Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Гәлсәр кеүек ыуалмаһын һаулығың
Гәлсәр кеүек ыуалмаһын һаулығың “Гәлсәр балалар” тип әйткәндәрен ишеткәнегеҙ бармы? Ћөйәктәре мурт, тиҙ һынып барған бәләкәстәрҙе шулай тип йөрөтәләр. Уларҙың хатта тыумаҫ элек аяғы йәки ҡулы имгәнгән була. Яҡты донъяға килгәндә лә зәғифләнеүҙәре ихтимал. Үҫкәс тә атлай алмай йонсойҙар, сөнки һөйәктәре хатта тән ауырлығын күтәрә алмай. Улар ҙа башҡа ҡыҙҙар һәм малайҙар кеүек матур, аҡыллы, әммә һөйәктәре генә гәлсәр кеүек селпәрәмә килеп ыуалырға тора.

Сир һәр кемде һағалай

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кешенең һөйәк системаһына бәйле сирҙәр “йәшәргән­дән-йәшәрә”. Мәҫәлән, остеопороз да шулай. Ул – бөгөн һаулыҡ һаҡлауҙың иң төп проблемаларының береһе. Йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы, онкология һәм шәкәр диабеты ауырыуҙарынан һуң дүртенсе урынды биләй. Рәсәйгә килгәндә, был сир менән 34 миллион кеше интегә. Былтыр Башҡортостанда йәшәгән 100 мең кешегә 114,2 осраҡ тура килгән.
Остеопороз – һөйәк системаһы сире. Ул һөйәктәрҙең ауырлығы кәмеүе һөҙөм­тәһендә һыныуын аңлата. Статистика күрһәтеүенсә, рентген денситометрияһы кабинеттары булған ҡалаларҙа остеопороз менән сирләү осраҡтары кәмей. Быйыл Башҡортостанда Ѓ. Љыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы ҡарамағындағы Республика остеопорозды иҫкәртеү һәм дауалау үҙәге эшләй башланы. Уға ортопед-травматолог Илфат Ѓафаров етәкселек итә.
– Был сир һөйәктә кальций кәмеүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Кешенең һөлдәһе зыян күреп, һөйәктең тығыҙлығы һәм структураһы боҙола. Иң хәүефлеһе: ҡайһы берәүҙәр имгәнмәйенсә йәки берәй ерен һындырмайынса үҙенең ауырығанлығын белмәҫкә лә мөмкин. Башҡортостан халҡына килгәндә, Д3 витамины етешмәүе арҡаһында был ауырыу менән күптәр яфалана. Өҫтәүенә кальцийға бай аҙыҡтарҙы һирәк ҡулланабыҙ, аҙ хәрәкәт итәбеҙ икән, был остеопорозға бер аҙым тигән һүҙ. Ул сирҙән интегеүселәрҙең хатта саҡ ҡына бәрелеүҙән, ауыр әйбер күтәреүҙән, эйелеүҙән, йығылыуҙан да һөйәктәрен һындырыуы ихтимал, – ти Илфат Рат­мир улы.
Гәзит уҡыусыларҙың ҡайһы берҙәре: “Остеопороз – өлкән йәштәгеләр сире”, – тип уйлар, моғайын. Єммә был, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ысынбарлыҡҡа тура килмәй. Ул хатта балаларҙа ла осрай. Ћыҙланыу билдәләре тәү ҡарашҡа остеохондроздыҡы кеүек. Хәүеф төркөмөнә ашҡаҙан-эсәк юлының хроник сирҙәренән, ревматизмдан яфаланыусылар, ашҡаҙаны аҙыҡты насар үҙләштергәндәр, менопауза осорон кисергән ҡатындар, климаксҡа иртә юлыҡҡандар, яҡындары остеопороз менән сирләгәндәр, кортикостероид, тиреод гормондары, көҙән йыйырыуға ҡаршы препараттар ҡулланыусылар инә. Єйткәндәй, гормондарҙың үҙгәреп тороуы – күп сирҙәргә нигеҙ.

Ауырыуҙың тәүге билдәләре

Әлбиттә, ниндәй ҙә булһа сирҙең башланған мәлен медицина тикшереүен үткәргәндә генә асыҡлап була. Умыртҡа һөйәгенең бил, күкрәк өлөшөндә һыҙлауы һәр кемде хәүефләндерергә тейеш. Бигерәк тә ул туҡтауһыҙ булһа. Ятҡанда һыҙланыу кәмегәндәй тойолһа ла,табипҡа күренергә кәрәк.
Єгәр арҡағыҙ көмөрәйһә, буйығыҙ бәләкәсәйеп ҡалғандай тойолһа, тырнаҡтарығыҙ, сәстәрегеҙ ҡатлауланһа, тештәрегеҙ тарҡалһа, көн боҙолғанда һыҙланһағыҙ, остеопороздың интекте­реүе ихтимал. Ваҡытында ҡуйылған диагноз оҙайлы дауаланыуҙан, һөйәк тығыҙлығы кәмеүҙән ҡотҡарасаҡ.

Нисек дауалайҙар?

Махсус денситометр ярҙамында һөйәктәрҙең тарҡалыу-тарҡалмауын асыҡларға мөмкин. Бындай аппараттар Өфөләге бер нисә поликлиникала бар. Республика дауаханаларында ҡуйылған УЗИ аппараттары ярҙамында ла сирҙе асыҡларға була.
Пациенттың ҡанындағы фосфор, кальций кимәле, бәүел менән был матдәләрҙең ниндәй кимәлдә йыуылып төшөүе, һелте фосфотазаһының кимәле лә тикшерелә.
Сирле кеше мотлаҡ табип күҙәтеүендә булырға тейеш. Был ауырыуҙан тулыһынса ҡотолоп булмаһа ла, кәрәкле дарыуҙар эсеп, һөйәк тығыҙлығының кәмеүен туҡтатырға мөмкин. Ауырыуҙарға биофофонат төркөмөнә ҡараған дарыуҙар, ҡан анализына ҡарап кальций препараттары тәғәйенләйҙәр.

Иҫкәртеү саралары

Әлбиттә, иң яҡшыһы – ауырыуҙы да­уала­ғансы, уны булдырмау. Шуға һәммә­беҙҙең ашау рационында кальцийға, Д3 витаминына, аҡһымға, фосфорға, маг­ний­ға, фторға, баҡырға, цинк кеүек ми­нералдарға, төрлө витаминдарға бай аҙыҡ-түлек өҫтөнлөк итергә тейеш. Йөк­лө һәм бала имеҙгән ҡатындарға кальций бигерәк тә кәрәк. Љайһы берәүҙәр “ҡояш нурҙары витамины” тип йөрөткән Д витаминын көн яҡтыһынан, балыҡ майынан, һөт ризыҡтарынан, кунжуттан алабыҙ. Ул шулай уҡ люцернала, кесерткәндә, петрушкала, бәшмәктәрҙә бар.
Д витамины ҡанда кальций менән фосфорҙың әйләнешен көйләй, һөйәк­тәрҙең һәм тештәрҙең нормаль үҫешен тәьмин итә, кеше һөлдәһен нығыта, мускулдарға көс бирә. Єммә организм иң тәү сиратта ни бары 1 процент кальций талап ителгән функцияларға ярҙам итә. Єгәр ошо нисбәт етешмәһә, кальций һөлдәнән алынасаҡ. Ћөҙөмтәлә төрлө сирҙәр барлыҡҡа килә, шул иҫәптән остеопороз да.

Тәүлегенә күпме
Д витамины талап ителә?


Өлкәндәргә – 2,5 – 5,0 мкг
Ауырлыларға – 10,0 мкг
Бала имеҙеүсе ҡатындарға – 10,0 мкг
Йәшенә, енесенә ҡарап балаларға– 2,5 – 10,0 мкг
Бәпестәргә – 7,5 – 10,0 мкг
Организмда үҙләштерелгән саҡта кальций менән тимерҙең бер-береһе менән “ярышыуы” хаҡында оноторға ярамай. Д витамины кальцийҙы үҙләштерергә ярҙам итһә, уның күплеге иһә кеше организмында тимерҙе кәметеүе ихтимал. Магнийҙың да һөйәктәрҙе “төҙөү”ҙә ҡатнашлығы Д витамины ярҙамында атҡарылыуын иғтибар­ҙан сығарырға ярамай.

Ћуңғы сиккә барып етмәгеҙ

Ѓ. Ҡыуатов исемендәге республика кли­никаһында остеопороз менән сирләү­селәр тураһындағы мәғлүмәттәр 2008 йылдан алып ентекләп йыйыла. Ауы­рыуҙы алдан асыҡлау өсөн ультратауыш һәм рентген морфометрияһы методи­каһы булдырылған. Бында эндопротездар ҙа тикшерелә.
Сәләмәтлек – иң ҙур байлыҡ, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр. Уны һаҡлау зарур. Ћуңғы сиккә барып еткән сирлене дауалау, һынған янбаш һөйәге муйынсаһына имплантаттар ҡуйыу дәүләткә лә ҡиммәт­кә төшә. Шуға һаулыҡҡа һаҡсыл ҡараш мотлаҡ, өҫтәүенә тәмәке, “йәшел йылан” менән дуҫ булмау хәйерлерәк.


Автор: А. ӘХМӘТОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519