Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йәйге ялда ла ярҙамдан өҙөү юҡ
Йәйге ялда ла ярҙамдан өҙөү юҡРеспубликаның һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә көндән-көн яңы уңыштар яуланыуы һөйөнөс өҫтәй, имен киләсәккә ышаныс бирә. Махсус йүнәлештәге дауаханаларҙың әүҙем эшмәкәрлеге менән бер рәттән ҡала поликлиникалары ла, алдынғы технологиялар ҡулланып, халыҡты юғары кимәлдә хеҙмәтләндерә. Өфөнөң 44-се поликлиникаһы ла алға ҡарап эш итә, тарихы ла уның күркәм.
Баш ҡаланың матур мөйөшөндә урынлашҡан был поликлиника бер нисә быуын халыҡтың ныҡлы ихтирамын яулаған. 1971 йылдың 27 июлендә Өфө ҡалаһының һаулыҡ һаҡлау бүлегенең агрегат һәм элемтә аппаратураһы заводтарының эшселәренә, хеҙмәткәрҙәренә дауалау-иҫкәртеү ярҙамы күрһәтеү маҡсатында асылған ул. Әңгәмәсебеҙ – ойошманың баш табибы Юнир ДҮШӘНБАЕВ.


– Юнир Исмәғил улы, бөгөн поликлиника ниндәй хәстәрҙәр менән йәшәй? Эшмәкәрлек нисек ҡоролған?
– 44-се поликлиника Өфөнөң Ленин районы халҡын – 42 меңдән ашыу кешене, шулай уҡ Нижегородка биҫтәһен хеҙмәтләндерә. Бай матди-техник базаһы, заманса диагностика ҡорамалдары булған был киң йүнәлешле дауалау-иҫкәртеү учреждениеһында бер сменала 700-ҙән ашыу кеше ҡабул ителә. Коллективта 300-ҙән ашыу хеҙмәткәр эшләй. Бүлексәләр туғыҙ бинала урынлашҡан, улар араһында өс терапия бүлеге, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы, лаборатория, көндөҙгө стационарҙар бар. Учреждениела кадрҙарға ҡытлыҡ юҡ, һәр бүлек тейешенсә тулыландырылған. Терапия бүлектәренең үҙ регистратураһы, контакт-үҙәге бар.
– Сер түгел, таныштарыбыҙ араһында теге йәки был табипҡа күренер өсөн бер нисә аҙна алдан яҙылып, аҙаҡ тәғәйен көндә лә сәғәттәр буйы сират көткәндәр бар. Был күренеш шулай булырға тейешме, әллә унан ҡотолоу юлдары бармы?
– Табипҡа пациент регистратураға мөрәжәғәт итеп, йә иһә телефон, Интернет, инфомат аша яҙыла ала. Заман кешеһе өсөн ҡулай ысулдар байтаҡ. Бөгөн республиканың һаулыҡ һаҡлау тармағы яҙылыу өсөн дөйөм Интернет-портал менән дә эш итә. Бер телефон номеры буйынса шылтыратып, кәрәкле ҡалалағы кәрәкле табипҡа сиратҡа баҫырға була. Медицина учреждениелары дәүләт гарантияһына ярашлы эшләй, шуға күрә теге йәки был белгескә күренеүҙе көтөү ике аҙнаға ла һуҙылырға мөмкин. Һис шикһеҙ, кисектергеһеҙ ауырыу осраҡтарында сиратһыҙ ҡабул ителәләр. Алдан телгә алғанымса, 44-се поликлиника Нижегородкала йәшәгәндәрҙе лә хеҙмәтләндерә. Ә ундағы халыҡтың күп өлөшө – оло йәштәгеләр. Улар иһә яңы технологияларҙы ҡулланып өйрәнмәгән, шуға күрә табипҡа фәҡәт регистратура аша яҙылыуҙы хуп күрә.
– Әле йәй мәле, халыҡтың күп өлөшө ялға, баҡсаға юлланған. Был ваҡытта мөрәжәғәт итеүселәр һаны кәмейме? Һәр хәлдә, ниндәй үтенестәр менән килә улар?
– Эйе, йәйге осорҙа мөрәжәғәт итеүселәр һаны күҙгә күренеп кәмей. Ошонан файҙаланып, хеҙмәткәрҙәребеҙҙе ялға ебәреп ҡалабыҙ. Әммә улар урынында һәр саҡ белгестәр була, ҡабул итеү бөтөнләй туҡтатыла тигән һүҙ түгел. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары менән йыш мөрәжәғәт итәләр. Икенсе урында – онкология сирҙәре. Пациентты ауыр хәлдә ҡалдырмаҫ өсөн даими иҫкәртеү эштәре атҡарабыҙ. Инвалидтар, мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн белгестәрҙән төҙөлгән төркөмдәр йәшәгән адрес буйынса йөрөй, медицина тикшереүҙәре үткәрәләр.
– “Ғаилә табибы” тигән күренеш йәмғиәттә киң тарала. Йәғни бер генә белгес һәр төрлө сирҙәр, осраҡтар ме­нән эш итергә, ғаиләне хеҙмәтләнде­рергә тейеш. Быға һеҙ ниндәй ҡарашта?
– Был күренеш яңы түгел, элек ул икенсе төрлө аталды ғына. “Дөйөм практика табибы” тиҙәр уны. Беҙҙең поликлиникала ла ошондай табиптар эшләй. Әммә белгестең бер нисә йүнәлештәге белемгә эйә булыуы, киң ғилемлелек талап ителә. Түләүлеме, әллә дәүләт ҡарама­ғындағы бушлай медицина учреждениеһына барырғамы, пациент үҙе хәл итә. Поликлиниканың төп маҡсаты иһә – халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеү.
Эшмәкәрлек сифатын юғары тотоу өсөн коллективтың хеҙмәттән тыш ваҡытын матур, файҙалы итеп ойошторорға тырышабыҙ. Әйтергә кәрәк, хеҙмәткәрҙәребеҙ спорт, мәҙәни сараларҙа даими ҡатнаша, әүҙем тормош алып бара.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 066

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 430

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 961

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 867

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 619

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 220

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 444

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 954

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 414

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 492

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509