Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Миокард инфаркты – йөрәктең ишемия сиренән яфаланғанда була торған киҫкен хәл. Уға ҡан тамырының оҙайлы ҡыҫылыуы йәки тығылыуы һөҙөмтәһендә был ағза мускулының бер өлөшө үҙгәреүе йәки һәләк булыуы, некроз хас. Ул йөрәк эшмәкәрлегендә етди етешһеҙлектәргә килтерә, йыш ҡына кеше ғүмеренә янай.

Атеросклероз арҡаһында вена артерия­һында тромбтар барлыҡҡа килеүе миокард инфарктына илтә. Һөҙөмтәлә йөрәк мускулын ҡан менән һуғарыу туҡтала, туҡымалар кислородҡа, туҡлыҡлы матдә­ләргә ҡытлыҡ кисерә.
Миокард инфарктының сәбәптәре: коронар тамырҙың киҫкен ҡыҫылыуы (спазм) йәки уларҙа тромб барлыҡҡа килеү, йөрәктең имгәнеүе, организмда шеш булыу. Атеросклероз, гипертония, шәкәр диабеты кеүек сирҙәр, хәрәкәтләнмәү, тәмәке тартыу, физик һәм эмоциональ көсөргәнеш, эскелек кеүек хәл-шарттар, ҡанда холестерин кимәленең юғары булыуы инфарктҡа килтереүе ихтимал.
Миокард инфарктының төп билдәһе – йөрәк тәңгәлендә һәм һул ҡулға (һирәк осраҡта уң ҡулға), ҡалаҡ һөйәгенә, аҫҡы яңаҡ һөйәгенә йәки муйынға күсеүсән ҡаты һыҙланыу. Йыш ҡына күкрәк ситле­генең түбәнге өлөшө, ашҡаҙан тирәһе ауыртыуы мөмкин. Был осраҡта кешенең күңеле болғаныуы, ҡоҫоуы ихтимал.
Стенокардиянан айырмалы, инфаркт булғанда ауыртыу-һыҙланыу баҫылмай, валидол, нитроглицерин кеүек дарыуҙар ҙа ярҙам итмәй. Кеше тынысһыҙлана, үлемдән ҡурҡыу тойғоһо тыуа. Баш әйләнеү, төҫ ҡасыу, тирләү, тын быуылыу ихтимал­лығы ҙур. Шул уҡ ваҡытта сирлеләрҙең 20 проценты инфаркт кисергәнен тоймауы ла мөмкин.
Инфаркт булмаһын тиһәгеҙ, иң элек сәлә­мәт тормош алып барыу шарт. Кәүҙә ауыр­лығын даими күҙәтергә, дөрөҫ туҡланырға, физик яҡтан әүҙем булырға, яман ғәҙәттәрҙән баш тартырға кәрәк. Бынан тыш, артериаль ҡан баҫымын тейешле ки­мәлдә тотоу, ҡан липидограммаһын тикшереп тороу, кардиологка күренеү зарур. Яҡшы, күтәренке кәйеф тә сирҙән ҡотолоу йәһәтенән ҙур әһәмиәткә эйә.
Әйткәндәй, кәүҙә ауырлығының һәр артыҡ килограмындағы май туҡымаһында ҡан тамырҙары бик күп. Улар йөрәккә баҫымды тағы ла арттыра төшә. Артыҡ ауырлыҡ артериаль баҫымдың артыуына, икенсе типта­ғы шәкәр сиренә килтерә. Ауырлыҡты кон­тролдә тотоу өсөн махсус күрһәткесте – тән ауырлығы индексын файҙаланығыҙ. Уны билдәләү өсөн ауырлыҡты (килограмда) кәүҙә оҙонлоғо квадратына (метрҙа) бүлергә кәрәк. Ҡулай күрһәткес – 20-25, ә инде 35 – 29,9 һандары – ауырлыҡтың артыҡ булыуы, 30-ҙан ашыуы һимереү хаҡында һөйләй.
Дөрөҫ туҡланыуға килгәндә, организм үҙләштергән калориялар менән сарыфланға­ны тигеҙ булыуы шарт. Күберәк йәшелсә, емеш-еләк, майһыҙ ит, балыҡ, ҡош ите ашар­ға кәңәш ителә. Тейешле витаминдарға, микроэлементтарға, айырыуса калийға, магнийға бай аҙыҡ менән туҡланыу фарыз. Ә бына тоҙҙо күпләп ҡулланырға ярамай.
Физик әүҙемлек кәүҙә ауырлығын кәме­тергә, ҡан әйләнешен яҡшыртыуға, ҡандағы шәкәр күләмен кәметеүгә булышлыҡ итә. Йөрәк, организмдағы баш­ҡа ағзалар кеүек үк, мускулдарҙан тора. Тимәк, ул да күнек­мәләргә, тейешле баҫымға мохтаж. Әммә күнегеүҙәрҙе дөрөҫ башҡарыу зарур. Физик әҙерлеге түбән булған кешегә ҙур көсөргәнеш талап иткән хәрәкәттәр яһау тыйыла. Спорт менән шөғөлләнгәндә эҙмә-эҙлеклелек (ябай күнекмәләрҙән ҡатмарлыһына) кәрәк. Сирле­ләргә мотлаҡ белгес менән кәңәшләшеү фарыз.
Бер үк ваҡытта яман ғәҙәттәрҙән дә баш тартыу сараһын күрегеҙ. Мәҫәлән, тәмәке тартҡан кеше­ләр­ҙең организмында кисло­род­ҡа ҡытлыҡ тыуа, матдәләр алмашыныуы боҙола, ҡан тамырҙары тарая. Әйткәндәй, тәмәке тартҡан кешеләрҙә миокард инфаркты ике тапҡырға йышыраҡ күҙәтелә.
Эскелек иһә йөрәктең ишемия сиренә килтерә. Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн рөхсәт ителгән алкоголь миҡдары – 15-20, ир-егеттәр өсөн 25-30 грамм.
Кире кисерештәр менән һуғарылған хәҙерге донъя­ла изге күңеллелекте, яҡшы кәйефте һаҡлап ҡалыу еңел түгел. Шул уҡ ваҡытта психик көсөргәнеште еңеп сыға алмаған, ауыр хәлдә баҙап ҡалған, нервылары ҡаҡшаған кешеләрҙә йөрәк һәм ҡан та­мыр­ҙары сирҙәре күҙәтелә. Йомшаҡ күңелле, тәьҫир­ләнеүсән кешеләрҙә миокард инфаркты 25 процентҡа йышыраҡ осрай. Шуға күрә төрлө хәлдәрҙә тыныс ҡалырға, кәйефте көйләргә, кәрәк икән, психологка мөрәжәғәт итергә. Яңы шөғөлдәр, мәшәҡәт­тәр, дуҫтар менән аралашыу, әүҙем тормош, яҡшы ял көсөр­гәнешкә, сирҙәргә ҡаршы көрәштә тоғро юлдашығыҙ булыр.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 617

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 414

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 491

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509