— Күршеләр гелән ағас олонон эзбиз менән ағартып ҡуя. Мин иһә быны кәрәкле тип тапмайым. Ҡайһыбыҙ дөрөҫ эшләй: ағартыу мотлаҡ сарамы, әллә кәрәкмәгән мәшәҡәтме?
Н. ИҪӘНҒОЛОВА.
Дыуан районы.
— Ағартыуҙың төп маҡсаты — олон менән ботаҡтарҙы ҡояш нурынан һаҡлау. Эш шунда: яҙға табан ағастың көньяҡ менән төньяғының температура айырмаһы 15–20 градусҡа етеүсән. Шул уҡ ваҡытта ҡояш төшкән ерҙә ҡайырының 15–20 градусҡа тиклем йылыныуы, ә көн температураһының түбәнерәк булыуы мөмкин.
Тағы бер мөһим нәмә: йылынған саҡта ҡайырының күҙәнәктәре уяна башлай, төнөн иһә, һыуытҡас, улар туңа. Шулай итеп, “бешкән” урында яра барлыҡҡа килә, ҡайыры үҙәктән айырыла, ярыла. Эзбиз ҡатламы олондо 92 процентҡаса һаҡлай. Быларҙан тыш, ағартылған урында зарарлы бөжәк йомортҡалары ла юҡ ителә.
Ағартыу өсөн 2 килограмм эзбизгә 5 литр һыу, 50 грамм баҡыр купоросы һәм 100 грамм казеин елеме ҡушыла.
* * *
— Ни өсөндөр ялғарға алып ҡалған һәйбәт сортлы емеш ағастарының сыбыҡсалары үҫеп китмәй. Бәлки, уларҙы һуңыраҡ әҙерләйемдер...
З. КӘБИРОВА.
Саҡмағош районы.
— Ялғау, прививка эштәре яҙҙан башҡарыла. Ләкин, һуңлаған осраҡта, бигерәк тә бөрөләр бүрткәс, сыбыҡсалар тиҙ генә ялғанып китмәй. Шуға яҡшы сортлы сыбыҡсаларҙы көҙҙән йәки ҡыш башланғас уҡ әҙерләргә кәрәк. Тағы мөһим нәмә — ныҡлап туңдырмаҫҡа тейеш. Ялғар өсөн көслө, ҡайыры ныҡлы бер йыллыҡ сыбыҡсаларҙы һайлау мөһим. Аҫҡы өлөштә урынлашҡан 2–3 бөрөһөн ҡалдырып, өҫ яғы киҫелә. Һуңынан, сорты яҙылған ҡағыҙ беркетеп, ҡарға йәки дымлы ҡомға күмеп ҡуялар.