Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Халыҡ һаны эш шарттарына бәйлеме?
“Ҡатын-ҡыҙға һаҡсыл ҡараш, әсәлек тураһында хәстәрлек – һәр дәүләттең үҫешен һәм әхлаҡи кимәлен күрһәтеүсе бизмән”, – тигәйне Башҡортостандың Профсоюздар федерацияһы рәйесе Әмирхан Сәмерханов әсәләрҙең V Бөтә Рәсәй форумына арналған “түңәрәк өҫтәл”дә. Фекерҙе дауам итеп, шуны өҫтәге килә: ҡатын-ҡыҙ һау-сәләмәт булһа, иртәгәһенә ышаныс менән баҡһа, яҡлау тойһа, ул илдең ырыҫы ла арта. “Эшләүсе әсәләр өсөн иң яҡшы предприятие” республика конкурсы еңеүсеһе – Өфө ҡалаһының 17-cе балалар клиник дауаханаһы менән танышыу шуға инандырҙы. Коллективта күп балалы әсәләрҙең һаны алтмыштан ашҡан, араларында алтышар бала үҫтереүселәр бар.
– Медицина учреждениеһының күпселегендәге кеүек, беҙҙә лә башлыса ҡатын-ҡыҙ эшләй. Гүзәл зат, эшен яуаплы башҡарыуҙан тыш, ғаилә ағзаларын тәрбиәләй, иңдәренә йорт мәшәҡәттәре лә күберәк ятҡан. График төҙөгән саҡта ошолар иҫәпкә алына. Ғаиләһенә етерлек ваҡыт бүлә алһа, ҡатын-ҡыҙҙың күңеле тынысыраҡ була. Был эшебеҙҙә ыңғай сағыла, – ти дауахана профсоюзы рәйесе Рәмил Мәүлетов.
Дауаханала башҡарылған эштәр, ысынлап та, һоҡланырлыҡ: етлекмәй тыуған бихисап сабыйҙың ғүмерен һаҡлап алып ҡалғандар. Киләһе йыл ауырлығы 500 грамдан кәм булғандарын да ҡарарға ниәтләйҙәр.
Эшләүсе әсәләр өсөн иң яҡшы предприятиелағы шарттар күптәрҙе көнләштерер. Бында заманса йыһазландырылған тренажер залы эшләй. Хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләре “Спорт һөйөүсе ғаилә”, “Сәскә байрамы”, Яңы йыл кисәһе кеүек сараларға йәлеп ителә, Әсә көнөндә күмәк балалы ҡатындарҙы ҡотлау матур йолаға әүерелгән. Берәйһенең туй тантанаһы булһа йәки кемдер яҡын кешеһен юғалтһа, өс көнлөк түләүле ял бирәләр. Эш урынында хәстәрлекле ҡараш булдырылғас, хеҙмәткәрҙәрҙең алмашыныуы – һирәк күренеш, киреһенсә, бында бер урында оҙаҡ эшләүселәр күп. Мәҫәлән, медицина ветераны Нина Старостинаның ҡыҙы һәм ейәнсәре яҙмыштарын ошо дауахана менән бәйләгән, нәҫелдәренең дөйөм хеҙмәт стажы йөҙ йылға еткән.
Шәфҡәт туташы Рәмилә Ғәлиханованың бында эшләүенә – 24 йыл.
– Ҡыҙым Алинаға – 19, Регинаға – 11, Каринаға 8 йәш. Етәкселегебеҙ һәр ваҡыт балаларыбыҙҙы шифаханаға һәм йәйге лагерға юллама менән тәьмин итә, Яңы йылда байрам тамашаларына билет тарата. Балаң I класҡа барһа, Белем көнөндә ял алырға мөмкин. Ғөмүмән, эштән һуң ғаиләмә иғтибар бүлә алыуым ҡыуандыра, – ти ул.
Барлыҡ эш биреүселәр гүзәл зат вәкилдәре хаҡында ошолай айырым хәстәрлек күрһен өсөн 2008 – 2010 йылдарға ҡарата өс яҡлы Республика килешеүенә (Башҡортостан Республикаһының Профсоюздар федерацияһы, эш биреүселәр берекмәләре һәм Башҡортостан Хөкүмәте араһында) тәүге тапҡыр махсус шарттар индерелә. 2011 – 2013 йылдарға төҙөлгән килешеүгә “Эшләүсе ҡатын-ҡыҙҙы социаль-иҡтисади яҡлау” тигән айырым пункт өҫтәлә. Республика профсоюздарының матур башланғысының ыңғай һөҙөмтәһе бар: коллектив килешеү төҙөгән алты мең ярымдан ашыу предприятиела ҡатын-ҡыҙға төрлө социаль гарантия ҡаралған. Мәҫәлән, “Солитон” ғилми-тикшеренеү институтында 14 йәшкә тиклемге ике һәм унан күберәк балаһы булған әсәләргә ай һайын өҫтәмә ике сәғәт ял бирелә, был хеҙмәт хаҡында сағылмай. Барлыҡ предприятиела йөклө ҡатындар еңел һәм зарарһыҙ эшкә күсерелә, “Гидравлика” Өфө агрегат предприятиеһында иһә уларҙы витамин менән тәьмин итәләр, “Магнетрон” Өфө микроэлектроника заводында уртаса хеҙмәт хаҡын һаҡлау нигеҙендә медицина тикшереүе үтеү өсөн ял бирәләр.
Шулай ҙа барыһы ла ал да гөл түгел. Әмирхан Сәмерханов әйтеүенсә, эш биреүселәрҙең күбеһе декрет ялынан сыҡҡан ҡатын-ҡыҙҙы ҡабаттан уҡытырға, бәләкәй балаһы булған әсәләрҙе эшкә алырға теләмәй. Етәкселәр балалы ҡатындар өсөн ярты ставкалы эш урыны булдырырға ла ашҡынып бармай. Хеҙмәткәрҙәренә биш йыл һайын ентекле медицина тикшереүе үткәрмәүҙәре, һөнәри ауырыуҙарҙың үҫеүенә юл ҡуйыуҙары хаҡында яҙып тораһы ла түгел.
Кешенең ярты ғүмере эштә үтә, шуға күрә ғаиләне планлаштырыу хеҙмәт шарттарына туранан-тура бәйле. Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәтенең 2009 йылдағы тикшеренеүе һөҙөмтәләре шул хаҡта һөйләй. “Тағы ла күберәк бала тәрбиәләүгә һеҙгә нимә ҡамасаулай?” тигән һорауға респонденттарҙың 49 проценты: “Эшемдең күп көс һәм ваҡыт талап итеүе”, – тип яуаплаған. Статистиканың раҫ икәнлеген эшләүсе әсәләр өсөн иң яҡшы предприятие – 17-се балалар дауаханаһының күп балалы әсәләрҙән торған коллективы иҫбатлай. Ошоларҙан сығып, эш урындарында ҡатын-ҡыҙ өсөн ыңғай шарттар булдырыу демографик хәлде яҡшыртыуға булышлыҡ итә, тиергә нигеҙ бар. 2002 – 2010 йылдар арауығында Рәсәй халҡының 2,3 миллионға кәмеүенә битараф ҡалмаған етәкселәр, бәлки, киләсәктә ошо мәсьәләгә лә иғтибар йүнәлтер.
“Ни өсөн ҡатын-ҡыҙ мәнфәғәте тураһында ғына һүҙ бара? Ир-егеттең сәләмәтлеге борсомаймы ни?” — тип дәғүә белдереүселәр ҙә юҡ түгелдер. Ундайҙарға яуап итеп, Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Мәхмүзә Ғәйнуллинаның һүҙҙәрен еткерге килә.
– Ҡатын-ҡыҙҙың бәхете — ир-егет ҡулында, ә уларҙың һаны йылдан-йыл кәмей, һаулығы ла насарая. Шул уҡ ваҡытта сәләмәт нәҫелдең сәләмәт әсәләрҙән башланыуын да онотмайыҡ. Гүзәл заттың бөгөнгө хәле иһә һөйөнөрлөк түгел. Ҡайҙа мал, ҡош-ҡорт ҡарау кеүек алама еҫле, хат ташыу кеүек хәүефле һәм ауыр эш, ҡайҙа аҙ түләйҙәр, шунда ҡатын-ҡыҙ тир түгә. Тимәк, ир-егеттәр сәләмәт үҫһен, ишәйһен тиһәк, ҡатын-ҡыҙҙың һаулығын, хеҙмәт шарттарын ҡайғыртырға кәрәк, – тигәйне ул әсәләрҙең V Бөтә Рәсәй форумындағы сығышында.
Нурзиә ХӘСӘНОВА




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Дөрөҫ йәшәгеҙ

Дөрөҫ йәшәгеҙ 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Заман ҙур тиҙлек менән алға елгәндә, йылдарға йылдар өҫтәлгән һайын тормоштоң мәғәнәһе, дөрөҫ...

Тотош уҡырға 1 499

Ғалимдар һөйөндөрмәне

Ғалимдар һөйөндөрмәне 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Сит ил ғалимдары, атап әйткәндә, АҠШ, Испания һәм Норвегия тикшеренеүселәре рәсәйҙәрҙе тиҙ...

Тотош уҡырға 1 170

Прививкаһыҙ мәктәпкә лә, баҡсаға ла индермәйәсәктәр

Прививкаһыҙ мәктәпкә лә, баҡсаға ла индермәйәсәктәр 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Күптән түгел Италияла яңы закон ғәмәлгә инде. Ата-әсәләр балаларын киң таралған йоғошло сирҙәрҙән...

Тотош уҡырға 1 251

“Сихут” сире һайлап тормай...

“Сихут” сире һайлап тормай... 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Бер нәмәнән дә ҡурҡмаған таяҡса хаҡында....

Тотош уҡырға 1 253

“Ир менән ҡатын проблемаһы”н  еңеп сығырға мөмкин
"Сибай ҙа, уның халҡы ла оҡшаны"

"Сибай ҙа, уның халҡы ла оҡшаны" 22.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Тап шундай йылы һүҙҙәр, яҡты уйҙар менән ҡайтырға сыҡты Өфө табиптары. Бөгөн Сибайҙа сирлеләрҙе...

Тотош уҡырға 1 047

Заман менән бергә атлайҙар

Заман менән бергә атлайҙар 22.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

“Йөрәк һүҙе”, “Йөрәктән сыҡҡан йөрәккә етә”, “Бала – йөрәк ите”, “Миһырбанлыҡ – йөрәктән”... Кеше...

Тотош уҡырға 1 203

Яман шешкә ҡаршы "ҡоралланып"

Яман шешкә ҡаршы "ҡоралланып" 21.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Бөгөнгө “Сәләмәтлек сәғәте”ндә онкологик сирлеләрҙе дарыу препараттары менән тәьмин итеү мәсьәләһе...

Тотош уҡырға 1 049

Сирҙәрҙе башланғыс стадияһында уҡ асыҡлаясаҡ

Сирҙәрҙе башланғыс стадияһында уҡ асыҡлаясаҡ 16.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Учалы үҙәк дауаханаһында өлкәндәр өсөн УЗИ кабинетын йыһазландырыу эштәре бара....

Тотош уҡырға 1 039

Ҡәлғәгеҙ хәүефһеҙме?

Ҡәлғәгеҙ хәүефһеҙме? 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Таҙалыҡ – сәләмәтлек нигеҙе, тигән ҡанатлы һүҙҙәр хәҙерге заманда ла көнүҙәклеген юғалтмай....

Тотош уҡырға 1 374

Үҙеңдән дә оло табип юҡ

Үҙеңдән дә оло табип юҡ 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Һаулыҡтың һаҡлауға мохтаж икәнлеген хәтерҙә тотайыҡ....

Тотош уҡырға 1 414

Уйҙырмаларҙан ҡотолайыҡ

Уйҙырмаларҙан ҡотолайыҡ 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә лә төрлө уйҙырмалар етерлек. Шуларҙың бер нисәһенә күҙ һалайыҡ....

Тотош уҡырға 1 158