— Ашламаны йәйгеһен күпме индерәләр? Моғайын, яҙғы һымаҡ түгелдер...Ә. ХӘКИМОВА.
Ишембай ҡалаһы.
— Дөрөҫ, яҙлы-көҙлө ергә мул итеп органик, минераль ашлама индерелә. Ләкин июль һуңында емеш биреүсе ағастар үҫеүҙән туҡтай, нығына башлай. Ошо осорҙа һыу һибеүҙән, азот ашламаһы биреүҙән тыйылырға кәрәк.
— Ер еләген йыйып алдым. Хәҙер киләһе йылды уйларға кәрәк. Бының өсөн ниндәй эштәр башҡарыла?P. РӘХИМОВ.
Әлшәй районы.
— Еләкте йыйып алғас, плантацияларҙа эш ифрат күбәйә: ҡыуаҡтарындағы мыйыҡтар даими ҡырҡып алына, ҡороған япраҡтар йыйып яндырыла, ашлама индереп, еләк аралары йомшартыла, һыу һибелә. Был эштәр уңышты йыйып алғас та башҡарыла. Киләһе йылдың уңышы шуға бәйле.