"Ҡунаҡ" хужабикәгә әйләнде09.08.2013
Уҙған быуаттың 90-сы йылдары башында Рәсәй баҡсасылары көньяҡта, Америкала ғына үҫкән, "голубика" тип аталған ҡыуаҡ еләге үҫтереү менән шөғөлләнә башланы. Уны "ирга" ла тиҙәр. Беҙ иһә "күк еләк" тип атаныҡ.

Мин тәүҙә "ранкакос", "блюрей", "дикси" тигән сорттар алдым. Емеш бирә башлағас, шуны аңланым: емештәре араһында әллә ни айырма юҡ. Тәмдәре лә бер төрлө, үҫеше лә. Емештәре июлдә өлгөрә. Ваҡытында йыймаһаң, бик тиҙ кибә. Уның ҡарауы, йылы яҡ емеше булһа ла, ҡыуаҡтар һалҡынға сыҙам, хатта 30 градуслыҡ сатлама һыуыҡта ла бирешмәй.
Тәүге йылда күк еләк бик аҡрын үҫте. Хатта төңөлә лә, ышанысты юғалта ла башлағайным. Урыны насар булғандыр тип, киренән күсереп ултыртырға ҡарар иттем. Был юлы ҡаҙылған соҡорға торф, ҡарағай, шыршы ылыҫы ла һалдым. Ылыҫтың ергә ҡойолғанын йыйып алдым, шуға ла күбеһе серетмә була башлағайны. Ни күрәм: икенсе йылына уҡ ҡыуаҡтар хәлләнеп китте, өс йылдан һуң тәүге емештәре менән ҡыуандырҙы.
Туҡландырыуға килгәндә, Америка "ҡунағы" сульфатлы минераль ашламалар ярата. Көкөрт порошогы ла килешә үҫентегә. Уның 100 грамын тупраҡ өҫтөнә һибәһең дә, ҡыуаҡ төбөн йомшартып, һыу ҡояһың. Шул ғына. Уның ҡарауы, тәмле емештәре менән кинәнәһең. Ҡышҡылыҡҡа ҡайнатма яһап ҡуйып та була, һыуытҡыста ла яҡшы һаҡлана.


Вернуться назад