Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яман ғәҙәттәрҙән арынырға мөмкин
Яман ғәҙәттәрҙән арынырға мөмкин – Ошо тәмәкене ташларға ине!
– Ирем эсә! Иртәгә фәлән райондағы бер ауылға барабыҙ!
Бөгөн ошондай һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килә. Эйе, эскелектең таралыуы берәүгә лә сер түгел, ул йәмғиәтебеҙҙең, тормошобоҙҙоң йоғошло бер сире кеүек бар ысынбарлыҡты сағылдырып тора. Кешеләр тормош матурлығынан йәм тапмай, ни өсөндөр яһалма бәхеткә ынтыла. Донъя мәшәҡәтенән ҡасыпмылыр инде, алкоголле эсемлектәр тәьҫирендә уянған яһалма хис-тойғо арбаһында йәшәүҙе хуп күрә. Шулай ҙа быларҙың барыһының да ялған булыуын аңлап, алама ғәҙәттәренән арынырға теләгәндәр бихисап. Ундайҙарҙы ошо ағыуҙан ҡотҡарып буламы, яңынан сәләмәт йәшәү рәүешенә ҡайтарыу, “йәшел йылан”һыҙ ҙа тормоштоң матурлығын аңлатыу мөмкинме?
Ошо уңайҙан Нефтекамалағы “Саномед” дауалау-диагнос­тикалау үҙәгендә психиатр-нарколог булып эшләгән Рәмил Шәмсиевкә үҙебеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек.


– Рәмил Эдуард улы, бер мәл телевизорҙан һеҙҙең табип ҡына түгел, хатта гипнозсы булыуығыҙ хаҡында һөйләне­ләр. Иң тәүҙә ошо турала белге килә.
– Табип ғаиләһендә үҫтем. Атайым Эдуард Фәтих улы халыҡ араһында хөрмәт ҡаҙанған табип ине. Шуға ла медицина, баш­ҡаларға ярҙам итеү тойғоһо кескәйҙән яҡын. Гипноз, кешенең ғәжәп мөмкинлеге хаҡында бәлә­кәйҙән ҡыҙыҡһындым, күп яҙма­лар уҡыным. Бер мәл билдәле ғалим, Нью-Йорктың Белем институты президенты Х. Ла мот Седждың бынан бер быуат элек яҙған китабы ҡулға килеп эләкте. Мин ул ваҡытта 10 – 12 йәшлек малай инем. Атайыма был китапты олатайым бүләк иткән булған. Уны асыу менән тәүге битендә үк “Был кәңәштәрҙе тәрән сер итеп һаҡлағыҙ” тип яҙылған. Бына ошо серлелек мине йәлеп итте.
Тәүге “эксперимент”тарҙы мәк­тәптә уҡыған йылдарҙа үткәрҙем. Күбеһе килеп сыға ине. Шунан гипноз менән нығыраҡ мауыға башланым. Башҡорт дәүләт медицина университетында белем алыуым йәнә күп нәмә бирҙе. Артабан ошо юҫыҡта медицина үҙәк­тә­рендә белемемде ка­мил­лаштырҙым. 1991 йылда Киевта миңә “Халыҡ-ара гипнозсы” тигән квалификация бирелде.
– Аңлауымса, һеҙ нарколог, йәнә психиатр-психотерапевт булараҡ ауырыу­ҙарҙы алама ғәҙәттәренән арынды­раһығыҙ. Мөрәжәғәт итеүселәр күпме?
– Был дөрөҫ, сөнки эскелекте ниндәйҙер дарыуҙар менән генә сифатлы дауалау мөмкин түгел. Пациентты йәки уның яҡындарын ҡабул иткән ваҡытта табип ауы­рыуҙың сире хаҡында күберәк асыҡларға тейеш. Үҙеңде психиатр булараҡ та күрһәтергә, пациенттың ышанысын яуларға, психологик алымдар ҡулланып, уға теләгәненә өлгәшергә ярҙам итергә кәрәк. Йыш ҡына тормошта кешенең ныҡлап эсә башлауына ниндәйҙер социаль-психологик хәл сәбәпсе була, шундай ваҡытта беҙ психологик алымдан психотерапевт алымына күсәбеҙ.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауыл­дар­ҙан үҙ теләге менән килеүселәр күп түгел. Ғөмүмән, эскелек менән мауыҡҡан кеше үҙен бер ваҡытта ла “алкаш” тип һанамай. Уларҙы ғәрләндерергә тырышыу файҙа­һыҙ. Йыш ҡына наркологка ҡатыны ирен (киреһенсә лә була) алып килә. Бында инде барыһын да уртаға һалып һөйләшеү, дауалау өсөн нимәләр мөһим булыуын асыҡлау мөһим.
– Эскелек Рәсәйҙең төп афәтенә әүерелеп бара шикелле...
– “Шайтан һыуы” заман бәлә­һенә әйләнде тиергә мөмкин. Илдә эскеселәр һаны биш миллиондан артып киткән тигән мәғлүмәт бар. Шуныһы бигерәк тә аяныс: Рәсәйҙә ҡатын-ҡыҙҙар араһында үлем осрағының – 15, ир-аттар үлеменең 60 проценты самаһы теге йәки был дәрәжәлә эскелек менән бәйле. Йәштәр алкоголизмы артыуы ла хәүеф тыуҙыра. Әйтәйек, 11 йәштән алып 24 йәшкә тиклемгеләрҙең 80,8 проценты спиртлы эсем­лектәр ҡуллана.
Икенсе проблема – наркомания. Үҙәктә уларҙы дауалау йәһәтенән дә эш алып барабыҙ.
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы арала гүзәл заттарыбыҙ ара­һында ла эскелек һаҙлығына батып, донъяһын ташлап, ба­лаһын онотоусылар юҡ түгел. Уларҙы дауалау ир-атҡа ҡарағанда ла ауыр, тиҙәр...
– Ундай мәғлүмәт бар. Сир ирҙәрҙә уртаса 21,8 йәштә формалаша, ҡатындарҙа – 25,6 йәштә. Шуныһы борсоуға һала: эсә башлаған ҡатын-ҡыҙҙарҙа ауырыу тиҙерәк көсәйә һәм баш мейеһендәге тайпылышҡа бәйле үҙгәрештәр ҙә ирҙәрҙекенә ҡарағанда нығыраҡ күҙәтелә.
– Һеҙҙең үҙәктә тәмәке тартыуҙы ташлатыу буйынса ла һөҙөмтәле саралар ҡулла­ныла...
– Дөрөҫ. Ниһайәт, ил күлә­мен­дә тәмәке тартыуға ҡаршы көрәш башланыуы ҡыуандыра. Ни генә тимә, һаулыҡ өсөн бик зарарлы ғәҙәт был. Йәнә тартыу­сылар ғы­на түгел, улар тирәһен­дәге ха­лыҡтың да төтөндән зарарланыуы мәғлүм. Мәҫәлән, бер сигарет составында уртаса 0,5 миллиграмм никотин бар. Бына ошо матдә тартҡан кешене ағыу­лы ғәҙәткә бәйләп ҡуя ла инде. Ер шарында бөгөн 1,1 миллиард кеше тәмәке төтөнөн һура. Был 15 йәштән өлкәнерәк кеше­ләрҙең өстән бер өлөшө тигән һүҙ.
Тәмәкегә ҡаршы көрәш мәк­тәптә үк башланырға тейеш. Ә бит уҡытыусыларҙан һорап алып, улар менән бергә көйрәткән балалар ҙа юҡ түгел. Шуныһы мәғ­лүм: 15 йәштә тәмәке тарта баш­лаған үҫмерҙең ғүмере кәм ти­гәндә һигеҙ йылға ҡыҫҡара, тип киҫәтә табиптар. Сигарет менән бәйле ауырыуҙар арҡа­һында Рәсәйҙә йыл һайын 300 мең кешенең ғүмере ваҡытһыҙ өҙөлә. Мәктәптә уҡытыусылар ошо хаҡта йәш быуынға һөйләргә онотма­һын ине. Ә беҙ, ниндәй йәштә булыуына ҡарамаҫтан, яман ғәҙәттәрҙән ҡотолорға теләгәнде дауаларға тырышабыҙ.
– Рәмил Эдуард улы, бер танышым ҡомарлы уйынға әүәҫ­ләнде. Уны был алама ғәҙә­тенән ташлатыу мөмкин­ме?
– Ҡомарлы уйындар боронғо Вавилон дәүләте заманынан билдәле. Ул эске кисерештәрҙе үҙенә буйһондороп, кешенең ихтыярын емереп, алама юлға илтә, юҡҡа сығара. Белгестәр бил­дәләүенсә, был уйын ҡол­да­ры­ның 13 – 40 проценты ҡасандыр үҙ-үҙенә ҡул һалырға теләгән. Был – уғата ҡурҡыныс һан. Эскелек, наркомания, ҡомарлы уйын­дар күп осраҡта бер сылбыр­ға үрелгән. Улар араһында депрессия, шизофрения ауырыуына дусар булғандар өс тапҡырға күбе­рәк. Әлбиттә, бындай кеше­ләрҙе һауыҡтырырға мөмкин. Беҙҙә гипноз, медитация, төрлө физик кү­нек­мәләр һәм 12 аҙым­дан торған махсус программа ошо ауырыу­ҙарҙан ҡотолорға ярҙам итә.
Әйткәндәй, бынан ярты йыл элек бер әсә улын килтергәйне. Техникумда уҡыған егет ҡомарлы уйынға әүрәп, фатирҙағы әйбер­ҙәрҙе сығарып һата башлаған. Күптән түгел теге ҡатын урамда осраны ла улының хәҙер һәйбәт юлға баҫыуын ҡыуанып һөйләне. Шуға ла яңылышҡандарҙы һәр кем аңлап, уны һауыҡтырыу хәс­тәрен күрергә тейеш. Ундайҙарҙы әрләп кенә дауалап булмауын аңлаһындар ине.
– Дауалау барышы нисеге­рәк уҙа?
– Йыйылыусыларға тәүҙә видеороликтар күрһәтәбеҙ. Унан төркөмләп сеанс башлана. Өсөн­сө этапта һәр пациент менән айы­рым осрашып, дауалау ысулын ҡулланабыҙ. Һөҙөмтәләр ошо сеанстан һуң уҡ күренә башлай. Әммә табиптар, ауырыуҙың хәленә инеп, бер юлы тиҫтәләп йүнәлештә дауалау алымы ҡул­ланырға ла мөмкин. Әгәр кеше хатаһын аңлап, үҙ теләге менән мөрәжәғәт итә икән, ғәҙәттә, һөҙөмтә күпкә яҡшыраҡ була.
Әлбиттә, эскелектән дауа­ланырға теләге булғандар табип ҡабул иткәнгә ҡәҙәр өс көн спиртлы эсемлек ҡулланмаҫҡа тейеш. Тәмәке тартыусыларға бер көн тыйылып тороу ҙа етә. Әммә, ҡыҙ­ғанысҡа ҡаршы, бәғзеләр һуң­ға ҡалғас ҡына табипҡа мөрә­жәғәт итә. Шуға ла һәр кем үҙ һаулығын, ғаиләһен, яҡын­дарын мөмкин тиклем алдан хәстәр­лә­һен. Ғүмер ике килмәй, шуға бер-беребеҙҙең ҡәҙерен белеп, яҡын­дарыбыҙҙы хәүеф-хәтәрҙән аралап йәшәһәк ине. Теләк булғанда, бар насар ғәҙәттәрҙән дә ары­нырға мөмкин.




Автор: И. ХАҠОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 085

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 444

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 977

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 886

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 638

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 236

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 459

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 961

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 427

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 504

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 327

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 513