Һыуытҡысһыҙ ҙа һаҡларға була09.08.2013
— Көҙ етә башлаһа, йәшелсә-емеште, тоҙланған йәшелсәне, ҡайнатманы ҡайҙа урынлаштырып бөтөргә белмәйбеҙ. Барыһын да һыуытҡысҡа тултырып булмай бит инде...
Р. ЛАТИПОВА.
Саҡмағош районы.

Бер нисә төр йәшелсәнән әҙерләнгән ризыҡтарҙы һаҡлау ысулын тәҡдим итәбеҙ. Мәҫәлән, япраҡлы салаттарҙы (листовой салат) иң тәүҙә йылымыс һыуҙа сайҡайҙар ҙа полиэтилен тоҡсайҙа һыуытҡысҡа туңдырырға ҡуялар.
Ҡайнатма, консервалар һәм ыҫланған аҙыҡ бүлмә температураһында ла яҡшы һаҡлана. Шулай уҡ картуф, башлы һуған, һарымһаҡты ла һыуытҡысҡа ҡуймайҙар.
Ҡабаҡ, ҡауын, баклажандарҙы һыуытҡыста тотоуҙан уларҙың сифаты яҡшырып китмәй. Әгәр ҙә тышы сыйылмаһа, уйылмаһа, ҡышын да шкафта яҡшы һаҡлана. Ҡабаҡтың иһә яҙға тиклем тороуы мөмкин.
Әгәр баклажанды оҙаҡ һаҡлайым тиһәгеҙ, консерваларға ваҡытығыҙ юҡ икән, уны нәҙегерәк итеп ҡырҡып, киптерергә була. Бәшмәк һымаҡ итеп теҙеп, элеп ҡуялар.
Тропик емештәрҙе, мәҫәлән, ананас, банан, киви, мангоны бөтөнләй һыуытҡыста тотмайҙар. Гранат та һалҡынды яратмай. Иң һәйбәте — бер нисә ҡат ҡағыҙға төрөп, ҡоро урында, бүлмә температураһында һаҡлау.
Виноград һыуытҡыста ла, бүлмәлә лә бик тиҙ һоро төҫкә инә, шуға ла уны һаҡлар өсөн һатып алмайҙар.


Вернуться назад