Ел үтә һуҡҡан һәм һыу ағып китерлек ҡалҡыуыраҡ урынды һайлағыҙ. Битләүҙең текәлеге 8 градустан артмаһын. Тигеҙ урында сейә насарыраҡ үҫә, һыуыҡҡа бирешә. Түбән, уйһыу урындар сейә үҫтереүгә ярамай.
Тупраҡтың әселеге лә бик мөһим. Был йәһәттән ул нейтраль йәки уға яҡын — рН 6,5-7,0 булырға тейеш. Шуға ла сейә ултыртырҙан бер йыл алда тупраҡты эзбизләгеҙ. Ҡыуаҡ тупраҡта азот, калий етешмәүгә ныҡ һиҙгер. Фосфорға бик мохтаж түгел. Түбән, дымлы, ер аҫты һыуҙары яҡын ятҡан ерҙәр сейә үҫтереү өсөн ярамай. Муйыл, ҡайын, миләш, саған, имән, шулай уҡ ҡуҙаҡлылар үҫкән урында иһә ултыртырға була.
Үҙебеҙҙең тәбиғәт шарттарына ярашлы сорттың үҫентеһен һайлап алығыҙ. Сейәнең вегетация осоро бик иртә башлана. Шуға ла үҫентеләрҙе көҙөн, япраҡтары ҡойолғас, алып, тамыр өлөшөн күмеп ҡуйып, апрель айында билдәләнгән урынға ултыртығыҙ. Әшә сорты кеүек бейек үҫеүсе сейәләрҙең араһы — 3х3 метр, тәпәш дала сортлыларыныҡы 2х3 йә 2х2 метр булһын.