Ул Рәсәйҙең, Белоруссияның урман зонаһында, Балтик буйы илдәрендә районлаштырылған. Урта Рәсәйҙең тоҡомло ҡорттары Италия тоҡомонан башҡаларға ҡарағанда әҙерәк. Эшсе бал ҡорттарының томшоғоноң оҙонлоғо — 5,9 – 6,3 миллиметр. Инә ҡорттоң үрсеү һәләте (йомортҡа һалыу) ҡорт ғаиләләренең иң ҡыҙыу үҫеше осоронда тәүлегенә 1500 – 2000 йомортҡа тәшкил итә.
Ҡорттоң тәне көңгөрт-һорғолт төҫлө, һары төҫ ҡатышмай. Балдың көбө (балауыҙ япмаһы) аҡ "ҡоро", йәғни кәрәҙ күҙәнәктәренә тултырылған бал менән балауыҙ япмаһы араһында бик бәләкәй үлсәмдә бушлыҡ бар, шуға ла аҡ төҫ өҫтөнлөк итә.
Ояны тикшергән саҡта бал ҡорттары үҙҙәрен уҫал тота, бик ныҡ тынысһыҙлана, аҫҡа ҡасып төшә һәм, рамдың түбәндәге бурсаһында бергә уҡмашып, тәлгәшләнеп һалынып тора. Кире фототаксис, йәғни кәрәҙҙең яҡты яғынан ҡараңғы яғына китеү ныҡ күҙәтелә. Сит бал ҡорттары һөжүменән насар һаҡланалар. Ояны бал ҡорто елеме менән уртаса һылайҙар. Урта Рәсәй бал ҡорттары яланға һуңыраҡ осоп сыға һәм умартаға иртәрәк әйләнеп ҡайта, был һәләте менән көньяҡ (Кавказ) ҡорттарынан айырылып тора. Бал йыйыу мәле башланыу менән беренсе сиратта балды ояның өҫкө өлөшөнә, йәғни умартаның өҫтәмәһенә (магазинға) йыялар, унан ғына оя корпустарына күсәләр.
Был ҡорттарҙың балауыҙ бүлеүсе биҙҙәре һәм балауыҙ төҙөү инстинкты яҡшы үҫешкән. Серек ауырыуҙарына, рәшә бал токсикозына һәм нозематозға (ҡорттарҙың йоғошло эс китеүе), көньяҡ тоҡомло ҡорттарҙан айырмалы рәүештә, бик бирешеп бармайҙар.
Ыңғай шарттар булғанда йүкәнән, болануттан һәм ҡарабойҙайҙан төп бал йыйыуға ҙур көс туплайҙар. Башҡа тоҡом ҡорттарына ҡарағанда йүкәнән һәм ҡарабойҙайҙан һутты йәһәтерәк йыялар, йүкәнән ҡыҫҡа ғына ваҡытлы бал йыйыуҙы яҡшы файҙаланалар. Ҡышҡы һыуыҡтарға сыҙамлы был ҡорттар урманлы зонаның ҡырыҫ шарттарына бик яҡшы яраҡлашҡан. Улар көньяҡ тоҡомло ҡорттар һымаҡ бик урлашып бармай.
Урта Рәсәй ҡорттарының кире сифаттары шул: улар бик уҫал һәм күс айырыуға әүәҫ. Ҡайһы бер йылдарҙа умарталыҡтағы бөтә ҡорттар ғаиләләренең 80–90 процентына тиклеме күс айырыу хәленә килә. Умарта эсенә һалынған инә көбөләренең уртаса һаны 25–30-ға тиклем етә. Умартасы инә көбәләрен юҡ итеп йәки ояларҙы ҡапыл киңәйтеп ебәреп кенә күс айырыу хәленең барлыҡҡа килеүен һәр ваҡытта ла туҡтата алмай. Был осраҡта ғаиләнең көнөнә 2,5 – 3 килограмм бал йыя башлауы ғына ярҙам итергә мөмкин. Ғәҙәттә, күс айырыу осоронда ҡапыл көслө бал йыйыу (мәҫәлән, йүкәнән) башланһа, ҡорттар оялағы бөтә инә ҡорттарҙың көбөләрен емерә, юҡ итә һәм бал йыйыуға тотона. Уларҙың бындай ҡылығы шуның менән аңлатыла: һут йыйыу инстинкты үрсеү һәм күс айырыу инстинктынан өҫтөнөрәк булып сыға.
Эҫе климатлы көньяҡ райондарҙа Урта Рәсәй ҡорттары насар үҫешә, бик тиҙ сырхаулай һәм балды әҙ бирә.