Умартасылыҡ серҙәре. 32-се дәрес20.02.2013
Умартасылыҡ серҙәре. 32-се дәресШифаһы бар

Һыуыҡ тейгән саҡта балды төнгөлөккә ҡайнар сәй йәки һөт (1 стаканға 1 аш ҡалағы бал), лимон һуты (100 грамм бал һәм бер йәки ярты лимон), ҡурай еләге һәм башҡа үләндәр менән эсергә тәҡдим ителә.
Бер литр һыуға 0,5 кг һуған, 50 г бал һәм 40 г шәкәр һалып, һүрән генә утта ярты сәғәт ҡайнатырға. Һыуытылған һарҡындыны шешәгә ҡойорға һәм тығыҙ итеп ябырға. Көнөнә дүрт-алты аш ҡалағы эсәләр.
Бер аш ҡалағы миҡдарындағы үгәй инә үләне үҫемлегенең кипкән япраҡтарын бер стакан ҡайнар һыуҙа сәй һымаҡ бешерәләр. Аҙ ғына һыуыталар, һөҙәләр һәм бер аш ҡалағы бал өҫтәйҙәр. Йүтәлде йомшартыу сараһы булараҡ көнөнә ике-өс мәртәбә берәр аш ҡалағы эсергә кәрәк.
Ике аш ҡалағы киптерелгән (йәки 100 грамм яңы йыйылған) ҡурай еләге емештәре бер стакан һыуҙа бешерелә, 10-15 минуттан һуң бер аш ҡалағы күләмендә бал өҫтәлә һәм йылы килеш тирләткес дарыу сифатында ҡулланыла.
Киҙеү менән ауырығанда киң билдәле булған халыҡ сараһы — бал-һарымһаҡ бутҡаһы файҙалы. Уның өсөн ҡабығынан таҙартылған һарымһаҡты ҡырғыста ҡыралар, 1:1 нисбәтендә бал менән (йүкә балы яҡшыраҡ) бергә бутайҙар һәм йоҡлар алдынан бер аш ҡалағы миҡдарында ашап, йылы һыу эсәләр. Дауалау курсы — өс-биш көн. Ҡатнашманы ҡулланыр алдынан ғына әҙерләйҙәр.
Тымаулағанда сей ҡыҙыл сөгөлдөр һутына бал өҫтәргә лә танауға дүрт-биш тапҡыр биш-алтышар тамсы тамыҙырға.
Йүткергәндә бик һәйбәт сара — бал менән лимон һуты. Бер лимонды аҙ ғына һыуға һалып, әкрен генә янған утта 10 минут тирәһе бешерергә кәрәк. Шунан уны алып урталай ярырға ла, һутын һығып, ике аш ҡалағы глицерин өҫтәп болғатырға һәм стакан тулғансы бал ҡойорға.
Йоҡоһоҙлоҡ интектергәндә балдың тынысландырыусы тәьҫире файҙаланыла. Бер аш ҡалағы бал һалынған бер стакан йылымса һыу һеҙҙе тәрән һәм тыныс йоҡо менән тәьмин итер.
Ҡан баҫымы юғары булғанда, бал менән йәшелсә һуттары тәҡдим ителә. Мәҫәлән, сөгөлдөр, кишер, шалҡан һутын һәм балды бер тигеҙ күләмдә (әйтәйек, берәр стакан) алып болғаталар. Ике-өс ай дауамында өс тапҡыр, ашарҙан бер сәғәт алда, бер аш ҡалағы эсергә. Ҡатнашманы һалҡын урында һаҡларға кәрәк.
Юғары әселекле гастрит ауырыуында көнөнә өс тапҡыр, ашарҙан 1,5-2 сәғәт алда бал ашарға. Бынан тыш, уны йылы һыуҙа иретеп, көнөнә 120-150-шәр грамм эсергә. Дауалау курсы — 1,5-2 ай.
Түбән әселекле гастрит ауырыуында балды ашар алдынан ҡабул итергә кәрәк. Ул һалҡын һыуҙа иретелергә тейеш. Уны көнөнә 120-150-шәр грамдан арттыра барып эсергә. Дауалау курсы — 1,5-2 ай.
Ашҡаҙан сей яраһы (язва) менән ауырығанда балды аҙыҡ ҡабул иткәнгә тиклем 1,5 сәғәт алдан йәки ашағас 3 сәғәттән һуң эсергә кәрәк. Балды иртәнге һәм төшкө ашҡа тиклем 1,5-2 сәғәт алдан һәм төшкө аштан һуң 3 сәғәт үткәс ҡулланыу яҡшыраҡ.
Балды йылы һыу менән ҡатнаштырып эсеү зарур, был иһә ашҡаҙан мускулатураһының тонусын кәметеүгә һәм ҡатнашманың яҡшыраҡ һеңеүенә булышлыҡ итә.
Бөйөрҙә таш булғанда, 20 грамм ҡыҙыл көртмәле япраҡтарын баллы (бер аш ҡалағы дәүмәлендә) бер стакан һыуға төнәтеп, берәр стаканлап көнөнә өс тапҡыр эсәләр.
Йөрәк эшмәкәрлеге насарайғанда, бөйөр ауырыуҙарында бер аш ҡалағы кипкән гөлйемеште (100 грамм яңы бешкән емештәрҙе) бер стакан ҡайнар һыу менән бешерергә. 10 минут ҡайнатҡандан һуң, 12 — 24 сәғәткә һыуытырға ҡуйырға, һөҙөргә, емештәрҙе һығып айырып алырға, һарҡындыға бер аш ҡалағы бал һалып болғатырға. Яртышар стаканлап көнөнә ике-өс тапҡыр эсергә. Эсемлекте тәүге бер нисә тәүлектә файҙаланырға. Балаларға ла, өлкәндәргә лә файҙалы.
Ҡайһы бер кешеләр ҡорт балын ҡулланыуҙан баш тартыуын уның шәкәрҙән ҡиммәтерәк булыуы менән аңлата. Ә һаулыҡ бит барыһынан да мөһимерәк. Сәләмәтлегеңде йәш саҡтан уҡ йүнләп һаҡламаһаң, барыбер дарыуҙарға күпләп аҡса тотонорға кәрәк буласаҡ. Шуның өсөн дә бал ҡулланыу — аҡсаны һаҡлауҙың иң уңышлы юлы. Шәкәрҙе, кәнфитте, шоколадты һәм дарыуҙы аҙыраҡ, ә саф, таҙа сәскә балын күберәк ҡулланығыҙ. Ул сағында бик күп ауырыу һеҙҙе ситләтеп үтер.

Бал иҫеректе айныта


Халыҡ медицинаһында лаяҡыл иҫерек кешеләрҙе айнытыу ысулдары күптән бар. Мәҫәлән, ҡырҡ йәштән уҙған ир ай буйы туҡтауһыҙ эсә. Дауаханаға килтергән саҡта ул үлемесле хәлдә була. Уға алты ҡалаҡ ҡорт балы ашаталар, 20 минут үтеүгә тағы ла бирәләр. Ир 40 минут эсендә бөтәһе 18 ҡалаҡ бал ҡабул итә. Артабан дауалауҙы шулай дауам итәләр: алтышар балғалаҡтан торған өс дозаны 20 минут һайын ашаталар. Икенсе көндә иртән пациенттың хәлен тикшерәләр. Ул иртәнге һигеҙенсе яртыға тиклем йоҡлай. Эскесе ирҙең 20 йыл дауамында былай йоҡлағаны булмай. Уянғас та, уға тағы ла 20 минут аралыҡ менән алтышар балғалаҡтан торған өс доза, шунан һуң шыйыҡ итеп бешерелгән йомортҡа бирәләр. Ун минут үтеүгә, йәнә алты балғалаҡ бал ашарға ҡушалар. Иртәнге аш алдынан дауаланыусы дүрт балғалаҡ бал, бер стакан томат һуты һәм бер киҫәк йомшаҡ ит ашай. Десертҡа тағы ла дүрт балғалаҡ бал ҡабул итә.
Иптәше әлеге ирҙең киске аш өҫтәленә бер шешә спиртлы эсемлек килтереп ҡуя, тик тегеһе уны ситкә этәрә һәм үҙенең башҡаса эскеһе килмәүе тураһында белдерә. Ысынлап та, артабан ир бер ҡасан да ауыҙына араҡы алмай.
Халыҡ медицинаһы эске килеү теләгенең үтә лә ныҡ булыуын организмда калий етешмәүе менән аңлата. Калийҙың бынамын тигән сығанағы булған ҡорт балы спиртҡа булған һыуһынды кәметә (спиртҡа хатта сирҡанып ҡарау тойғоһо барлыҡҡа килә) һәм айнытыу процесын уңышлы башҡара.
Дания табибы Ларсен, иҫерек кешегә яртышар сәғәт аралыҡ менән ике тапҡыр бирелгән 125 грамм доза ҡорт балы уны айыҡ хәлгә килтерә, тип билдәләй. Бының сәбәбе шунда: балда бик юғары күләмдә фруктоза бар, был иһә алкоголдең тәьҫир итеү көсөн нейтралләштереүгә булышлыҡ итә.


Вернуться назад