Ағастарға сыбыҡсалар ялғау05.04.2013
Һәйбәт сортлы емеш ағастарынан киҫеп алған сыбыҡсаларҙы икенсе емеш ағасының сатырындағы ботаҡтарға, олонона, тамырына, унан шытып сыҡҡан үҫентеләргә ялғарға мөмкин.

Ялғауҙың төрлө ысулы бар.
1. Иртә яҙҙан ағастар һутланғансы (ҡайыры ағасынан айырылмағанда) шына (клин), ботаҡ ялғау (конулировка), төпсөктө ярып ялғау (в расщеп) ысулдары менән ялғайҙар.
2. Ағастар һут ебәргәс, ҡайыр ағасынан айырыла башлағас, сыбыҡсаларҙы уның аҫтына ҡуйып ялғайҙар.
3. Август баштарында бөрөләрҙе ҡайыр аҫтына ҡуйып та ҡалдыралар.
Иң ябайы һәм ышаныслыһы — ботаҡты ботаҡҡа ялғау ысулы. Был эште иртә яҙ, ағастар һут ебәргәнсе башҡаралар. Ялғанмыш йыуанлығында ялғау киҫеп алына. Сыбыҡсала ике-өс һәйбәт үҫешкән бөрө булырға тейеш. Икеһе бер-береһенә тигеҙ йәбешерлек итеп, 3–4 сантиметр оҙонлоҡта, бөрө тураһынан киҫелә. Сыбыҡса менән ялғанмыш, бер-береһенә ҡыя киҫелеп, ҡапланып бәйләнә, баҡса елеме менән һылана.
Әгәр ялғанмыш ялғаулыҡҡа ҡарағанда йыуан булһа, шына ысулы ҡулланыла. Был саҡта ялғанаһын ярып, икенсеһен ослайҙар.
Төпсөк йыуан булһа, ике, өс, хатта дүрт сортлыһын бергә ялғарға мөмкин.
Сыбыҡсаны ҡайыры аҫтына ҡуйып ялғау яҡынса майҙың өсөнсө ун көнлөгөндә башҡарыла. Унда ҡайыр ағасынан еңел айырыла. Ҡайырҙы үткер бысаҡ менән ҡуҙғатып, ҡыя киҫелгән сыбыҡсаны үҙағас ҡуйып бәйләйҙәр.
Бөтә ысулда ла киҫелгән урындар (бәйләнгән урындан ҡалғандары) баҡса елеме йәки майлы буяу менән буяла. Баҡса елеме менән һыламай, ялғанған сыбыҡсаларға полиэтилен ҡапсыҡ кейҙереп тә кибеүҙән һаҡларға мөмкин.
Эште башлар алдынан һалҡын урында һаҡланған сыбыҡсаларҙы ентекләп ҡарап алырға кәрәк. Бер йыллыҡтарының урта өлөшөндәге бөрөләр үҫешкәнерәк була. Ошондай өс бөрөнө ҡалдырып, сыбыҡсаның аҫҡы һәм өҫкө өлөшө өсөнсө бөрө өҫтөнән киҫеп ташлана. Ялғауға әҙерләнгән сыбыҡса икенсе яҡтағы бөрө тураһынан ғына 3–4 сантиметр оҙонлоҡта ҡыя киҫелә. Сыбыҡса әҙер. Ялғанмыш ботағының ҡайыры 3-4 сантиметр оҙонлоҡта була. Шунан ҡайырҙы бер аҙ ғына ҡалҡыталар ҙа тиҙ генә әҙер сыбыҡсаның ҡыя киҫелгән яғын ҡайыр менән ағас араһына ҡуялар һәм өҫтөнән йомшаҡ шпагат менән ҡыҫып бәйләйҙәр. Ялғанған урын баҡса елеме менән һылана.
Ялғанмыштың диаметры 2–3 сантиметр булһа — бер сыбыҡса, 5–7 булғанда — ике, 8–10 сантиметрға өс сыбыҡса ялғайҙар. Һәр береһенә сорты яҙылған этикетка эленә. Ә 15 көн үткәс, ҡыҫып бәйләнгән ер бушатылып, кире урала.
Ялғанған сыбыҡсаның өҫкө ике бөрөһө үҫешә башлай. Әгәр өҫтәге бөрө көслө булһа, аҫтағыһының осон семтеп алалар, ә июль айында төбөнән үк киҫеп ташлайҙар. Аҫтағы бөрө көслөрәк булһа, өҫкөһөн шунда уҡ киҫәләр.


Вернуться назад