"Урал тауы" өйөргә лә, "сүллек" яһарға ла мөмкин05.07.2013
"Урал тауы" өйөргә лә, "сүллек" яһарға ла мөмкинЗаманса баҡса булдырам тиһәгеҙ, түтәлдәрҙән, емеш-еләк ҡыуаҡтарынан тыш, уны матур, күңелгә ятышлы итеп "биҙәү" ҙә мөһим.
Бының өсөн үҙегеҙгә генә хас дизайн һайларға кәрәк. Әйтәйек, Урал тауҙарын һынландырырға теләһәгеҙ, бер мөйөшкә мәғрур ҡаяларҙы хәтерләткән таштар өйөргә, тауҙа ғына үҫкән үлән, сәскә сәсергә мөмкин. Кактус яратыусылар ҙа үҫентеләрен сығарып ҡуя ала. Улар бигерәк тә балсыҡ көршәктә матур күренә. Кактустарығыҙҙы теҙәһегеҙ ҙә эргәләренә ҙурыраҡ балсыҡ көршәкте ятҡырып ҡуяһығыҙ. Ағас мискәлә сәскә атҡан петуниялар ҙа йәм бирә. Сәскәнең был төрө киң тарала бара.
Ғөмүмән, баҡса йылылыҡ бөркөп, күңел тыныслығы биреп торһон өсөн бер аҙ фантазияны эшкә егеү ҙә етә.


Вернуться назад