— Ғаиләбеҙ менән балан яратабыҙ. Уны көҙҙән элеп ҡуябыҙ, һыуытҡысҡа урынлаштырабыҙ. Емеште һаҡлау, төрлө тәмләткес яһау тураһында яҙһағыҙ ине.
Ғ. ИШБУЛДИНА.
Баймаҡ районы.
— Баланды төрлө ысул менән һаҡлап, ҡулланып була. Был емеш халыҡ медицинаһында киң файҙаланыла. Һеҙгә бер нисә төр ризыҡ әҙерләргә кәңәш итәбеҙ.
Балан кеҫәлен яһағанда һыуын күберәк һалып, ябыҡ һауытта (суйын яҡшыраҡ) йомшарғансы ҡайнатабыҙ. Бешеп сығыр алдынан шәкәр һәм ҡуйылыҡ өсөн самалап арыш оно һалабыҙ. Кеҫәл файҙаһы ҡымыҙҙыҡынан бер ҙә кәм түгелдер.
Баллы морс әҙерләү өсөн ярты стакан балан һутына 1 литр һыу, 100 г бал кәрәк. Балды һыуҙа иҙеп, һутҡа һалып болғайһың, һалҡын килеш табынға ҡуяһың.
Желатинды бер аҙ ҡайнап һыуынған һыуҙа ҡабартып алғас, ҡалған һыуҙы өҫтәп, тағы ҡайнау хәленә еткерәһең. Шәкәр ҡомо, балан һуты ҡушып, 35 градусҡа тиклем һыуытаһың. Ҡабарғансы туғып, формалы һауыттарға ҡойорға кәрәк.
Балан желеһын әҙерләгәндә 1 кг емеш, 1 кг шәкәр ҡомо, 2 стакан һыу файҙаланаһың. Эҫе һыуҙа 5–6 минут ҡайнатҡас, ул һыуҙы түгеп, 2 стакан һыу һалып, йомшарғансы бешерәһең. Иләк аша үткәреп, шәкәр ҡомо менән бутайһың һәм яңынан 50 минут бешереп, таҙа, стерилләнгән банкаларға һалып, һалҡын урында һаҡлайһың.
Балан сиробын 1 л һут, 2 кг шәкәр ҡомо һәм 10 г лимон кислотаһынан әҙерләргә була. Балан һутына шәкәр ҡомон һалып ҡайнатаһың, өҫтөндәге күбеген алғас, лимон кислотаһы ҡушып, тағы 5 минут бешерәһең һәм һөҙөп шешәләргә тултыраһың да һауа инмәҫлек итеп ябып ҡуяһың. Сиропты киҙеү (грипп) осоронда ҡулланыу ҙур файҙа бирә.
Балан һутын әҙерләү өсөн 1 кг емеш, 200 г шәкәр ҡомо, 200 г һыу кәрәк. Емеш һутын һығып алып, ҡалған массаны 5–10 минут һыуҙа ҡайнатаһың. Һут һәм шәкәрҙе һарҡынды менән болғатып һыуыталар.
Картуф крахмалын һыуҙа ебетеп, уға эҫе балан һутын ҡойоп, шәкәр өҫтәп, ҡайнатып алаһың. Барлыҡҡа килгән кеҫәлде эҫе һәм һалҡын килеш өҫтәлгә бирергә була.