Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һаҡ булығыҙ: “аҡ үлем” һөжүм итә
Һаҡ булығыҙ: “аҡ үлем” һөжүм итә
"Тормошта бөтә нәмәне лә татып ҡарарға кәрәк!" — тип иҫәпләй хәҙерге заман балалары. Уларҙың фекеренсә, наркотик менән ваҡытлыса мауығыу зарарһыҙ күңел асыуҙың бер төрө генә, ҡасан теләйһең, баш тартырға ла мөмкин бит. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар үҙҙәренең нисек тәрән хаталаныуын күҙ алдына ла килтермәй. Марихуана, героин, кокаин, экстази... Яңғырауыҡлы һүҙҙәр. Әммә йәштәр уларҙа ағыу, ҡайғы-хәсрәт, үлем йәшеренгәнен аңлап етмәй.

Шундай статистика бар: халҡының 7 проценты наркотик ҡулланған ил бөтөү алдында тора. Хөрмәтле ата-әсәләр, һеҙҙе, моғайын, балағыҙҙың наркотик тураһында мәғлүмәтлелеге аптырашта ҡалдырыр. Эйе, улар был йәһәттән "уҡымышлыраҡ": "аҡ үлем" ҡайҙа һатыла, күпме тора, ниндәй ләззәт кисерергә мөмкин — барыһын да яҡшы беләләр. Тәүге хәл иткес аҙымды аҡлаған сәбәптәр ҙә күп төрлө: "ҡыҙыҡһыныу көслө ине", "башҡаларҙан айырылғым килмәне", "стрестан ҡотолоу өсөн" һәм башҡалар. Ағыуҙы бер тапҡыр тәмләгәндән һуң үлемгә илткән һуҡмаҡҡа төшөүҙәрен генә улар әлегә аңламай.
Шуныһы бик хәүефле: бер бала ла был ҡурҡыныс "ҡапҡан"ға эләгеүҙән азат түгел. Педагогтарҙың, хоҡуҡ һаҡлау органдарының бөтә көстө афәткә ҡаршы туплауынан ғына файҙа аҙлығы яҡшы билдәле. Белгестәрҙең фекеренсә, барлыҡ өмөт — ғаилә тәрбиәһендә. Бары ата-әсәнең генә балаһын фажиғәле тотҡондан йолоп алыуы, буш ваҡытын йөкмәткеле ойоштороуы, проблемаларын белеүе һәм аңлауы ғына ярҙам итеүе мөмкин. Тик балаһын һөйгән ата-әсә генә "наркомания" тигән яуыз дошманды еңергә һәләтле.
Әммә көрәштә еңеп сығыу өсөн дошманды һәр яҡлап яҡшы белергә кәрәк. Тәү сиратта бәлә-ҡазаны йортҡа яҡын да юлатмау өсөн өлкәндәрҙең белемле булыуы мотлаҡ. Наркотик кешенән, уның ихтыярынан, аҡылынан көслөрәк. Иң хәүефле мәл — 12-нән 16 йәшкә тиклемге осор. Статистика мәғлүмәттәренән сәстәр үрә торорлоҡ: һәр икенсе уҡыусы наркотикты тәмләп ҡараған йәки даими ҡуллана, ә ата-әсәнең 90 проценты был хаҡта 1,5–2 йыл үткәс кенә белә. Үкенескә ҡаршы, ярҙам һуңлаған була.
Ни өсөн йәштәр тәнде һәм йәнде ағыулаусы, шәхесте юҡҡа сығарыусы матдәгә үрелә, тигән һорауға белгестәрҙең яуабы шаҡ ҡатырғыс булды. Уларҙың раҫлауынса, наркомания — кеше организмының асылы. Баҡһаң, бөтә кеше лә — тыумыштан, хроник һәм дауалап булмаҫлыҡ наркоман. Был хаҡта әллә күпме мәҡәлә, китап донъя күргән. Шатлыҡ, яҡшы кәйеф, ләззәт — беҙҙең организмда даими барлыҡҡа килеүсе наркотиктар тәьҫире һөҙөмтәһе икән. Әммә ҡәнәғәтлек тойғоһон тиҙерәк кисереүҙең ябай юлы бар — ҡанға яһалма наркотик индереү. Уны бер тапҡыр тәмләгән үҫмер үҙенең теләгән ваҡытта ошо яһалма параллель донъяға әйләнеп ҡайтыу мөмкинлеген аңлай. "Унда бит ысынбарлыҡтағыға ҡарағанда күпкә рәхәтерәк", — тип уйлап, ғәҙелһеҙ, мәрхәмәтһеҙ тойолған донъяла йәшәүе менән килешкәндәй була.
Балалар наркоманияһы менән шөғөлләнгән белгестәр йәштәрҙе наркотик ҡулланыуға этәргән сәбәптәргә ата-әсәнең дә ҡыҫылышы булыуын билдәләй. "Нисек кенә ғәжәп тойолмаһын, беҙ үҙебеҙ бит балабыҙҙы аңһыҙ рәүештә упҡынға этәрәбеҙ. Ата-әсәнең өмөттәрен аҡлай алмауҙан ҡурҡҡан үҫмерҙәрҙең наркоманияға бирелеүе йыш күҙәтелә. Яуаплылыҡ йөгөнән, талаптарҙан арыған баланың хәлен күҙ алдына килтерегеҙ. Тормошҡа ашмаған өмөт һәм хыялдарҙы беҙ уның иңенә һалырға тырышып, ҡаты яңылышабыҙ. Үҙҙәренең ғүмерен генә түгел, ә ата-әсәһенең тормошон йәшәү өсөн дә уларға бит гений булырға кәрәк. Ә был күтәргеһеҙ "йөктө" тартыу һәр кемдең дә ҡулынан килмәй. Наркотик үҫмерҙе ата-әсәнең өмөттәрен аҡламауҙан ҡурҡыу тойғоһонан еңел азат итә. Әммә әлегә ул бер ауырлыҡты елкәһенән төшөрөү менән икенсеһен өҫтөнә алыуын аңлап етмәй. Тейешле дозаһыҙ ҡалыу, ҡот осҡос ауыртыныу, үлем хәүефе уны ҡыҫымға ала. Хәл итеү юлы бер генә: ата-әсә хатаһын аңлап, балаһын нисек бар, шулай яратырға тырышһын.
Бәләкәй кешене наркомания тоҙағына төшөргән сәбәптәр ифрат күп. Һәр осраҡ өсөн хәл итеүҙең дә юлын эҙләргә кәрәк. Тиҫтәләгән мең кешенең йыл да наркотиктарҙан һәләк булыуы, ҡорбандарҙың артҡандан-артыуы йәмәғәтселек өсөн ҙур хәүеф тыуҙыра. Айырыуса йәш ғүмерҙәрҙең бик иртә өҙөлөүе үкенесле.
Рухи өлгөргәнлек юлына ынтылғанда наркотик менән һынауҙы үтеү бәләһен таныу еңел түгел. Бындай афәт һеҙҙең ишегегеҙгә лә шаҡымаймы? Йәш наркоманды нисек танырға? Ғәҙәттә, ата-әсә наркоманияның өйгә "килеп инеүен" һиҙмәй, сөнки бәләкәй "стажлы" наркоманды башҡаларҙан айырған билдә юҡ. Ә кәйефенең йыш үҙгәреүен, ҡаршылашыуын, эйфорияны үҫмерлек осорондағы ғәҙәти торошҡа һылтап була. Саңды ҡасан һуғырға? Балағыҙға иғтибарлыраҡ булығыҙ. Әгәр ҙә уның телмәре ашығыс, аңлайышһыҙ;
күҙ алмаһы ныҡ ҡыҫылған йәки киңәйгән;
йөҙө ағарған, күҙ аҫтары ҡарайған;
хәтере насарайған, фекерләү һәләте түбәнәйгән икән;
йоҡоһоҙлоҡтан интекһә, тиҙ арыһа йәки, киреһенсә, артыҡ әүҙем, хәрәкәтсән булып китһә, һағайыу өсөн урын бар.
Был осраҡта ҡурҡыу һәм асыу тойғоһо һеҙгә ҡамасаулаясаҡ ҡына. Баланы әрләү, екеренеү, ғәйепләүҙең файҙаһы юҡ. Даими наркотик ҡулланыу әлегә бәйлелек тыуҙырып өлгөрмәгәндә уны һауыҡтырыуға ышаныс ҙур. Үҫмерҙең аҫтыртынлығы, ваҡытын ситтә үткәреүе, алдашыуы өлкәндәрҙе һағайтырға тейеш. Хәүефле юлға баҫҡан баланың тормош ҡиммәттәре лә үҙгәреш кисерә, элекке яратҡан шөғөлдәренә, уҡыуға ҡыҙыҡһыныуы кәмей. Ишектән инеү менән алкоголь, тәмәке еҫенә оҡшаш аңлайышһыҙ еҫтәрҙе тойһағыҙ, ике сәғәт үткәс, уның бәүел анализын алығыҙ. Наркотикты тәүге тапҡыр ҡулланған кешелә яраҡлашыу билдәләре күренә: баш әйләнеү, күңел уйнау, тәндең ҡалтыраныуы, йөҙҙөң ағарыныуы, оҙаҡ йоҡлау, ашҡаҙан-эсәк юлы ағзалары ауыртыуы. Был осраҡта кисекмәҫтән наркотик матдәләргә анализ яһатыу кәрәк. Ашағы килмәү йәки самаһыҙ ашау, йыш эске килеү ҙә был афәттең бер билдәһе булыуы мөмкин. Наркоманияның бөтә төрҙәре өсөн дә уртаҡ билдә — физик хәлһеҙлек, ябыҡлыҡ. Үҫмер, үҙен насар тойоуына һылтанып, йөкмәтелгән бурыстарҙы үтәмәй. Шулай итеп, ғаиләлә ығы-зығы, талаш, аңлашылмаусанлыҡ тыуа. Яңы шикле дуҫтары арта, уны йыш ҡына телефонға саҡырталар. Үҫмерҙең кәйефенә ҡарап та хәлдең киҫкенлеген билдәләргә мөмкин. Йыш ҡына аңлайышһыҙ сәбәптәр арҡаһында күңел торошо бик тиҙ үҙгәрә һәм тәртибе ысынбарлыҡтағы хәлгә ярашлы булмай. Мәҫәлән, тәнҡитләгәндә уның бөтөнләй битарафлыҡ күрһәтеүе, үҙен тыныс тотоуы күҙәтелә, матур ғына һөйләшеп ултырғанда ҡапыл ҡуҙғыуы, сығырынан-сығыуы ихтимал.
Берсә ҡалтыранып өшөү, берсә тирләп бешеү, тирләү, мускулдар, быуындар көсөргәнешлеге, тынғыһыҙлыҡ, хәүеф, йоҡоһоҙлоҡ, тахикардия, тән ауырлығының кәмеүе — сирҙең башланғысын күрһәтеүсе билдәләр. Наркомандың тәрән йоҡоға талыуы һағайтһын. "Ашығыс ярҙам"ды саҡыртһағыҙ, яҡшыраҡ булыр. Наркотик дозаһын арттырыу һөҙөмтәһендә кешенең һуштан яҙыуы (комаға китеүе) ихтимал.
Балағыҙҙың наркотик ҡулланыуын белгәс, уға йоҙроҡ төйнәп ташланыуҙан файҙа булмаҫ. Һеҙҙең ҡайғығыҙҙы аңларлыҡ хәлдә түгел ул. Тәүҙә организмдан токсиндарҙы сығарырға кәрәк, нарколог, психолог, психиатр ярҙамы мотлаҡ. Психик бәйлелектең һәм мауығыуҙың тәрәнлеген күрһәткән тест ысулдарына таянып, уға дауа тәғәйенләйәсәктәр.
Бөтә яуаплылыҡ һәм ауырлыҡ ата-әсә иңенә төшәсәк. Баланың яңғыҙын ҡалдырырға ярамай. Ошо көндән башлап, һеҙ бер-берегеҙгә ныҡ бәйле. Сабыр булығыҙ, тәүге ике айҙа уның менән һөйләшеүҙең файҙаһыҙ булыуын күрерһегеҙ, сөнки балағыҙҙың аңы томаланған. Дауалау һөҙөмтәле булһа, уны мотлаҡ "аҡ үлем" тырнағынан ҡотҡара аласаҡһығыҙ. Һөҙөмтә юҡ икән, барыһын да яңынан башларға тура киләсәк. Түҙемле булығыҙ, һеҙ бит хәҙер наркотиктарҙың ылыҡтырғыс көсөн дә, хәтәр сирҙең эҙемтәләрен дә яҡшы беләһегеҙ. Тәжрибәгеҙ ҙә етерлек, һеҙҙең еңеүгә ирешеүегеҙгә ышанабыҙ, бары күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәгеҙ, тип кәңәш бирә наркомания тоҙағының ни тиклем хәүефле икәнен аңлаған белгестәр.
Д. ҒӘБДРӘХИМОВА әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 097

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 987

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 895

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 650

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 241

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 462

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 436

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 515

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 338

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523