Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Ашығыс ярҙам” кәрәк булһа
“Ашығыс ярҙам” кәрәк булһа “Ашығыс ярҙам” һорап мөрәжәғәт иткән кеше, ауырыуға дөрөҫ һәм сифатлы медицина ярҙамы күрһәтелһен өсөн, диспетчерҙың һорауҙарына аныҡ яуап бирергә тейеш. Медицина хеҙмәткәрҙәрен ҡаршы алыу ҙа мөһим. Шулай уҡ ишек алды, бүлмә яҡшы итеп яҡтыртылырға, йорт хайуандары бикләнергә, табипҡа ҡул йыуырға мөмкинлек бирелергә тейеш, таҙа таҫтамал элеп ҡуйырға онотмағыҙ. Медицина ярҙамын тиҙ күрһәтеү күҙлегенән сығып, бригаданың аяҡ кейемен сисеп инеүен талап итергә ярамай. Шулай уҡ “Ашығыс ярҙам” килеп етмәҫ борон унан баш тартып булыуы хаҡында ла онотмағыҙ.
Әгәр ауырыуҙы дауаханаға алып барыу талап ителмәһә, табип уға кемгә мөрәжәғәт итергә кәрәклеген аңлатырға тейеш. Йыш ҡына кешеләр көндөҙ участка врачына барыр урынға “Ашығыс ярҙам” бригадаһын саҡырта башлай.
Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: шылтыратыуҙы ҡабул иткән медицина хеҙмәткәренең һәм ярҙам һораусының диалогы яҙылып бара. Был аҙаҡтан төрлө хәл-ваҡиғаны асыҡлау өсөн файҙаланыла.
“Ашығыс ярҙам” кешеләрҙең шылтыратыуына ҡарап күрһәтелә. Әммә бәхетһеҙ хәлгә тарығандарға (авария, йәрәхәтләнеү һ.б.), йәмәғәт урындарында, транспортта ҡапыл ауырып киткәндәргә, балаларға, ауырлы ҡатындарға медицина ярҙамы тәү сиратта ебәрелә. Өй номерҙары дөрөҫ күрһәтелмәү сәбәпле, табиптың ауырыу янына барып етә алмағаны өсөн “03” хеҙмәте яуап бирмәй.
“Ашығыс ярҙам” бригадаһы тәү медицина ярҙамы күрһәтә, әммә ул дауа тәғәйенләмәй, иҫереү кимәлен билдәләү өсөн экспертиза үткәрмәй, “больничный” ҡағыҙын бирмәй, суд-медицина һығымтаһын эшләмәй, онкологик сиргә дусар булыусыларға наркотик инъекциялары яһамай.
Ауырыуҙы оҙатып барыусыларҙың һаны “03” хеҙмәтенең табибы тарафынан билдәләнә. Бала менән мотлаҡ ата-әсә йәки тәрбиәсе бара. Түшәктә ятыусыларҙы машинаға һалырға ауырыуҙың яҡындары мотлаҡ ярҙам итергә тейеш.
“Ашығыс ярҙам”ды алдап саҡыртҡан өсөн административ штраф ҡаралған.
Кешенең ғүмере хәүеф аҫтында булғанда, “Ашығыс ярҙам” хеҙмәткәрҙәре яҡындағы дауаханаға барып етеү өсөн бушлай транспорт биреп тороуҙы талап итә ала. Әгәр транспорт хужаһы йәки вазифалы кеше бынан баш тартһа, ул закон алдында яуап тотасаҡ.
Киҫкен осраҡта кешеләрҙең дөрөҫ һәм аңлы эш итеүе яҡындарының ғүмерен һәм һаулығын һаҡлап ҡалыуы тураһында онотмағыҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 072

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 872

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 626

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 419

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 511