Атҡаҙанған агроном В. Корнилов бер квадрат метр майҙанда ике килограмдан ашыу еләк үҫтереп алыуға өлгәшә. Сере лә ябай ғына — еләк түтәлен бер урында өс йылдан артыҡ тотмай. Үҫемлекте ул майҙан алып сентябргә тиклем өҙлөкһөҙ ултырта. Яҙын ҡышлап сыҡҡан мыйыҡтарҙы йә көҙҙән күмеп ҡалдырған үҫентеләрҙе күсерә. Йәй иһә еләк сәскә атҡанға тиклем ебәргән мыйыҡтарҙы үрсетә, көҙөн уңыш йыйғандан һуң шытҡан үҫентеләрҙе ултырта.
Еләк үҫтереүҙең төп шарттары:
1. Ултыртылған төптәрҙән тыш, яңы мыйыҡтар аҙна һайын ҡырҡылып тора. Был бик мәшәҡәтле эш, әммә ҙур уңышты тәьмин итә.
2. Киң таралған ысул: рәт эсендә еләктәр араһында мыйыҡтар ҡалдырыла, ә рәт араларына таралғандары ҡырҡылып тора. Был осраҡта 30 см киңлегендәге таҫма рәт барлыҡҡа киләсәк.
Түтәл эшләгән саҡта бер квадрат метр майҙанға 4-6 кг "Бионекс" йәки 70 г "ГУМИ-ОМИ клубника" препараты һәм бер күнәк компост индерелә. Мыйыҡтарҙың тамыры ултыртыр алдынан "ГУМИ+Фитоспорин-М" иретмәһендә эшкәртелә. Ултыртыу схемаһы ике таҫма рәүешендә һуҙыла, һәр таҫмала икешәр рәт: рәт аралары — 70, таҫма араһы — 40, еләк аралары — 20 см.
Йәш үҫентеләргә көн аша һыу һибергә кәрәк. Япраҡтар ебәргәс, аҙнаға бер ҙә етә. Беренсе йылда туҡландырмаһаң да ярай. Икенсе һәм өсөнсө йыл уңышты йыйғандан һуң "ГУМИ-ОМИ" менән ашлайҙар. Күберәк сәскәләнһен һәм сирҙәргә бирешмәһен өсөн бер-ике тапҡыр "Фитоспорин" менән эшкәртелә. Был саҡта еләк таҙа һәм эре буласаҡ.