Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Ҡотлайбыҙ!Өфө ҡалаһында йәшәүсе Баш­ҡорт­остандың һәм Рәсәйҙең арҙаҡлы улы, техник фәндәр докторы, профессор, Рәсәй Тәбиғәт фәндәре академияһының почетлы академигы, БАССР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре, Рәсәй Яғыулыҡ-энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре Вил Ғайса улы Өмөтбаев 14 февралдә оло юбилейын – 80 йәшен билдәләй.


Вил Ғайса улы Көнбайыш Украинала хәрби эштә булған Ҡыҙыл Армия офицеры Ғайса Әхмәҙийәр улы һәм уҡы­тыусы Нәсиха Баймырҙа ҡыҙы Өмөт­баевтар ғаиләһендә донъяға килеп, бәләкәй генә сағында һуғыш уты татыған, беренселәрҙән булып шул ҡанлы һуғышта ғәзиз атаһын юғалтҡан кеше ул.
Һуғыш йылдары, унан һуңғы ауыр­лыҡ­тарҙы үҙ иңендә татыған, әммә уларға би­решмәгән, бала саҡтан белемгә ынтылған, үҙенә талапсан, аныҡ маҡсат­тар менән йәшәгән егет тырышлығы, зи­рәклеге, тәбиғәттән бирелгән һәләте, аҡылы һөҙөмтәһендә Мөхәмәт башлан­ғыс, Абҙаҡ ете йыл­лыҡ мәктәптәрен Маҡ­тау грамотаһына, Асҡар урта мәктәбен көмөш миҙалға тамамлай.
1961 йылда Өфө нефть институ­тының дипломын алып, хеҙмәт юлын Көньяҡ Ҡаҙағстанда башлай. 1979 – 1982 йыл­дарҙа Алжирҙа командировкала була. 1965 йылдан башлап 38 йыллыҡ эшмәкәрлеген “БашНИПИнефть” институты менән бәйләй, бер үк ваҡытта 15 йыл дауамында институттың диссертация советын етәкләй.
Етди талаптар үрнәге булараҡ, на­мыҫ­лы хеҙмәте менән Вил Ғайса улы ха­лыҡ, хеҙмәттәштәре алдында оло ихтирам һәм абруй ҡаҙанды. Уның исеме сит илдәрҙә лә киң билдәле, фәнни эштәре күпселек нефть сығанаҡтарында ҡулланыла.
Вил Ғайса улының 200-ҙән ашыу фәнни хеҙмәте, ете монографияһы, 30-ҙан ашыу патенты һәм авторлыҡ таныҡлыҡтары бар. Уның хеҙмәттәре Өфө дәүләт нефть техник университеты студенттарын уҡытыуҙа киң файҙаланыла. Ул – ижади фекерле, энциклопедик белемле, итә­ғәтле, намыҫлы, ғәҙел шәхес. Туғандары өсөн ышаныслы терәк, оло кәңәшсе, беренсе ярҙамсы. Көтмәгәндә иңенә төшкән ауыр ҡайғыны еңеп сығып, һайлаған һөнәренә тоғро ҡалып бөгөнгө көндә лә үҙенең яуаплы һәм абруйлы эшен дауам итә, туған белем усағының геология кафедраһы профессоры.
Вил Ғайса улы – “Башҡортостан”, “Вечерняя Уфа” гәзиттәренең әүҙем авторы ла. Һөйөклө ҡатыны Наилә Хажиәхмәт ҡы­ҙы менән ике ул үҫтерҙеләр. Өлкән улдары Вадим атаһының һөнәрен һайлап, нефть өлкәһендә билдәле белгес, техник фәндәр кандидаты, дүрт бүлә-бүләсәрҙәре үҫә.
Ҡәҙерле кешебеҙҙе матур байрамы ме­нән ҡотлап, уға ҡарата тәрән хөрмә­те­беҙҙе белдереп, ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, ижади уңыштар теләйбеҙ. Ки­ләсәктә лә тормошобоҙҙоң ҡото, таянысы булып, балаларыңдың, яҡын­да­рыңдың изгелеген, күңел йылыһын тойоп, бергә-бергә оҙаҡ йәшәргә насип булһын.

Иң изге теләктәр һәм оло ихтирам менән һеңлең Лена һәм уның балалары.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Етмештә лә елдәй елеп

Етмештә лә елдәй елеп 28.11.2018 // Юбилейҙар

Республика етәксеһе билдәле йәмәғәт эшмәкәре Гөлфиә Юнысованы юбилейы менән ҡотланы....

Тотош уҡырға 1 637

Ҡотлайбыҙ!

Ҡотлайбыҙ! 06.07.2018 // Юбилейҙар

Өфө ҡалаһында йәшәгән ҡәҙерле һеңлебеҙ Сажиҙә Рәфҡәт ҡыҙы Лотфуллинаны 50 йәшлек матур юбилейы...

Тотош уҡырға 2 692

Ҡотлайбыҙ!

Ҡотлайбыҙ! 08.06.2018 // Юбилейҙар

Баймаҡ районының 2-се Этҡол ауылында 12 балалы ҙур ғаиләлә тыуған иң оло апайыбыҙ Зәйтүнә Рәшит...

Тотош уҡырға 2 173

Ҡотлайбыҙ!

Ҡотлайбыҙ! 25.05.2018 // Юбилейҙар

Өфө ҡалаһында йәшәгән ҡәҙерле әсә­йебеҙ Тәнзилә Заһи­ҙулла ҡыҙы Туҡаева­ны 80 йәшлек юбилейы менән...

Тотош уҡырға 2 486

Ҡотлайбыҙ!

Ҡотлайбыҙ! 04.05.2018 // Юбилейҙар

Күренекле педагог, Рәсәй Феде­рацияһының, Башҡорт­остан Респуб­ликаһының атҡаҙанған сәнғәт...

Тотош уҡырға 2 033

Ҡотлайбыҙ!

Ҡотлайбыҙ! 02.05.2018 // Юбилейҙар

Ошо көндәрҙә Ишембай районы­ның Йәнырыҫ ауылында тыуып үҫеп, бөгөн Өфө ҡалаһында йәшә­гән ҡәҙерле...

Тотош уҡырға 2 353

Ҡотлайбыҙ!

Ҡотлайбыҙ! 17.04.2018 // Юбилейҙар

Көйөргәҙе районының Ҡотлоюл ауылында йәшәгән тормош иптәшем, атайыбыҙ, олатайыбыҙ, ҡайныбыҙ...

Тотош уҡырға 2 156

Ҡотлайбыҙ!

Ҡотлайбыҙ! 11.04.2018 // Юбилейҙар

Рәсәй юғары һө­нәри белем биреүҙең почетлы хеҙмәткәре, Башҡортос­тан­дың атҡаҙанған уҡытыусыһы,...

Тотош уҡырға 1 880

Ҡотлайым!

Ҡотлайым! 06.04.2018 // Юбилейҙар

Әбйәлил районының Асҡар ауылында йәшәгән хөрмәтле Арсений Рәфҡәт улы Мөхәмәтйә­новты күркәм юбилейы...

Тотош уҡырға 1 920

Ҡотлайбыҙ!

Ҡотлайбыҙ! 30.03.2018 // Юбилейҙар

Класташыбыҙ, дуҫыбыҙ Ғәйфулла Ғәйнулла улы Хәйруллин үҙенең ғүмер байрамын — 80 йәшен билдәләй. Беҙ...

Тотош уҡырға 1 684

Ҡот­лайбыҙ!

Ҡот­лайбыҙ! 30.03.2018 // Юбилейҙар

Ҡыйғы районы Алағуз ауылында тыуып үҫеп, хәҙер Өфө ҡалаһында йәшәгән Әлиә Әлимбай ҡыҙы...

Тотош уҡырға 2 175

Ҡотлайбыҙ

Ҡотлайбыҙ 21.03.2018 // Юбилейҙар

Бөгөн ҡәҙерле кешебеҙ, Мәләүез районының Антоновка ауылында йә­шә­гән әнейебеҙ, өлә­сәйебеҙ Рабиға...

Тотош уҡырға 2 773