Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Кемдең итәгенә төшһә, шуныҡы яна
Кемдең итәгенә төшһә, шуныҡы яна
Уйламағанда һис көтөлмәгән ҡаршылыҡтар сығып, һине бөтә эш ритмынан, йәшәү ҡанундарынан, тәртибенән яҙлыҡтыра ла ҡуя. Бер ҡарауға ваҡ-төйәктәй генә тойолған мәсьәлә теңкәне ҡоротҡан оло проблемаға әүерелә. Бигерәк тә ул һаулыҡҡа ҡағылышлы булһа...


Раил күптән инде теш табибына барыуҙы кисектереп килә. Йә ваҡыты юҡ, йә һыҙлап йәнгә теймәгәс, дауаларға кәрәклеген онотоп китә. Шулай ҙа бер көн тәүәккәлләп эргәләрендәге шәхси клиникаға бармаҡсы булды. Йылы ҡаршыланылар, бүлмәләре ялт итеп тора, заманға яраҡлашырға тырышалар, күрәһең. Бор машинаһының безелдәүе лә теңкәгә теймәй. Эй, уныһына ғына түҙәһең инде ул.
Табип эшен ҡапыл туҡтатып, теш каналында инструменттың һынып ҡалыуын хәбәр итте. “Йә, ни эшләйбеҙ, теште һурып ташлайбыҙмы, әллә операция яһайбыҙмы?” Бындай хәлде күҙ алдына ла килтермәгән үҫмер белгескә, үҙ эшенең оҫтаһына нимә тип яуап бирһен, кәңәш итһен, аҡыл өйрәтһен инде?
“Ниңә шап-шаҡтай теште һурҙырырға? Һынған энәһен алығыҙ!” — тип кенә әйтә алды. Табип шунда ғына тештең рентген һүрәтен яһатып, үҫмер алдына һалды: “Юҡ, уны алыу мөмкин түгел. Борсолмағыҙ, бындай хәлдәр стоматологияла йыш осрай ул. Ғүмер буйы тештәрендә энә йөрөткән кешеләрҙе беләм. Ваҡыт үтеү менән онотолор, әгәр һыҙламаһа”...
Табиптың һуңғы һүҙҙәре сей яраға тоҙ һипкәндәй генә булды. Һыҙлаһа, шешһә, ысынлап та, эш харап. Медицина алға киткән, юғары технологиялар үҙләштерелгән, шәхси клиникалар бәшмәктәй үрсегән мәлдә бындай хатаны төҙәтеп булалыр ҙа инде.
Интернеттан медицина фәндәре кандидатының “Энәнең ҡалдырылыуы менән риза булмағыҙ, сә­ләмәтлегегеҙҙе хәүеф аҫтына ҡуймағыҙ”, — тип, хәлде медицина терминдары, фән күҙлегенән аңлатыуы егеттең борсолоуын арттырҙы ғына.
Иң юғары медицина ҡаҙаныштарына эйә “Галадент” клиникаһына һорау менән мөрәжәғәт иткәс, регис­тратуралағы ҡыҙҙар: “Килегеҙ, һынған инструмент­тарҙы микроскоп ярҙамында алып була”,— тип өмөтләндерҙе. Әммә барғас, белгестәр бер ниндәй ҙә гарантия бирмәне. “Утыҙ мең һум түләһәгеҙ, теште нығытып, коронка кейҙереп, һаҡлап ҡалып буласаҡ”, – тип ышан­дырҙылар.
Башҡортостан дәүләт медицина университетының стоматология клиникаһында яңынан рентген һүрәтен яһағандан һуң, етәкселәрҙең береһе: “Тешең бына тигән, йөҙ йыл тора ала әле, бер ниндәй коронка ла, нығытыу ҙа кәрәкмәй. Инструментты алып булмаҫ, әммә буш каналға пломба һалырға, теште дауаларға мөмкин”, — тип йыуатты.
Тик Раилды ҡабул иткән дауалаусы табип “зуб перелечить нельзя” тигән хөкөм сығарып, ваҡытлыса ҡуйылған пломбаны яҡшырағына алмаштыра алыуын ғына белдерҙе. Нисәмә белгес — шунса яуап, шунса кәңәш...
Стоматология өлкәһендә генә шулаймы икән? “Кем һеҙгә сифатһыҙ медицина ярҙамы күрһәткән — шул үҙ хатаһын төҙәтһен. Беҙгә бындай бәхәсле хәлгә ҡыҫылыуы ҡыйын, коллегаларыбыҙ алдында уңайһыҙлыҡ кисерәсәкбеҙ”, — тип аҡ халатына тап төшөрөүҙән һаҡланғандар ҙа булды. Шулай футбол тубындай тибелеп йөрөй торғас, йәйҙең бер айы “һә” тигәнсә үтеп тә китте...
Эйе, тормошта бынан да хәтәрерәк, яманыраҡ хәлдәр була. Бәләгә тарыған кеше ҡайҙа барып һуғылырға, кемгә кәңәш менән мөрәжәғәт итергә, хаҡлыҡты ҡайҙан эҙләргә белмәй йонсой. Ошо йәһәттән республикабыҙҙа эш башлаған Милли медицина палатаһына ҙур өмөттәр бағлайбыҙ. Илдең медицина тармағында һаулыҡ һаҡлау өлкәһе яҙмышына битараф ҡала алмаған ғалимдар, табиптар башланғысы менән ойошторолған берекмә ауырыуҙарҙың юғала барған ышанысын ҡайтарыуҙы, эшмәкәрлекте үҙҙәре көйләп, ярҙам сифатын яҡшыртыуҙы маҡсат итеп ҡуйған.
Хеҙмәткәрҙәренең профессионаллеге өсөн яуап­лылыҡты үҙ ирке менән өҫтөнә алған медицина ойошмаларын берләштергән ул. Палата врачтарҙы ат­тес­тациялай, дәғүәләрҙең сәбәбен асыҡлай, эштә ебәрелгән хаталарҙы тикшереү өсөн комиссия тәғәйенләй.
Профессиональ эшмәкәрлектең үҙ-үҙен көйләү системаһын булдырырға тырышып, Палата алдына ғәйәт ҡатмарлы ҙур бурыс ҡуя — медицина хеҙ­мәткәрҙәренә ҡарата ышанысты ҡайтарырға. Әлеге шарттарҙа уны үтәүҙең анһат ҡына булмаясағы көн кеүек асыҡ. Һуңғы ваҡытта табип менән пациент араһында артҡан низағтарҙы, күңелһеҙ хәлдәрҙе кәметеү, эште судлашыуға еткермәү өсөн байтаҡ көс һалаһы бар ойошмаға.
Һорауҙарығыҙ булһа, Башҡортостандың Милли палатаһы сайтына инеп, уның эшмәкәрлеге менән тулыраҡ таныша алаһығыҙ (www.nmp—rb.ru). Үтенестәрегеҙҙе, ғаризаларығыҙҙы ошо электрон адресҡа ебәрегеҙ: nmp—rb@mail. ru. Уңыштар һеҙгә!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 105

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 460

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 994

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 903

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 663

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 250

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 569

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 438

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 517

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 341

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 527