Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Килегеҙ "бассейн"ға – түләргә кәрәкмәй
Килегеҙ "бассейн"ға – түләргә кәрәкмәй— О-о-о! Бына ҡайҙа ул йән һәм тән рәхәтлеге! — тип ах та ух килеп һыуҙан сыҡҡан Алексей Котов күҙәтеп тороусыларҙың ҡыҙыҡһыныуын тағы ла арттыра төштө. Боҙ өҫтөндә тапочкала ғына баҫып торған килеш яйлап һөртөндө, еңелсә күнегеүҙәр яһап алды, унан йәнә ашыҡмай кейенде егет. Ул арала Валерий Адамян өс тапҡыр сумып сығырға өлгөрҙө.
— Әлеге халәтте кисереү өсөн бер ниндәй иҫерткес эсемлек тә, наркотик та кәрәкмәй. Боҙло һыу иҫ киткес ҡәнәғәтлек тойғоһо уята. Мин дә яңынан тыуғандай булдым, тәнемдә еңеллек тоям, — тип шунда уҡ тәьҫораттары менән уртаҡлашты ул.
Йәштәр үҙҙәре шулай алсаҡ инеме, әллә, ысынлап та, ҡышҡы бассейн үҙгәрттеме — һәр һорауға ихлас яуап бирҙеләр.
Алексейҙың 25 метрлыҡ "бассейн"ды һә тигәнсә кинәнеп йөҙөп әйләнеүен берсә көнләшеп, берсә һоҡланып күҙәттек. Ул боҙло һыуға тәүге тапҡыр 2007 йылда төшкән. Керәшен һалҡындары байрамында сирҡаныс алған да оҡшап киткән.
— Якутов исемендәге паркка аҙнаға бер тапҡыр киләм, ә өйҙә һалҡын һыу менән ҡойонам. Әммә боҙло һыуҙа йөҙөп алыуға етмәй инде! Бер ҡатмарлығы йәки сере юҡ, иң мөһиме — үҙеңде алдан әҙерләргә. Ялыбыҙҙы файҙалы үткәреүҙе дауам итәбеҙ, хәҙер мунсаға барабыҙ, — тине ул.
Ә Валерийҙың тәүге тапҡыр боҙло һыуға төшөүенә шаһит булғанбыҙ икән. Өшөп-ҡалтыранып түгел, киреһенсә, йөҙө яҡтырып, йылмайып килеп сыҡты суд приставы булып эшләгән егет.
Йәштәр китеп тә өлгөрмәне, йыйылыусыларға сәләмәтлек теләп, баҫҡыстан Эля Усаева төшә башланы. Ул да еңел генә ҡолас ташлап йөҙөп китте.
— Боҙло һыуға төшөргә былтыр тәүәккәлләнем. Һыу менән электән дуҫмын, бассейнға йөрөй торғайным. Бында килеүем иһә тәжрибәле Өфө "морж"дарына бәйле. Уларҙы бер мәл мунсала осраттым, шунда ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙылар. Оҙаҡ уйлап торманым, үҙемде һынап ҡарарға ҡарар иттем. Байлыҡты түгел, һаулыҡты тәү урынға ҡуйған, алсаҡ, дәртле, сәләмәт рухлы кешеләр менән аралашыу үҙе бер байрам! Бына иремде лә күндерҙем әле, бөгөн икенсе тапҡыр боҙло һыуға төштө. Ҡаланан ситтә йәшәһәк тә, ваҡыт табып ошонда киләбеҙ.
Һыуға төшкәнгә ҡәҙәр һалҡын инде, ни тиһәң дә ҡыш бит. Ә сыҡҡас, киреһенсә, тән йылына. Шунда уҡ кәйеф күтәрелә, бөтөнләй икенсе кешегә әүерелгәндәй тоям үҙемде, — тине йөҙө тағы ла балҡып, бите алһыуланып киткән Эля ханым.
Миңлекәй Батырованы һыуҙан сығып, клубта сәй эскән сағында тап иттек. "Морж"лыҡ стажы 30 йыл булған хаҡлы ялдағы ветерандың йәш сағында йөрәгенә етди операция яһалыуына ышанғы ла килмәй.
— Өс тиҫтә йыллап поликлиникаға юл тотҡаным юҡ. Табиптар үҙемде һаҡлап ҡына йәшәргә, хатта бала тапмаҫҡа ҡушҡайны. Уларҙы тыңламаным булып сыға инде... Һөнәрем буйынса кондитер инем, бер уйлаһаң, спорттан алыҫ торған кешемен. Әммә һәр ваҡыт йәйәү йөрөргә тырыштым. Хәҙер Черниковка биҫтәһенән ошо күлдәге мәкегә аҙнаһына өс тапҡыр киләм. Бынан тыш, иртәле-кисле йүгерәм, — тип хатта мине дәртләндерә биреп ҡуйҙы ул. Сәләмәтлек "вирус"ын улы Рафаэлгә лә "йоҡторған", ул да әсәһенә эйәреп йөрөй башлаған.
Өфөләге Сынығыу һәм ҡышҡы йөҙөү федерацияһы коллективының киң күңелле, ихлас, дәртле кешеләрҙән тупланыуына ҡыҫҡа ғына ваҡытта ла ышандыҡ. Әле Якутов исемендәге парктағы Һалдат күлендә йөҙөргә 120-ләп кеше йөрөй тинеләр. Иң өлкән "морж" Асия Сөләймәноваға 86 йәш булһа, иң йәшенә — ни бары алты. Кескәй Полина Трапезникова атаһы өлгөһөнә эйәргән.
— Боҙло һыу йәшлекте оҙонайта, сәләмәт ғүмер бүләк итә. Һыуҙан көс алып, күңел күтәрелеп сығаһың. Тойғоларҙы тел менән генә әйтеп аңлатырлыҡ түгел, уны һәр кем үҙенсә кисерә. Әйҙә, ҡыйыуҙар һәм тәүәккәлдәр килһен, ҡурҡмаһын, — тип башҡаларҙы ла саҡырып, мине лә күндерә яҙып йылы итеп оҙатып ҡалды "морж"дар.
Һауа торошоноң ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, улар шаршамбы, шәмбе һәм йәкшәмбе көндәрендә иртән үк, йәғни сәғәт 9-ҙан 12-гә тиклем, йыйыла. Тағы шуныһы: тәбиғи "бассей"нда һәммә кешегә лә урын етерлек. Иң мөһиме — унда инеү өсөн түләргә кәрәкмәй.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 085

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 444

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 977

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 886

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 638

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 236

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 459

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 961

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 427

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 504

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 327

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 513