Һуңғы йылдарҙа һауа температураһы бер төрлө генә тормай: ҡыштар йылы килһә, яҙын ҡышты алыштырырлыҡ һыуыҡтар була, йәйен иһә сүллектәгеләй ҡояш ҡыҙҙыра, етмәһә, ҡоролоҡтар йыш ҡабатлана. Быларҙың барыһы ла, әлбиттә, кешеләргә генә түгел, ҡош-ҡорт донъяһына, ағас-ҡыуаҡтарға, башҡа үҫентеләргә кире тәьҫир итә. Баҡсасыларға ла көндәрҙең көйһөҙлөгө оло мәшәҡәт тыуҙыра. Кәйефте иң ҡырғаны — еләк-емеш ағастары ҡорой башланы. Бигерәк тә алма менән груша. Төп сәбәп — төрлө ауырыуҙар таралыуы. Шуларҙың иң ҡурҡынысы — "ҡара рак". Үҙебеҙсә беҙ уны "ҡара ҡутыр" ауырыуы тип атайыҡ.
Был ауырыуҙың ағас олононда ла, ботаҡ, хатта япраҡтарҙа ла булыуы мөмкин. "Sphaеropsis malorum" тигән бәшмәк бактерияһы ҡайырыға үтеп инә. Тәүҙә ҡара-һоро таптар барлыҡҡа килә, улар уйҙым-уйҙым булып үҫешә лә олон йәки ботаҡты уратып ала. Һөҙөмтәһе билдәле: ҡайыры олондан айырыла һәм зарарланған өлөш ҡорой.
Бәшмәк ағастың йәрәхәтләнгән, һынған, ярылған урынын һағалап ҡына тора тиерлек: ҡайырының аҙ ғына ярылған өлөшө булдымы — шунда зарарлай ҙа башлай. Әйтергә кәрәк, был бәшмәк бик сыҙам. Ҡутыр-ҡутыр булып ҡалҡып сыҡҡан өлөштә мицелий рәүешендә ҡыш сыға ла тағы үҙенең ҡара эшен башлай. Ул бигерәк тә йәйен 25-27 градус эҫелә ныҡ үҫешә, арта. Хатта ағастың зарарланмаған өлөшөндә лә ауырыуҙың ике йыл һаҡланыуы мөмкин. Ғәҙәттә, зарарланған ағас өс-дүрт йыл эсендә ҡорой.
Ауырыуҙың тәүге билдәһе япраҡтарына сыға. Тимгел-тимгел ҡыҙғылт-һоро ваҡ ҡына бөрсөктәр, япраҡты бүрттереп, ҡара-һороға әйләнә, ҙурая. Ә алты-һигеҙ аҙна эсендә, емештәр өлгөргәнсе, ҡойола башлай. Алмала ҡараһыу-һоро таптар, зарарланған өлөштә бәшмәк-пикнид барлыҡҡа килә. Емеш яйлап ҡарая, йыйырсыҡланып кибә.
Ағасты ауырыуҙан ҡотолдороп булмай икән, уны киҫәләр, ботаҡтарын яндыралар. Шулай ҙа һаҡлау саралары бар. Әйтәйек, ҡояш нурҙарынан, һалҡындарҙа ҡайыры ярылмаһын өсөн ботаҡтарҙың төп өлөшө эзбиз иретмәһе менән буяла (10 литр һыуға 2-2,5 кг эзбиз һәм 0,4-0,5 грамм тимер купоросы ҡушыла). Сирле ағасты киҫкәс, уның урынына яңы емеш ағасы ултыртылмай, сөнки бәшмәк-пикнидтың ауырыу күҙәнәктәре тороп ҡалырға мөмкин. Тағы бер мөһим нәмәгә иғтибар итергә кәрәк: ҡара ҡутырға бирешмәһен өсөн ағастар көслө булырға тейеш. Әгәр ҙә алда һөйләнелгән ауырыу барлығын белһәгеҙ, тәүге мәлдә дауалап була. Бының өсөн үткер бысаҡ менән ҡайыры алына һәм баҡыр купоросы (1 литр һыуға — 10 грамм) шыйыҡсаһы менән йыуыла. Һуңынан баҡса елеме менән һылана. Был эштәр иртә яҙ һәм көҙ башҡарыла.