Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Организм өсөн зыянлы ризыҡтар
Натрий глутаматы (621). Составында Е621 өҫтәмәһе булған ризыҡтар организмда бәйлелек барлыҡҡа килтерә. Был — иң йыш ҡулланылған аҙыҡ өҫтәмәһе. Ул, организмда күп йыйылһа, өйәнәк ҡуҙғыта.
Майҙар. Майлылығы 72 проценттан да кәм булғандарын файҙаланырға ярамай, сөнки ул ысын май түгел.
Балыҡ. Пластик һауыттағы еңелсә тоҙланған балыҡ. Яҡшы тоҙланғаны майҙа ғына оҙаҡ һаҡлана.
Арахис. Хәҙерге ваҡытта күп кенә етештереүселәр уны генлы инженерия ярҙамында үҫтерә һәм төрлө бөжәктәр зарарламаһын өсөн сәскә гены индерә. Шуға күрә арахис һәр ваҡытта ла яңы өҙөлгән кеүек матур күренә.
Краб таяҡсалары. Улар — краб эссен­цияһы ҡатыштырылған ғәҙәти соя. Ә сояның 95 проценты тиерлек модификацияланған.
Тиҙ әҙерләнә торған ярмалар һәм ярма киҫәктәре. Уларҙың составында тәбиғигә бик яҡын булған төрлө тәмләткестәр һәм буяғыстар тупланған.
Татлы, газлы һыуҙар. Был эсемлектәр сарсау тыуҙыра. Унда күбеһенсә шәкәрҙе алыштырыусы матдәләр ҡулланыла. Составында булған ортофосфор кислотаһы кәрәкле микроорганизмдарҙы үлтерә. Ә консервант булараҡ файҙаланылған бензоат натрийы (Е211) ферменттарҙы ҡыҫырыҡлай һәм матдәләр алмашыныуын боҙоп, һимереүгә килтерә.
Колбасалар. Уларҙың составында, ғә­ҙәттә, 40 процентҡа тиклем йәшерен майҙар һәм тәм биреүсе өҫтәмәләр була. Күп кенә колбаса, сосиска, сарделькаларҙың 80 проценты трансгенлы соянан тора.
Тауыҡ. Уның төрлө матдәләр менән тултырылыуын күптәр яҡшы белә. Ә бындай итте ир-егеттәргә ашарға ярамауын барыһы ла белеп етмәйҙер. “Тултырылған” тауыҡҡа зыянлы гормондар өҫтәлә.
Тәмләткестәр өҫтәлгән сәй. Бындай сәйҙәргә саманан артыҡ буяу һәм кислота ҡушыла.
Майонез, кетчуп, соустар. Майонезға канцерогенлы транс-майҙар ҡушылған була, был иһә холестерин кимәле артыуына килтерә. Бигерәк тә пластик һауыттарҙағы майонез зарарлы, сөнки уға ҡушылған аш һеркәһе пластиктан алда әйтелгән канцероген бүленеп сығыуына килтерә. Майонезда консерванттар ҙа саманан күп.
Картуф чипсылары, сохариҙар. Әҙерләгән ваҡытта бик күп канцероген бүленеп сығыу сәбәпле, был аҙыҡтарҙың яман шешкә килтереүе ихтимал.
Пакеттағы һуттар. Уларҙы тәбиғи тип атау мөмкин түгел. Рәсәйҙә бындай һуттарҙы Ҡытай сеймалынан эшләйҙәр. Ҡап эсендә 50 проценты химия булһа, ҡалған яртыһы консерваланған емеш-еләктән һәм эремсек һыуынан тора.
Сағыу ҡағыҙҙағы кәнфиттәр, ҡаҡтар һәм чупа-чупс. Бик күп шәкәрҙән, химик өҫтәмәләрҙән, буяуҙарҙан ғибәрәт.
Кипкән емештәр. Диетологтар көкөрт иретмәһендә һәм көкөрт газы менән эшкәртеп киптерелгән емеш-еләк ашауҙы тыя. Хәҙерге технологиялар буйынса алма, груша, абрикостар нәҡ ошо юл менән эшкәртелә лә инде. Эшкәртелмәгән күрәгәләр ҡуңырыраҡ төҫтә була. Бындай емештәрҙе һатып алғандан һуң йылымыс һыуҙа бер нисә минут тоторға кәрәк.
Һурпалы кубиктар, әҙер аштар. Уларҙың төп составы – тоҙ һәм глутамат (тәм көсәйткес). Иң ҙур хәүеф — уларҙың көслө канцероген булыуы.
Пакеттағы эремсектәр. Уларҙың составында киптерелгән һөт һәм үҫемлек майы була. Күп осраҡта ысын эремсек бөтөнләй ҡушылмай.
Тиҙ әҙерләнә торған туҡмас. Әгәр ҙә бындай ризыҡ ашаһағыҙ, уның тәмләткестәрен һалмаҫҡа тырышығыҙ. Һалмалары ысын тәбиғи ондан әҙерләнһә лә, соус һәм тәмләткестәре натрий глутаматынан ғына тора.
Етештереүсе эре компанияларҙың аҙыҡ-түлеген балаларға биреү ҙә хәүефле, сөнки күбеһенең составында генетик яҡтан модификацияланған матдәләр бар. Бындай етештереүселәр араһында киң билдәле “Nestle”, “Gerber”, “Semper”, “Ko-linska”, “Friesland Nutrition” компаниялары ла бар.
Ҡаймаҡ. Пластик һауыттағы күп кенә “ҡаймаҡтар” бары тик үҫемлек майҙарынан тора һәм “ҡаймаҡ продукты” тип йөрөтөлә.

Мәғлүмәттәр Интернеттан алынды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Дөрөҫ йәшәгеҙ

Дөрөҫ йәшәгеҙ 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Заман ҙур тиҙлек менән алға елгәндә, йылдарға йылдар өҫтәлгән һайын тормоштоң мәғәнәһе, дөрөҫ...

Тотош уҡырға 1 498

Ғалимдар һөйөндөрмәне

Ғалимдар һөйөндөрмәне 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Сит ил ғалимдары, атап әйткәндә, АҠШ, Испания һәм Норвегия тикшеренеүселәре рәсәйҙәрҙе тиҙ...

Тотош уҡырға 1 170

Прививкаһыҙ мәктәпкә лә, баҡсаға ла индермәйәсәктәр

Прививкаһыҙ мәктәпкә лә, баҡсаға ла индермәйәсәктәр 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Күптән түгел Италияла яңы закон ғәмәлгә инде. Ата-әсәләр балаларын киң таралған йоғошло сирҙәрҙән...

Тотош уҡырға 1 249

“Сихут” сире һайлап тормай...

“Сихут” сире һайлап тормай... 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Бер нәмәнән дә ҡурҡмаған таяҡса хаҡында....

Тотош уҡырға 1 253

“Ир менән ҡатын проблемаһы”н  еңеп сығырға мөмкин
"Сибай ҙа, уның халҡы ла оҡшаны"

"Сибай ҙа, уның халҡы ла оҡшаны" 22.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Тап шундай йылы һүҙҙәр, яҡты уйҙар менән ҡайтырға сыҡты Өфө табиптары. Бөгөн Сибайҙа сирлеләрҙе...

Тотош уҡырға 1 046

Заман менән бергә атлайҙар

Заман менән бергә атлайҙар 22.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

“Йөрәк һүҙе”, “Йөрәктән сыҡҡан йөрәккә етә”, “Бала – йөрәк ите”, “Миһырбанлыҡ – йөрәктән”... Кеше...

Тотош уҡырға 1 203

Яман шешкә ҡаршы "ҡоралланып"

Яман шешкә ҡаршы "ҡоралланып" 21.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Бөгөнгө “Сәләмәтлек сәғәте”ндә онкологик сирлеләрҙе дарыу препараттары менән тәьмин итеү мәсьәләһе...

Тотош уҡырға 1 048

Сирҙәрҙе башланғыс стадияһында уҡ асыҡлаясаҡ

Сирҙәрҙе башланғыс стадияһында уҡ асыҡлаясаҡ 16.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Учалы үҙәк дауаханаһында өлкәндәр өсөн УЗИ кабинетын йыһазландырыу эштәре бара....

Тотош уҡырға 1 039

Ҡәлғәгеҙ хәүефһеҙме?

Ҡәлғәгеҙ хәүефһеҙме? 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Таҙалыҡ – сәләмәтлек нигеҙе, тигән ҡанатлы һүҙҙәр хәҙерге заманда ла көнүҙәклеген юғалтмай....

Тотош уҡырға 1 373

Үҙеңдән дә оло табип юҡ

Үҙеңдән дә оло табип юҡ 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Һаулыҡтың һаҡлауға мохтаж икәнлеген хәтерҙә тотайыҡ....

Тотош уҡырға 1 414

Уйҙырмаларҙан ҡотолайыҡ

Уйҙырмаларҙан ҡотолайыҡ 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә лә төрлө уйҙырмалар етерлек. Шуларҙың бер нисәһенә күҙ һалайыҡ....

Тотош уҡырға 1 157