Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Сысҡан биҙгәгенән һаҡ булығыҙ
Бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәк — тәбиғи сығанаҡлы йоғошло ауырыу. Уны башлыса йорт һәм ҡыр сысҡандары тарата.

Вирус, нигеҙҙә, кимереүселәрҙең кибеп, саң менән һауаға таралған бүлендеһе аша тын алғанда йәки тирегә, күҙгә, танауға, ауыҙға эләккән осраҡта күсә. Шуға күрә подвалда, гаражда, башҡа йорт ҡаралтыларында эшләгәндә һаҡ булырға кәрәк. Шуны ла белеү мөһим: сысҡан биҙгәге кешенән кешегә йоҡмай.
Ауырыуҙың төп билдәләре: тән температураһының күтәрелеүе, баш һәм мускулдар ауыртыуы, дөйөм хәлһеҙлек. Ҡайһы берҙә танау тоноуы, йүткереү, тамаҡ шешеү, күҙҙең күреү һәләте кәмеүе күҙәтелә. Ваҡытында дауаланмаһаң, бил, эс ауырта, тән тиреһенә сабыртма сыға. Ауыр осраҡта бөйөр эшмәкәрлеге боҙолоуы, бөйөрҙән, танауҙан, ашҡаҙандан ҡан ағыуы ихтимал. Шуға күрә сирҙең тәүге билдәләрен тойғас та дауаханаға мөрәжәғәт итеү мөһим.
Геморрагик биҙгәккә ҡаршы ниндәй ҙә булһа вакцина йәки иммуноглобулин юҡ. Уны тик дөйөм санитария ҡағиҙәләрен үтәп кенә иҫкәртеп була. Бигерәк тә яҙ көнө баҡсала, дача йорттарында эшләгәндә түбәндәге һаҡлыҡ сараларын үтәү мөһим:
* кимереүселәр йөрөгән хужалыҡ ҡаралтыларында эшләр алдынан яҡшылап елләтегеҙ, был биҙгәк вирусын һаҡлаған саңды бөтөрөргә ярҙам итер;
* сысҡан йөрөгән бинала, бесән йәки башҡа төр саңлы эш эшләгәндә мотлаҡ респиратор (битлек), күҙлек һәм бирсәткә кейегеҙ;
* эш ваҡытында тартмағыҙ, тәмәке менән ауыҙығыҙға вирус индереүегеҙ бар;
* үлгән йәки тере сысҡандарҙы бирсәткәһеҙ тотмағыҙ;
* ҡулдарығыҙҙы яҡшылап йыуығыҙ;
* аҙыҡ-түлекте ябыла торған һауыттарҙа һаҡлағыҙ, сысҡан ашаған ризыҡты термик эшкәртеү үткәрмәйенсә ҡулланмағыҙ;
* ауырыуҙың тәүге билдәләрен тойғас та, врачҡа күренегеҙ. Үҙ ваҡытында дауаханаға бармаһағыҙ, сирҙең аҙыуы, һөҙөмтәлә хатта үлемгә илтеүе ихтимал.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 109

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 464

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 098

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 908

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 667

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 253

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 575

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 440

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 520

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 343

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 529