Йылылыҡ, яҡтылыҡ ҡына етмәй05.04.2013
Теплицаларҙы рәткә килтерергә, мөмкинлек булһа, яңыларын эшләргә ваҡыт етте. Хәҙер һатыуҙа ла бик күп төрө бар. Ләкин бөгөнгө заманда, бар нәмәгә хаҡ "тешләшкәндә", үҙең яһағаныңа етмәй. Йәнең нисек теләй — шулай эшләй бир: бағаналар ултыртып, араларын бурсалар менән тоташтырып яһаһаң да була, ер өҫтөнә үк бурсаларҙан да ҡоралар. Фантазияң ғына етһен. Ләкин улар тиҙ сереүсән, ике-өс йылдан тағы ошо уҡ мәшәҡәттәр алдында ҡалаһың. Шуның өсөн тиреҫле, тупраҡлы еренән өҫкәрәк итеп — кирбес йәки башҡа серемәүсе материалдан яһарға кәңәш итәбеҙ. Ә өҫкә ошондай уҡ каркас-һөлдәне ағас бурсаларҙан да эшләһәң була. Был яғын оҫталарға ҡалдырып, эскә үтәйек.
Бар теплицаның да маҡсаты — йылы яратыусы йәшелсә үҫтереү, помидор, борос, башҡа үҫентеләрҙе асыҡ һауаға сығарғансы тотоу. Шуға ла, теплица эсендәге йылынан тыш, тупраҡ ҡатламы ла йылы булырға тейеш.
Иң яҡшы тиреҫ йылҡы малыныҡы иҫәпләнә. Ләкин хәҙер барыһы ла ат тотмай. Тиреҫ тип кенә кешегә йомошҡа инеүе лә уңайһыҙ. Шуның өсөн башҡа төрлө эшләргә кәңәш итәбеҙ. Һыйыр малы аҫтынан сығарылған тиреҫкә ваҡ һалам, бесән, көнкүреш ҡалдығы ҡушырға кәрәк. Ләкин уға тиклем парник, теплица төбөн ҡайнар һыу менән эшкәртәләр. Шунда уҡ уға 5 см ҡалынлыҡта торф, һалам кәбәге йәйәләр. Һуңынан 10 см ҡатламда алдан әҙерләнгән тиреҫте "ябалар". Тағы ҡайнар һыу ҡойола. Ошондай алым менән ҡатлам 50–60 см булғансы күтәртелә. Аҙаҡ инде ҡоро баҡса тупрағын 15–20 см итеп һалалар. Өҫтөн иҫке юрған менән ябалар. Тупраҡтан, тиреҫтән, көнкүреш ҡалдыҡтарынан торған ҡатлам йылынғансы шулай тоталар. Тейешле температураға еткәс, сәсһәң дә була.