Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һалҡын тейгәндә ярҙам итер
Һалҡын тейгәндә ярҙам итерТымау теймәһен тиһәң...

Статистика мәғлүмәттәре буйынса, АҠШ армияһында тымау һәм һалҡын тейеү иң киң таралған сир һанала. Америка Һаулыҡ һаҡлау министрлығы чиновниктары был проблеманы күптән төрлө ысулдар – ультрафиолет лампалар ҡуйыуҙан башлап, йоғошһоҙландырыу матдәләре һәм антибиотиктар ҡулланып хәл итергә тырышҡан. Аденовирус вакцинаһы иң күп ҡулланылған ысул булған, тик уны етештереүҙе туҡтатҡандар. Шуға күрә лә ғалим-тикшеренеүселәр был сирҙәрҙән ҡотолоуҙың иң ябай юлын тәҡдим иткән: ҡулдарҙы йышыраҡ йыуырға!
Ысынлап та, флотҡа хеҙмәт итергә яңы алынған матростар араһында ошо ябай ғына ҡағиҙәне үтәү арҡаһында респиратор сирҙәр менән яфаланыусылар һаны ҡырҡа кәмегән.


Ауырығанда киптерелгән ҡурай еләгенән дә шифалырағы юҡтыр. Уның составында глюкоза, фруктоза, органик кислоталар, пектин, С, D витаминдары бар.
Киптерелгән емеште сәй һымаҡ бешерәләр. Уны эскәндән һуң шунда уҡ йылы итеп бөркәнеп ятырға кәрәк. Тир менән бергә организмдан шлактар ҙа сыға.

* * *
Һалҡын тейҙереп ауырыусылар мөмкин тиклем күберәк hарымhаҡ ашаhын. Тамағығыҙҙың аҙ ғына ауыртыуын hиҙhәгеҙ, тиҙерәк ошо йәшелсәне ҡулланығыҙ. Был үҫемлектең вирусҡа ҡаршы үҙенсәлеге күптән билдәле.
Һарымhаҡ ашағас, бер стакан томат hутын эсеп ҡуйhағыҙ, тағы ла яҡшы. Ундағы кислоталар hарымhаҡ майындағы еҫте бөтөрә.

* * *
* Һүрән утта лимонды ун минут ҡайнатырға һәм, уртаға ҡырҡып, һутын яҡшылап һығып алырға. Шыйыҡсаны стаканға ҡойоп, ике аш ҡалағы глицерин өҫтәргә һәм ныҡ итеп бутағандан һуң тултырғансы бал һалырға. Барлыҡҡа килгән сироп файҙалы ғына түгел, тәмле лә. Дозаһы йүтәлләүгә ҡарап билдәләнә. Мәҫәлән, һирәк йүткергәндә көнөнә бер балғалаҡ эсеү етә. Әгәр ҙә йүткереү төндә генә көсәйә икән, ятыр алдынан һәм төндә берәр балғалаҡ эсегеҙ. Йүтәл көслө икән, иртәнсәк ас ҡарынға, төшкө ашҡа тиклем, киске аштан һуң һәм төнгөлөккә берәр балғалаҡ эсеү кәңәш ителә. Йүтәл һирәгәйгән һайын дозаны кәметә барығыҙ.
* Шалҡанды ҡырғыс аша үткәреп, марля аша һутын һығып алырға һәм яҡшы итеп бал менән бутарға кәрәк. Шыйыҡсаны аш алдынан һәм йоҡларға ятыр мәлдә ике аш ҡалағы эсегеҙ.
* Редис менән кишергә һөт йәки бал өҫтәп бутағыҙ. Улар тигеҙ миҡдарҙа булырға тейеш. Ҡатнашманы көнөнә алты тапҡыр берәр аш ҡалағы эсергә мөмкин.
* Ҡайнатылған шәкәрле йә баллы торма һуты ла йүтәлдән файҙалы.
* Ун баш һуғанды һәм бер һарымһаҡты һөттә йомшарғансы ҡайнатығыҙ. Самалап бал өҫтәгеҙ. Килеп сыҡҡан ҡатнашманы берәр аш ҡалағы сәғәт һайын эсегеҙ.
* Биш-алты торманы нәҙек таяҡсалар рәүешендә ҡырҡып, шәкәр ҡомо һалып бутарға. Ун ике сәғәттән һуң һуты сығасаҡ. Шыйыҡсаны берәр аш ҡалаҡлап сәғәт һайын ҡабул итергә (бауыр һәм йөрәк сирлеләргә ҡулланыу тыйыла).
* Ике аш ҡалағы аҡ май, ике йомортҡа һарыһы, бер балғалаҡ он йәки крахмал һәм ике балғалаҡ балды бутап, көн дауамында йыш ашарға тәҡдим итәбеҙ.
* Шәкәр ҡушылған йәшел кәбеҫтә һуты ла ҡаҡырыҡты сығара.
* Уң ҡулды мөмкин тиклем юғарыға күтәреү йүткереүҙе баҫа. Процедура уны дауаламай, ваҡытлыса ғына баҫа.
* Уртаса ҙурлыҡтағы бер кишерҙе ҡырғыстан үткәреп, ҡайнап сыҡҡан һөткә һалып, егерме минут төнәтергә. Уны өс көн дауамында эсеп, йүткереүҙән бик тиҙ ҡотолорға мөмкин.
* Бер стакан һөттө ҡайнатып, утты һүндергәнсе бер аш ҡалағы бал өҫтәргә, бер семтем сода менән күбекләндергәнсе туғылған йомортҡа ҡушырға. Шыйыҡса бронхиттан, ларингиттан, трахеиттан да ярҙам итә.
* Бына шулай йыш ҡына көслө дарыуҙарға ҡарағанда, халыҡ медицинаһының ярҙамы нығыраҡ тейә. Булмаһа, үҙегеҙ һынап ҡарағыҙ, шифаһын тойорһоғоҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 108

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 463

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 997

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 906

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 666

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 252

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 574

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 438

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 520

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 343

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 528