Һаҡ булығыҙ!05.07.2013
Ҡоротҡостарға ҡаршы көрәшкәндә һаҡланыу сараларын мотлаҡ үтәргә кәрәк. Көслө химикаттарҙың тын юлдары, тән тиреһе аша үтеп, организмды ағыулауы ихтимал.

Мотлаҡ үтәлергә тейешле саралар:
1. Ағыулы химикаттарҙың барыһы ла ныҡ ябылған һауыттарҙа һаҡланырға тейеш. Уларҙы аҙыҡ-түлектән, йәшәү урынынан алыҫ тотоғоҙ.
2. Химикаттар менән эш иткәндә күҙлек, халат, резина бирсәткә кейергә кәрәк.
3. Ағыулы химикаттарҙан иретмә әҙерләгәндә, уны ҡоротҡостарға һиптергәндә балаларҙы, бүтән кешеләрҙе яҡын ебәрергә ярамай.
4. Йөклө йәки бала имеҙгән ҡатын-ҡыҙға ағыулы химикаттар менән эш итеү ҡәтғи тыйыла.
5. Эш барышында ашарға, эсергә, тәмәке тартырға ярамай.
6. Химикаттар менән эш тамамланғас, ауыҙҙы һыу менән сайҡарға, ҡулды, битте һабынлап яҡшылап йыуырға кәрәк. Һиптергестәрҙе йыуып, металл өлөшөн майлағас, билдәле урынға һаҡлауға ҡуйығыҙ.
7. Файҙаланылмай ҡалған иретмә махсус тәрән соҡорға түгеп күмелә.
8. Магазиндан һатып алынған пакеттың тышында яҙылған күрһәтмәләрҙе үтәү мотлаҡ.


Вернуться назад