Ҡабаҡ09.08.2013
Дауалау өсөн ҡабаҡтың емеше һәм орлоғо ҡулланыла. Емеше составында төрлө биологик актив матдәләр бар: пектин, төрлө витаминдар (С, В1, В2, РР), минераль тоҙҙар, органик кислоталар һ.б. Орлоғонда май күп, фитостериндар, микроэлементтар, шулай уҡ шифалы матдәләр табылған. Ҡабаҡтың емеше — бына тигән диетик аҙыҡ, уны ашау ашҡаҙан-эсәктәрҙең эшсәнлеген яйға һалырға ярҙам итә. Йөрәк, бауыр һәм бөйөр сирләгәндә, тән шешенгәндә, биҙгәк тотҡанда, нервылар ҡаҡшағанда, йоҡоһоҙлоҡ йонсотҡанда, подагра, атеросклероз сирҙәре, аҙ ҡанлылыҡ булғанда ҡулланыу файҙалы. Бынан тыш, был ризыҡ эс ҡатыуҙан килешә, һимереүгә юл ҡуймай.
Бауыр һәм бөйөрҙәр ауыртҡанда ҡабаҡ емеше һутын да эсергә мөмкин: иртәле-кисле 1/2-1 стакан. Ошо күләмдәге һутты төнгә ҡарай ҡабул итеү йоҡоһоҙлоҡтан файҙалы.
Сей ҡабаҡ емешенең иҙмәһе экзема кеүек тире ауырыуынан, тәндең бешеүенән файҙалы. Был иҙмә һөртөү, һылау рәүешендә ҡулланылырға тейеш.
Ҡабаҡ орлоғо ярҙамында эсәктәрҙә таҫма паразит селәүсендәрҙән, аскарида кеүек йомро селәүсендәрҙән ҡотолоп була. Дауалау алымдарының береһе: 300 г сей ҡабаҡ орлоғо таҙартыла, ентекләп иҙелә, уға дүрт-биш аш ҡалағы ҡайнатылған һыу ҡушырға һәм бутарға кәрәк. Тәм өсөн өс-биш аш ҡалағы шәкәр йәки емеш-еләк ҡайнатмаһы өҫтәргә мөмкин. Ошо ҡатнашманы урта йәштәге кеше бер сәғәт буйы әҙләп ашап бөтөрә. Шунан һуң бер сәғәт үткәс, эс китереүсе магнезий тоҙо (уның миҡдарын дауалаусы врач билдәләй) ярты стакан һыуҙа иретеп эселә. 30 минуттан һуң клизма ҡуйыла. Балаларға, йәшенә ҡарап, ҡабаҡ орлоғо әҙерәк бирелә: 3-4 йәштәгеләренә — 75 г, 5-6 йәштәгеләргә — 100 г, 10-15 тулғандарына — 200 г. Әлбиттә, был дауалау врачтың билдәләүе буйынса үтергә тейеш.


Вернуться назад