байрамдарҙа турамаларҙы “йөҙҙөргән” ризыҡ түгел, ә өйҙә үҙең әҙерләгән майонез хаҡында бара. Тәүгеһе иһә зыянлы һәм файҙаһыҙ аҙыҡ-түлектәр араһында беренсе урында килһә, өйҙә яһалған соустың ыңғай яҡтары күп кенә, сөнки унда А, Д, Е, К, ПП, С витаминдары, иммунитетты нығытҡан, матдәләр алмашыуын көйләгән В витаминдары төркөмө бар. Быларҙың сығанағы – майонездағы май менән йомортҡа. Шулай уҡ йомортҡа ағындағы аминокислоталар, зәйтүн майы сәләмәтлек өсөн бик кәрәк.

“Зыянлы” файҙалыларМакарон
Болоньезе, карбонара пасталары, сыр ҡушылған макаронға йәше лә, ҡарты ла “ҡуй” тимәй. Сәләмәт тормош яҡлылар бер туҡтауһыҙ ошо ризыҡ менән генә туҡланыуҙы үҙһенмәй, тик шул уҡ ваҡытта калориялар макарондың үҙендә түгел, уға ҡушып әҙерләнгән майлы, ҡатмарлы соустарҙа икәнлеген дә оноторға ярамай. Бары тик бойҙайҙың ҡаты сортынан яһалғанына өҫтөнлөк биреү зарур. Ундағы ҡатмарлы углеводтар, яй эшкәртелеү сәбәпле, асығыу тойғоһон баҫа. Йоҡоно һәм кәйефте яҡшыртҡан триптофан да фәҡәт макаронда була, ә ундағы күҙәнәклек организмдан шлактарҙы сығара.

Сифатлы булһа, кәрәгенән артыҡ ашалмаһа, икмәккә һылап һыйланған тәмлекәстә Д, А, Е, С, Б витаминдары, кальций, фосфолипидтар һәм аминокислоталар байтаҡ. Улар һаулыҡты нығытыу өсөн ярҙам ғына булыр.
Ҡәһүә
Был сетерекле эсемлекте яҡлаусылар­ҙың да, кире ҡағыусыларҙың да һаны тигеҙ тиерлек. Ҡәһүәнең тәьҫире кешенең сәләмәтлек торошонан сығып баһалана, шулай ҙа ыңғай сифаттары ла юҡ түгел.
Кофеин, мәҫәлән, мейеләге ҡан әйләнешен яҡшырта, стресҡа ҡаршы көрәшә, эшкә һәләтлелекте арттыра. Һуңғы тикшеренеүҙәргә ярашлы, көнөнә бер-ике сынаяҡ ҡәһүә эсеү бауырҙағы, ашҡаҙан аҫты биҙендәге, тура һәм йыуан эсәктәге яман шештән аралай. Шулай уҡ ҡурылдай быумаһы һәм гипертензия булдырмаҫҡа ярҙам итә. Ҡәһүә тире торошона ыңғай тәьҫире яһай, уны ҡартайтмауға булышлыҡ итә. Әммә был эсемлекте самаһынан артыҡ ҡулланмағыҙ.

“Зыянлы” файҙалыларТуңдырма

Ябығырға телә­гән­дәрҙең “дошманы” булған тәмле­кәс әллә ни зарарлы түгел. Уның сифатлы һөт­тән йә ҡаймаҡтан әҙер­ләнгәне нервы көсөргәнешенән дә арындыра, тынысландыра ла. Файҙалы туңдырма айыртылмаған һөт­тән яһала, составында үҫемлек майҙары, буяуҙар, консерванттар булмай. Тәмлекәстең ҡуйылығы ни тиклем аҙ, ундағы шәкәр шул тиклем күберәк, тигәнде аңлата. Был иһә сәләмәтлек өсөн яҡшы түгел.

Г. ҒӘБИТОВА әҙерләне.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 106

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 461

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 996

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 905

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 665

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 251

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 573

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 438

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 520

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 341

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 527