Ҡомалаҡ05.04.2013
ҠомалаҡХәҙер уны баҡсала ла үҫтерәләр. "Эйәләштерелгән"енең орлоғо һатыла. Һеҙҙең баҡсала муйыл, миләш ағастары булһа, иң һәйбәте урман-ҡыуаҡлыҡтарҙан тамырынан алып ҡайтып үҫтерелгәне, сөнки быныһын декоратив үҫемлек булараҡ та, тормошта ҡулланыу өсөн дә ултыртырға мөмкин. Шунан һуң, хәҙер бит ҙурыраҡ баҡсала "ҡырағай тәбиғәт мөйөшө" булдырыу модала. Бер юлы ике "ҡуян" — заманса баҡса һәм ял өсөн "ҡырағай" мөйөш.

Ни өсөн йыялар?

Ағастарҙы ҡуйы япраҡлы оҙон һабаҡтары менән сырмаған был үҫентене сүпрә эшләр өсөн күпләп йыйғандар. Хәҙер ҡамырҙы йышыраҡ әҙер әсетке (дрожжи) менән ҡуялар, шуға ла ҡомалаҡ әйләнештән сығып бара. Һатыуҙағы әсеткене лә шул уҡ ҡомалаҡтан әҙерләгәс, уны культуралы үҫемлек булараҡ үҫтерәләр. Үрсетеүе ҡыйын түгел: урмандан тамырынан ҡаҙып алып ҡына ултыртһаң, бик матур декоратив үҫемлек булып оҙаҡ йылдар хеҙмәт итәсәк.
Файҙаланыу өсөн ҡомалаҡтың алтынһыу йоморсаҡ инә сәскәләрен йыялар. Был — ике өйлө үҫемлек, йәғни ата һәм инә сәскәләре була. Әсетке яһау өсөн сәскәләрен шәрбәт он боламығына (болтушка) һалырға кәрәк. Рәсәйҙә милли эсемлеккә әйләнгән һыраның составында хуш еҫ биреүсе ҡомалаҡ мотлаҡ була.
Медицинала төрлө маҡсатта ҡулланыла. Өй шарттарында, ғәҙәттә, сәскәләрен һалып мендәр эшләйҙәр — йоҡлағанда тынысландыра, баш ауыртыуын баҫа.

Әсетке әҙерләү

Кәстрүлгә ике ус ҡомалаҡ сәскәһен һалып, 15 стакан һыу ҡойоп, 15–20 минут ҡайнатырға. Һыуын һарҡытып, бүлмә температураһына тиклем һыуытҡас, бер аш ҡалағы тоҙ, бер стакан шәкәр ҡомо, 400 грамм 1-се сортлы бойҙай оно һалып, төйөрҙәре бөткәнсе иҙәләр, йылы урынға ҡуялар. Ике тәүлек ултырған әсеткегә 1,2 килограмм бешкән картуфты ҡырып төшөрөргә лә тағы бер тәүлеккә йылы урында ҡалдырырға. Был ваҡытта шыйыҡсаны бер нисә тапҡыр болғаталар. Һуңынан уны һөҙөп, шешәләргә тултырырға һәм кәрәк саҡта файҙаланыр өсөн бер ай буйы һалҡын урында һаҡларға мөмкин. Ныҡ әсеһә, он менән ҡуйыртып, киптереп һаҡларға ла була. Ғәҙәттә, уны өҙлөкһөҙ әсетеп, ҡайнаған һыу һәм он өҫтәп яңыртып торалар, шул сағында ул бик оҙаҡ хеҙмәт итә.


Вернуться назад