Ҙуры-бәләкәйе билдәләнмәгән09.08.2013
— Ағас-ҡыуаҡтар күрше кәртәһенән ниндәй алыҫлыҡта ултыртылырға тейеш? Ҡайһы ағастар оҙон үҫә тип иҫәпләнә?
Ә. Кәримов.
Ишембай районы.

— Санитария-көнкүреш шарттарына ярашлы, ҙур, оҙон үҫеүсе ағастар кәртә-ҡуранан дүрт метр алыҫлыҡта ултыртыла, ә уртаса үҫеүселәргә — ике, ҡыуаҡлыҡтарға метр самаһы ара ҡалырға тейеш. 1999 йылда ҡабул ителгән "Аҙ ҡатлы торлаҡ төҙөү һәм майҙанды планлаштырыу" тип аталған документта ағастарҙы айырым ғына "оҙон" һәм "ҡыҫҡалар"ға бүлмәгәндәр. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ғәҙәттә, оҙон үҫеүсе тип өс метрҙан артҡандар иҫәпләнә. Унан кәмерәктәр — уртаса, ә ҡарағат, крыжовник һымаҡ 1-1,5 метрлыҡ ҡыуаҡтар тәпәш тип ҡабул ителә.


Вернуться назад