“Саҡырылмаған ҡунаҡ” килһә...11.01.2013
Фатирымды ҡыҙғылт-һоро ҡырмыҫҡа баҫты. Хатта аҙыҡ-түлек һаҡланған шкафҡа ла үтеп инәләр...
— Саҡырылмаған “ҡунаҡтар”ҙы ауға эләктерер өсөн 2,5 стакан эҫе һыуҙа бер стакан шәкәр иретеп киңерәк һауытҡа (ҙур тәрилкә һ.б.) һалалар. Аш ҡашығының өстән бер өлөшө тиклем аҡбур, бер балғалаҡ бал өҫтәп, “иҙмә”не болғаталар. Һуңынан һауытты ҡырмыҫҡа күп йөрөгән урынға ҡуялар.
Өҫтәлгә йәйгән клеенка ярылып, тиҙ туҙа...
— Клеенка (ашъяулыҡ) ярылмаһын өсөн һөт йәки көнбағыш майы менән аш һеркәһе ҡушылған шыйыҡса һөртәләр. Әрсеп бешерелгән картуф һыуы менән йыуып алһаң да клеенка өр-яңылай булып китер.
Ҡайсы тупаҫланды. Ни эшләргә?
— Шымартҡыс (наждак) ҡағыҙҙы ҡайсығыҙ менән бер нисә тапҡыр киҫкеләһәгеҙ, ул һәйбәт үтер.
Кейемдә порошок та, һабын да бөтөрмәгән таптар була...
— Үлән, япраҡ һымаҡ тәбиғи “буяуҙар” тиҙ генә бөтөп бармай. Был сағында эҫе һыуға һеркә (ҡуҙғалаҡ) кислотаһы тамыҙалар йәки тоҙло һыу өҫтәйҙәр. Тирҙән барлыҡҡа килгән тапты бөтөрөү өсөн йылы һыуға нишатыр спирты ҡоялар.
“Грелка”ла һыу тиҙ һыуына...
— Һыуығыҙға бер аш ҡалағы тоҙ өҫтәгеҙ.
Беҙ йыш ҡына лимон ҡабығын ташлайбыҙ. Уның файҙаһы тураһында ишеткән бар, ләкин аныҡ ҡына нисек, ҡайҙа ҡулланырға икәнен белмәйбеҙ.
— Ситтән индерелгән әфлисүн, лимон, мандарин махсус препараттар менән эшкәртелә, юғиһә улар юлда боҙолоп бөтөр ине. Шуға ла алыҫтан килтерелгән цитрустың ҡабығын аҙыҡ-түлек булараҡ ҡулланыуҙан тыйылырға кәрәк. Ризыҡҡа ҡушыр өсөн үҙебеҙҙә үҫкәне мөһим, ә бына хужалыҡта барыһы ла ярап ҡала. Мәҫәлән, эштән һуң лимон ҡабығы менән ҡулдарҙы һөртһәң, тире йомшара. Хром йүгертелгән деталдәр ҙә (ванна крандары, элгестәр һ.б.) һөрткәндән һуң ялтырап китә. Шулай уҡ кәстрүлдең эсен “эшкәртһәң” дә файҙаһы тейә. Лимон ҡабығы теләһә ниндәй химик таҙартҡыстан файҙалыраҡ.
Кейемдәге һыра, шарап, һут таптарын бөтөрөүҙә лә лимон алыштырғыһыҙ. Бер бүлеме менән таптың өҫтөн һөртөп, аҙ ғына тоторға кәрәк.
Тағы бер үҙенсәлек: лимон ҡабығы менән өй ҡырмыҫҡалары һөжүм иткән ерҙәрҙе һөртһәң, улар килеп тә урамаясаҡ.


Вернуться назад