Умартасылыҡ серҙәре. 30-сы дәрес17.01.2013
Умартасылыҡ серҙәре. 30-сы дәресХалыҡтан гәзит биттәрендә бал ҡорто үрсетеүгә бәйле кәңәштәр биреп барыу үтенесе менән хаттар килеүен иҫәпкә алып, “Умартасылыҡ серҙәре” рубрикаһындағы яҙмаларҙы быйыл да дауам итмәксе булдыҡ. Ул Рафиҡ Ноғомановтың шәхси тәжрибәһе нигеҙендә яңы мәғлүмәттәр менән байытылыр.
Көҙгө айҙарҙа умарта күстәрен ҡышҡылыҡҡа әҙерләп ҡуйыу мөһим. “Умартағыҙ ҡышҡа әҙерме?” тигән мәҡәләлә (гәзиттең 2012 йыл, 21 ноябрь һаны) кәрәкле кәңәштәр бирелгәйне. Шуға өҫтәп, тағы яҙырға булдыҡ.
Ҡышҡылыҡҡа умартаны һуңғы тапҡыр йыйыу бал ҡорто ғаиләһенең аҙаҡҡы балалары сығып бөтөүенә тура килә. Сентябрҙә тыуған үрсем яҡшы ҡышлай. Ҡышҡылыҡҡа ҡалғандары йәйгеләрҙән ныҡ айырыла. Әгәр йәйен эшсе ҡорттар 30 – 45 көн йәшәһә, ә ҡышҡа ҡалғандарының ғүмере 250 – 270 көнгә етә (8 – 9 айға тиклем). Ни өсөн? Уларҙың былай оҙаҡ йәшәүе бала тәрбиәләүҙә, аҙыҡ әҙерләүҙә, шәкәр шәрбәте эшкәртеүҙә һәм башҡа эштә ҡатнашмауҙары менән аңлатыла. Ҡышҡа ҡалған ҡорттар, йәйгеләре менән сағыштырғанда, кәүҙәгә ҙурыраҡ, эске ағзаларында май тупланыу сәбәпле, һимеҙерәк була. Ҡышлаусы ҡорттарҙың тәнендә һыу ҙа аҙыраҡ.
Һәүәҫкәр умартасыларға шуны оноторға ярамай: сентябрь айында тыуған үрсем кәмендә бер тапҡыр осош яһарға тейеш.
Көҙ иртә килеп, һуң сыҡҡан бал ҡорттары осош яһамаһа, улар ҡыш сыға алмай, үлә. Ҡорттарҙың һуңғы осошо октябрҙә, ә көҙ йылы тура килгәндә, октябрь аҙағында булһа, бигерәк тә хәйерле, сөнки улар ҡышлатыу урынында — ояларҙа — аҙыраҡ ваҡыт буласаҡ, аҙыҡ запасы кәмемәйәсәк, тигән һүҙ.
Был айҙа эшсе ҡорттар, ояның уртаһында кәрәҙҙәрҙең аҫҡы өлөшөн балдан таҙартып, ҡышҡылыҡҡа күскә урын әҙерләй. Ояларҙы ҡышҡа йыйыу алдынан умартасылар һәр күсте ентекләп ҡарап сыға.
Ҡайһы бер умартала, йәш үрсем сығып бөткәс, буш кәрәҙҙәрҙе баллылары менән алмаштырырға һәм, күстең көсөнә ҡарап (йәнәш кәрәҙҙәр араһындағы Умартасылыҡ серҙәре. 30-сы дәресҡорттар иҫәбенә), рамдар һанын кәметергә кәрәк. Умарта эсенә кәмендә ике килограмм баллы рамдарҙан торған кәрәҙҙәрҙе ҡуялар. Һәм уларҙы дөрөҫ урынлаштырыу бик мөһим.
1-се һүрәттә бер тигеҙ йыйылған умарта ояһын күрәһегеҙ. Ул — 2-шәр килограмм иҫәбенән ҡуйылған рамдар. Бындай йыйыуҙы уртаса ғаиләләргә, йәғни көҙ ҡорттар ете-туғыҙ оя рамдарын биләгән ғаиләләргә ҡулланалар.
2-се һүрәттә — көслө күс ғаиләһенә йыйылған умарта ояһы. Ул осраҡта бүлем таҡтаһы янына күп баллы рам ҡуялар. Ҡалғандарын кәметеп, аҙайтыбыраҡ, ә иң һуңғыһына тулы баллы кәрәҙ ҡуйыла.
Күстәрҙең ниндәй көслө булыуына ҡарамаҫтан, өҫтән һәм ян-яҡтан мендәр менән йылыталар (һүрәтте ҡарағыҙ).
Бал ҡорто ғаиләләрен ҡышҡылыҡҡа әҙерләп бөткәс, буш умарталарҙы, корпустарҙы, кәрәҙҙәрҙе ҡышҡы һаҡлау урындарына урынлаштырырға кәрәк.

Бал ҡортоноң тоҡомдары

“Тоҡом” тип бер үк төрлө бал ҡорттары ғаиләләренең ҙур төркөмөн атайҙар. Улар сығышы буйынса төрлө була, мөхиттең бер үк шарттарына ҡулайлашҡан физиологик, морфологик һәм хужалыҡ-файҙа билдәләрен йәш быуынға тапшырып ҡалдырыу сифаттарына эйә.
Умартасылыҡта завод әҙерләгән, йәғни культуралы тоҡом юҡ әле, бары тик эволюция (үҫеү) процесында барлыҡҡа килгән һәм тышҡы мөхиттең урындағы шарттарына (климат, бал йыйыу һәм башҡалар) яҡшы яраҡлашҡан абориген йәки ябай тоҡомдар ғына бар. Рәсәй һәм БДБ илдәре биләмәһендә тәбиғәт-климат шарттары төрлөсә булғанлыҡтан, күп абориген тоҡомдар барлыҡҡа килгән, умартасылыҡтың ҡиммәтле генофондын улар кәүҙәләндерә.
Илдә бал ҡорттарының түбәндәге тәбиғи тоҡомдары бар: урта Рәсәй, һоро Кавказ тау, үҙән, һары Кавказ үҙән, Карпат, Алыҫ Көнсығыш һәм украин дала тоҡомдары. Бөтә төр ҡорттар ҙа районлаштырылған, йәғни 1979 йылдың ғинуарында раҫланған тоҡомдо районлаштырыу планына ярашлы рәүештә бал ҡортоноң һәр тоҡомо билдәле бер төбәктә үрсетелә. Башҡортостанда урта Рәсәй тоҡомо тотола. Урындағы ҡорттарҙы таҙа килеш (генофонд йәһәтенән) һаҡлап алып ҡалыу маҡсатында ситтән башҡа тоҡомдарҙы индереү тыйыла. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең республикаға йыл һайын тиерлек көньяҡ тоҡомо индерелә.


Вернуться назад