Календарҙар ҙа мөһим икән...05.04.2013
Баҡсасылар ҡулланған календарҙарға, астрологик "күрәҙәселәр"гә, шуға ҡарап теге йәшелсәне, быныһын сәсеүселәргә ышанмай торғайным. Төрлө гәзит-журнал тулы кәңәштәрҙе уҡып ялҡҡас, түҙмәнем, былтыр календарь буйынса сәсеп ҡарарға булдым.

Түтәлде икегә бүлдем. Бер өлөшөнә астрологик календарь буйынса салат, кишер сәстем, икенсеһенә ошо уҡ сәғәттә, минутта, ләкин бер тәүлек һуңыраҡ ҡалған салат менән кишер орлоҡтарын һиптем. Бер нисә көн үткәс, ни күрәм: ай календары ҡушҡанса сәселгән орлоҡтар шытым биргән! Теҙелешеп сыҡҡандар. Ә бына түтәлдең икенсе өлөшөндәгеһе ике-өс көн үткәс кенә күренде, унда ла һирәк кенә булып. Ике аҙна үтеүгә, айырма — Ер менән Күк араһы. Салаттар күпереп үҫте. Ә кишерҙең ике яғы ла тора-бара тигеҙләнде.
Бына шулай, төрлө кәңәштәр ҙә, календарҙар ҙа бик кәрәк икән. Ләкин был агротехник ҡағиҙәләрҙе үтәмәҫкә тигән һүҙ түгел. Ашланған, ҡаралған баҡсала ғына уңыш мул була.


Вернуться назад