Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һауыҡтыра ла, йәшәртә лә белә
Һауыҡтыра ла, йәшәртә лә белә
Көтөп алынған йәмле яҙ әҙәм балаһына ифрат тәмле күстәнәсе — ҡайын һыуы — менән килә. Һуттың файҙалы ла икәнлеге хаҡында онотмайыҡ.

Медицина тикшереүҙәре күрһәтеүенсә, ике-өс аҙна дауамында көн һайын бер стакан ҡайын һыуы эсеп тороу яҙғы авитаминозды, арыуҙы, көсөргәнеште юҡҡа сығара. Һут органик кислота ферменттарына, кальцийға, тимергә, калийға, шәкәргә бай. Ҡайын һыуы ашҡаҙан сиренән, йүткереүҙән, бронхиттан, баш ауыртыуынан, артриттан, радикулиттан, ревматизмдан, аҙ ҡанлылыҡтан, аллергиянан дауалай, матдәләр алмашыныуын яйға һала, иммунитетты күтәрә.
Мәғлүм булыуынса, яҙғы һутты косметологияла ла ҡулланалар. Мәҫәлән, йөҙҙәге һытҡыларҙы бөтөрә: битте иртән һәм кис ҡайындан яңы ғына йыйылған һыу менән һөртөргә кәрәк. Һуттың тирене йәшәртеү, һығылмалы итеү һәләте лә көслө. Уға бал, ҡаймаҡ ҡушып, маска йә компресс яһарға мөмкин.
Белгестәр сәс ҡойолоуҙан да ҡайын һыуын ҡулланырға тәҡдим итә. Бының өсөн һутҡа кесерткән тамыры ҡайнатмаһы, коньяк ҡушып, шыйыҡса әҙерләргә кәрәк. Уны сәстең тамырына аҙнаһына бер тапҡыр һөртәләр. Ҡауаҡ менән яфаланғанда иһә башты һутта сайҡатып алыу килешә.
Ҡайын һыуында сәй бешереп алырға, ҡамыр әҙерләргә мөмкин. Унан яһалған кеүәҫ ныҡ тәмле килеп сыға. Әҙерләү өсөн яңы йыйып алынған һутҡа йөҙөм, шәкәр, лимон һуты ҡушалар ҙа шешәнең башын ябып, тышынан тимерсыбыҡ менән нығытып ҡуялар (газдың баҫымында бөкөнөң атылып сығыуы ихтимал). Бер нисә тәүлектән һуң ныҡ газлы эсемлек — ҡайын кеүәҫе — барлыҡҡа килә.
Һутты йыйыу ваҡыты һауа шарттарына бәйле. Ул көндөң тәүге яртыһында, ҡояш сағыуыраҡ йылытҡанда, олон буйлап яҡшыраҡ хәрәкәт итә. Һыуҙы йыйыу мәле еткәнме-юҡмы икәнлеген белер өсөн ағасты ипләп кенә беҙ менән тишеп ҡарарға кәрәк. Тамсы сыҡһа, эш башларға мөмкин тигән һүҙ.
Ҡайын ныҡ йәш тә, ҡарт та булмаҫҡа тейеш. Ҡайһы берҙәренең һутын бөтөнләй алырға ярамай — ағасҡа ҙур зыян киләсәк. Билдәле булыуынса, йәш олондоң киңлегенә ҡарап билдәләнә: һыуын алыр өсөн диаметры 20 — 30 сантиметрлыҡты һайларға кәрәк. Шул уҡ ваҡытта бер ағастан күп итеп һут йыйырға тырышмағыҙ, бер нисәүҙән әҙләп алығыҙ. Тәүлек эсендә бер ҡайындан ике-өс литр һыу ағыҙырға мөмкин.
Һутты ике төрлө юл менән йыйырға мөмкин. Беренсеһе ябайыраҡ һәм ағас өсөн хәүефһеҙерәк: ҡабыҡ осло бысаҡ ярҙамында бәләкәй генә тишек яһап ҡырҡыла һәм был урынға пластик пакет йәиһә шешә элеп ҡуйыла. Икенсе ысул шундай: ағастың олононда, ерҙән ярты метр бейеклектә, ек яһала ла уға төрөпкә йәки алюминдан (пластмассанан да мөмкин) яһалған улаҡ ҡуйыла. Уйылған ярыҡтың тәрәнлеге ике-дүрт сантиметрҙан артмаһын. Һут йыйып бөткәндән һуң тишекте мүк йәки балауыҙ менән ҡапларға онотмағыҙ: ағастың эсенә бактериялар инмәһен. Ағастан бөкө яһап ҡуйырға, ярашлы ботаҡ тығырға ла мөмкин.
Ҡурсаулыҡ, һыуһаҡлағыс биләмәләрендә, паркта үҫкән ҡайындарға тейеү ҡәтғи тыйыла. Әлбиттә, урманда ла ҡағиҙәләрҙе һаҡларға, тәбиғәткә мәрхәмәтле булырға тырышайыҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Дөрөҫ йәшәгеҙ

Дөрөҫ йәшәгеҙ 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Заман ҙур тиҙлек менән алға елгәндә, йылдарға йылдар өҫтәлгән һайын тормоштоң мәғәнәһе, дөрөҫ...

Тотош уҡырға 1 499

Ғалимдар һөйөндөрмәне

Ғалимдар һөйөндөрмәне 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Сит ил ғалимдары, атап әйткәндә, АҠШ, Испания һәм Норвегия тикшеренеүселәре рәсәйҙәрҙе тиҙ...

Тотош уҡырға 1 170

Прививкаһыҙ мәктәпкә лә, баҡсаға ла индермәйәсәктәр

Прививкаһыҙ мәктәпкә лә, баҡсаға ла индермәйәсәктәр 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Күптән түгел Италияла яңы закон ғәмәлгә инде. Ата-әсәләр балаларын киң таралған йоғошло сирҙәрҙән...

Тотош уҡырға 1 251

“Сихут” сире һайлап тормай...

“Сихут” сире һайлап тормай... 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Бер нәмәнән дә ҡурҡмаған таяҡса хаҡында....

Тотош уҡырға 1 253

“Ир менән ҡатын проблемаһы”н  еңеп сығырға мөмкин
"Сибай ҙа, уның халҡы ла оҡшаны"

"Сибай ҙа, уның халҡы ла оҡшаны" 22.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Тап шундай йылы һүҙҙәр, яҡты уйҙар менән ҡайтырға сыҡты Өфө табиптары. Бөгөн Сибайҙа сирлеләрҙе...

Тотош уҡырға 1 047

Заман менән бергә атлайҙар

Заман менән бергә атлайҙар 22.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

“Йөрәк һүҙе”, “Йөрәктән сыҡҡан йөрәккә етә”, “Бала – йөрәк ите”, “Миһырбанлыҡ – йөрәктән”... Кеше...

Тотош уҡырға 1 203

Яман шешкә ҡаршы "ҡоралланып"

Яман шешкә ҡаршы "ҡоралланып" 21.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Бөгөнгө “Сәләмәтлек сәғәте”ндә онкологик сирлеләрҙе дарыу препараттары менән тәьмин итеү мәсьәләһе...

Тотош уҡырға 1 049

Сирҙәрҙе башланғыс стадияһында уҡ асыҡлаясаҡ

Сирҙәрҙе башланғыс стадияһында уҡ асыҡлаясаҡ 16.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Учалы үҙәк дауаханаһында өлкәндәр өсөн УЗИ кабинетын йыһазландырыу эштәре бара....

Тотош уҡырға 1 039

Ҡәлғәгеҙ хәүефһеҙме?

Ҡәлғәгеҙ хәүефһеҙме? 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Таҙалыҡ – сәләмәтлек нигеҙе, тигән ҡанатлы һүҙҙәр хәҙерге заманда ла көнүҙәклеген юғалтмай....

Тотош уҡырға 1 375

Үҙеңдән дә оло табип юҡ

Үҙеңдән дә оло табип юҡ 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Һаулыҡтың һаҡлауға мохтаж икәнлеген хәтерҙә тотайыҡ....

Тотош уҡырға 1 414

Уйҙырмаларҙан ҡотолайыҡ

Уйҙырмаларҙан ҡотолайыҡ 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә лә төрлө уйҙырмалар етерлек. Шуларҙың бер нисәһенә күҙ һалайыҡ....

Тотош уҡырға 1 158