Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мәғлүмәтле кешегә йәшәүе анһатыраҡ
“Мин Өфөлә уҡыйым, ә пропискам — Яңы Уренгойҙа. Башҡортостанда полис алырға хоҡуғым бармы? Мөмкин булһа, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә тейешмен?
Нурия”.

— Эйе, һеҙгә Өфө ҡалаһында полис алырға мөмкин. Республика биләмәһендә эшләгән һигеҙ медицина страховка ойошмаһының береһенә мөрәжәғәт итегеҙ. Тейешле мәғлүмәтте беҙҙең сайттан ҡарағыҙ: www.rf oms-rb.ru йәки ошо адрес буйынса һорауҙарығыҙға яуап алырға мөмкин: 450077, Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 37, 201-се бүлмә, “ҡыҙыу бәйләнеш” телефоны: 272-58-64.

***
“Быйыл һаулыҡ һаҡлауҙы яңыртыу программаһы буйынса аҡсалата түләү алыусылар исемлегенә фармацевтика белгестәрен индереү күҙалланамы?
Венера”.

— Юҡ. 2011 — 2012 йылдарға республика һаулыҡ һаҡлау тармағын яңыртыу программаһына ярашлы, медицина ойошмаларының фармацевтика белгестәренә аҡсалата дәртләндереү саралары ҡаралмаған.

***
“Эшкә яңы ғына урынлашҡанға күрә, страховка полисын алмаштырып өлгөрмәнем. “Эш урыны” тигән графала “эшләмәй” тиелгән. Бөгөндән “больничный”ҙамын. Эш биреүсе ризаһыҙлыҡ белдермәҫме? Ауырып, эшләмәгән көндәр өсөн түләрҙәрме?
Вахит”.

— 2011 йылдың 1 ғинуарынан көсөнә ингән “Рәсәй Федерацияһында мотлаҡ медицина страховкаһы тураһында” Федераль законға ярашлы, ошо ваҡытҡа тиклем бирелгән полистарҙың һәммәһе лә ҡулланыу өсөн яраҡлы тип иҫәпләнә. Ә “больничный”ға түләү мәсьәләһе буйынса һорауҙар тыуғанда, медицина учреждениеһы етәкселегенә йәки Рәсәй Федерацияһы Социаль страховка фондының Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһенә мөрәжәғәт итегеҙ. Адресы: 450103, Өфө ҡалаһы, Сочи урамы, 15, телефоны: 255-94-92.

***
“Мин “ашығыс ярҙам” фельдшеры булып эшләйем. Ни өсөн һаулыҡ һаҡлауҙы яңыртыу программаһы буйынса беҙгә аҡсалата өҫтәмәләр ҡаралмаған?
Ғәлиә”.

— 2011 — 2012 йылдарға иҫәпләнгән республика программаһына ярашлы, аҡсалата дәртләндереү средстволарын мотлаҡ медицина страховкаһы системаһында эшләүсе ойошма хеҙмәткәрҙәре ала. Ә ашығыс ярҙам күрһәтеү учреждениелары мотлаҡ медицина страховкаһы системаһына ингән ойошмалар исемлегендә юҡ, шуға күрә һеҙгә аҡсалата дәртләндереү саралары ҡаралмаған.

***
“II группа инвалиды булып танылған бала өсөн полистың хаҡы күпме?
Оксана”.

— Рәсәй биләмәһендә йәшәүсе граждандар өсөн мотлаҡ медицина страховка полистары бушлай бирелә.

***
“Мин эштә рәсми рәүештә теркәлмәгәнмен. Эш биреүсем Хеҙмәт кодексын тупаҫ боҙа. Полис алғанда эш урынын мотлаҡ күрһәтергә кәрәкме, әллә үҙемде “эшһеҙ” тип яҙайыммы?
Альбина”.

— Эйе, һеҙ полиста эш урынын күрһәтә алаһығыҙ. Яңы законға ярашлы, эшләүсе граждан эш биреүсе менән кәңәшләшеп тормайынса ла үҙаллы страховка ойошмаһын һайлай ала. 2011 йылдың 1 ғинуарына тиклем бирелгән полистар, ҡайһы страховка ойошмаһын һайлауға, страховкаланған кеше статусының ниндәй булыуына (эше бармы-юҡмы) ҡарамаҫтан, 2014 йылдың 1 ғинуарына тиклем көсөндә ҡала. “Ҡыҙыу бәйләнеш” телефоны һеҙҙең ҡарамаҡта: 272-58-64.
Д. ҒӘБДРӘХИМОВА әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Дөрөҫ йәшәгеҙ

Дөрөҫ йәшәгеҙ 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Заман ҙур тиҙлек менән алға елгәндә, йылдарға йылдар өҫтәлгән һайын тормоштоң мәғәнәһе, дөрөҫ...

Тотош уҡырға 1 499

Ғалимдар һөйөндөрмәне

Ғалимдар һөйөндөрмәне 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Сит ил ғалимдары, атап әйткәндә, АҠШ, Испания һәм Норвегия тикшеренеүселәре рәсәйҙәрҙе тиҙ...

Тотош уҡырға 1 170

Прививкаһыҙ мәктәпкә лә, баҡсаға ла индермәйәсәктәр

Прививкаһыҙ мәктәпкә лә, баҡсаға ла индермәйәсәктәр 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Күптән түгел Италияла яңы закон ғәмәлгә инде. Ата-әсәләр балаларын киң таралған йоғошло сирҙәрҙән...

Тотош уҡырға 1 251

“Сихут” сире һайлап тормай...

“Сихут” сире һайлап тормай... 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Бер нәмәнән дә ҡурҡмаған таяҡса хаҡында....

Тотош уҡырға 1 253

“Ир менән ҡатын проблемаһы”н  еңеп сығырға мөмкин
"Сибай ҙа, уның халҡы ла оҡшаны"

"Сибай ҙа, уның халҡы ла оҡшаны" 22.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Тап шундай йылы һүҙҙәр, яҡты уйҙар менән ҡайтырға сыҡты Өфө табиптары. Бөгөн Сибайҙа сирлеләрҙе...

Тотош уҡырға 1 047

Заман менән бергә атлайҙар

Заман менән бергә атлайҙар 22.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

“Йөрәк һүҙе”, “Йөрәктән сыҡҡан йөрәккә етә”, “Бала – йөрәк ите”, “Миһырбанлыҡ – йөрәктән”... Кеше...

Тотош уҡырға 1 203

Яман шешкә ҡаршы "ҡоралланып"

Яман шешкә ҡаршы "ҡоралланып" 21.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Бөгөнгө “Сәләмәтлек сәғәте”ндә онкологик сирлеләрҙе дарыу препараттары менән тәьмин итеү мәсьәләһе...

Тотош уҡырға 1 049

Сирҙәрҙе башланғыс стадияһында уҡ асыҡлаясаҡ

Сирҙәрҙе башланғыс стадияһында уҡ асыҡлаясаҡ 16.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Учалы үҙәк дауаханаһында өлкәндәр өсөн УЗИ кабинетын йыһазландырыу эштәре бара....

Тотош уҡырға 1 039

Ҡәлғәгеҙ хәүефһеҙме?

Ҡәлғәгеҙ хәүефһеҙме? 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Таҙалыҡ – сәләмәтлек нигеҙе, тигән ҡанатлы һүҙҙәр хәҙерге заманда ла көнүҙәклеген юғалтмай....

Тотош уҡырға 1 374

Үҙеңдән дә оло табип юҡ

Үҙеңдән дә оло табип юҡ 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Һаулыҡтың һаҡлауға мохтаж икәнлеген хәтерҙә тотайыҡ....

Тотош уҡырға 1 414

Уйҙырмаларҙан ҡотолайыҡ

Уйҙырмаларҙан ҡотолайыҡ 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә лә төрлө уйҙырмалар етерлек. Шуларҙың бер нисәһенә күҙ һалайыҡ....

Тотош уҡырға 1 158